“Утлы йылдарҙа ла иҫән ҡалдыҡ, Тыуған еребеҙҙән һут алып...”09.05.2015
“Утлы йылдарҙа ла иҫән ҡалдыҡ, Тыуған еребеҙҙән һут алып...”Беҙ — һуғыш
балалары...


Беҙ — һуғыш балалары.
Беҙ тыуғас та,
Ҡара һөрөм япҡан аҡ ҡарҙы,
Әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре йыуған
Дары еҫе һеңгән хаттарҙы.

Беҙҙе ҡаршы алған таңыбыҙҙың
Сағыу сәскәләре һулыған.
Ярһып илағанбыҙ,
Әсәйҙәрҙең
Күкрәгендә һөтө ҡороған.

Беҙ — һуғыш балалары.
Хәтәр йылдар
Теҙеменән беҙҙең уртаҡлыҡ.
Утлы йылдарҙа ла иҫән ҡалдыҡ,
Тыуған еребеҙҙән һут алып.
Беҙ — һуғыш балалары.
Белмәй үҫтек
Атайҙарҙың наҙын, хәстәрен.
Ғүмер буйы ҡалды йөрәктәрҙә
Әсенешле йылдар хәсрәте.

Ауылыбыҙҙа һәр икенсе йорттан
Ир-егеттәр яуҙан ҡайтманы.
Хәтеремдә,
Арбаларға егелеп,
Инәйҙәрҙең йөктәр тартҡаны.

Һуғыш бөткәс,
Бер мөғжизә ине
Иҫән ҡалып ҡайтҡан ағайҙар.
Эй, ул көндәр!
Бәлки, ҡайтыр, тиеп,
Юлға тилмерешеп ҡарауҙар.

Кемдер ҡайтһа,
Бөтөн урам менән
Саба инек уға беҙ ҡаршы.
Тере ғазап ине
Тиҫтерҙәрҙең
Һағыш менән тулы ҡарашы.

Ләкин иҫән ҡалып ҡайтҡандар ҙа
Булды йәрәхәтле, яралы.
Ҡайһылары иртә донъя ҡуйҙы,
Ҡайһыларын хәмер ҡаманы...
Беҙ — һуғыш балалары,
Шуғалыр ҙа
Йәшәмәнек көтөп әҙерҙе.
Алға юлдар ярҙыҡ,
Ут-ялҡындар
Өтөп алғанда ла бәғерҙе.

Килер быуын!
Һеҙҙең барыр юлдар
Быуылмаһын ҡара көстәргә.
Беҙ күргәндәр кермәһендәр һеҙҙең
Өнөгөҙгә түгел, төштәргә.


Әнисә ТАҺИРОВА.


Өскөл хаттар

Бөйөк Еңеү менән беркетелде
Атайҙарҙың изге анттары.
Беҙгә бына ошо хаҡта һөйләй
Атайҙарҙың өскөл хаттары.

Яу ораны һалғас Ватаным,
Халҡым эйәрләне аттарҙы.
Түҙемлелек менән көттөк беҙ
Яу ҡырынан килгән хаттарҙы.

Әле булһа күҙ алдымда тора
Атайҙарҙың ярһыу аттары.
Әле булһа йөрәк түрендә ул
Атайҙарҙың өскөл хаттары.

Өскөл хаттар! Йылдар үтһәләр ҙә,
Һеҙ шаһиты хәтәр замандың.
Ошо хаттар яҙылдылар бит
Азатлығы өсөн Ватандың.

Күпме ҡорбан булды атайҙар
Күрә алмай тыуған яҡтарҙы.
Әле булһа һаҡлай әсәләр
Окоптарҙан килгән хаттарҙы.

Өскөл хаттар! Пуля аҫтында
Яҙылдығыҙ окоп эсенән,
Бомба шартлағанда, атакала
Яҙылдығыҙ еңеү хисенән.

Тыуған ергә ҡайтҡан кеүектәр,
Өскөл хаттар алһа атайҙар.
Фашист менән алыш барғанда
Батыр бөркөт була атайҙар.

Әсәм хаты булып фронттарҙа
Дәрт өҫтәнең атам көсөнә.
Еңеү хәбәрҙәрен алып килеп
Йәшәү бирҙең әсәм көсөнә.

Уландарым ҡайтыр әле тип,
Әсә һуҙа алға ҡулдарын.
Яу ҡырынан еңеп ҡайтыр тип,
Әсә көтә әле улдарын.

Өскөл хаттар! Һеҙҙе уҡығанда
Атайҙар бит яуҙа атлайҙар.
Ошо Бөйөк Еңеү хөрмәтенә,
Өскөл хаттар, һеҙҙе һаҡлайҙар.

Ошо хаттар еңеүҙәргә илтте
Яуҙа саҡта беҙҙең атайҙар.
Шуның өсөн һалдат хаттарын
Изге хаттар итеп һаҡлайҙар.

Һалдат хаты!.. Кескәй булһаң да һин,
Оло йөк күтәрҙең иңеңә.
Һалдат хаты! Еңеү хаты булып
Һин яуҙарҙан килдең илемә.

Бөйөк Еңеү менән беркетелде
Атайҙарҙың изге анттары.
Беҙгә бына ошо хаҡта һөйләй
Атайҙарҙың өскөл хаттары.

Рим ИСКӘНДӘРОВ.







Вернуться назад