Лираның илаһи моңо08.05.2015
Лираның илаһи моңо Кушнаренко районы – башҡорт әҙәбиәте генә тү­гел, Рәсәй шиғриәте өсөн дә ҙур шағирә биргән тө­бәк. 2008 йылда Мәс­кәүҙә үткән яҙыусылар ҡо­ронда барыһы ла Баш­ҡорт­ос­тандан икән­лекте һәм фамилиям Абдуллина бул­ға­нын белгәс, Лира­ның ҡыҙыһыңмы әл­лә, тип һорашты. Эйе, бе­лә инем рус телендә ижад иткән, һуғыш арҡаһында атайһыҙ, бала сағында уҡ әсәйһеҙ ҡалған, Виктор Ас­тафьев кеүек күренекле Рәсәй яҙыусыһы тәҡдиме менән СССР Яҙыусылар союзына алынған лирик шағирә хаҡында. “А лебедь-то лебедем” шиғырына яҙылған йырҙы Валентина Толкунова йырланы үҙ заманында. Яҙма Интернет селтәрендә бар.
Белгород өлкәһенең Иҫке Оскал ҡа­лаһында яҡты донъя менән хушлашҡан шағирә. Йәшәгән йортонда таҡтаташ элен­гән, урамға исеме бирелгән. Гәзит уҡыу­сы­ларға нескә лириктың бер нисә шиғырын башҡортсаға ауҙарып тәҡдим итәм. Уның хаҡында “ҡатын-ҡыҙҙың күңелен нескә той­ған һәм шиғыр юлдары аша гүзәл зат серен асҡан шағирә” тиҙәр.


* * *
Ҡайғы ауыр, тигәйнеләр –
Һис ышанманым.
Гонаһтарға алыҫ микән –
Уй тышаманым.

Йыраҡ микән Күккә ара –
Ҡараманым шул.
Ямғыр яуыр, әллә ҡармы –
Юраманым шул.

Һөйөклөң менән – ожмах, ти,
Татығаным юҡ.
Үҙең һайла, тиһәләр ҙә,
Ашыҡҡаным юҡ.

Һүрел унан тип әйттеләр,
Үкенмәм микән?
Йөрәгемде йолҡоп биреү
Еңелдән микән?
* * *
Барыһына йәше менән түләй ҡатын,
Ынйыларҙан ҡиммәтерәк уның хаҡы.
Һыҙланыуҙар – әрнеүҙәрҙән,
Хыянаттан.
Ә мин бына илай белмәй торған заттан,
Таш-һын булып ҡатам, тештәремде ҡыҫып.
Һин алмашҡа ниҙәр һорарһың һуң, дуҫым?..

* * *
Бигерәк иҫәр булдым,
Татлы шараптар эстем.
Хушлашҡанда, тилереп,
Күҙ-йәш даръяһы кистем.
Күҙ йәше баһаланмай,
Һағыш шарапта батмай.
Ялҡын утында янмам,
Айға ҡарап уфтанмам.
Миңәме һуң көйөргә?
Миңәме йәш түгергә?
Һин китәһең. Илаһым,
Юҡ минең юғалтаһым.
Лира АБДУЛЛИНА.


Вернуться назад