Ишейҙәр Камалды бейетте06.05.2015
Ишейҙәр Камалды бейетте Ул көн ауылыбыҙ Ишейҙең ихтирамлы кешеләре – Мәстүрә Ҡарасурина менән Райхана Сыңғыҙова инәйҙәргә Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы миҙалдар тапшырылды. Ҡотлау һүҙен ветерандар советы рәйесе, Афған һуғышы ветераны Зәки Изгин әйтте. Мәстүрә инәй һуғыш ваҡытын иҫләп, йәшлектәгесә йырлап та ебәрҙе, ә тәрбиәсе Лилиә Мусина “Катюша”ны бейене.
Тантананың икенсе өлөшөндә ауыл халҡы танылған прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал менән осрашты. Әйткәндәй, ишейҙәр башҡорт әҙәбиәтен яратып уҡый.
Р. Камалдың “Таня-Таңһылыу” әҫәре туған теленә, милли рухына, киләсәк яҙмышына битараф ҡалып барған халыҡты уятып ебәрҙе. Фәри­ҙә апай Хажина, әҙип ижадын анализлап, тәнҡит мәҡәләһе лә әҙерләгән. Ағинәйҙәр – Зәкиә, Зифа, Әлфирә, Хәлиҙә, Фәриҙә, Лилиә апайҙар йырланы, таҡмаҡ әйтте. Башҡорт әҙәбиәтендә романдар шәл­кеме тыуҙырған яҙыусы уҡыусылар­ҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Әҙиптең шәп итеп бейегәнен дә халыҡ ишетеп белә. Шуға ла ишейҙәр һорағас, ул, инәлтеп тормай, ҡоласын йәйеп бейеп тә китте.
Яҡташыбыҙ Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы Зиниә Байназарова иһә һуғыш ветерандарына арналған шиғырҙарын уҡығанда, ағинәйҙәр күҙ йәшен тыя алманы. Шулай уҡ бер туған ағаһы – тарихсы-этнограф, һәүәҫкәр композитор Борис Хәлфетдинов баянына ҡушылып йырланы. Борис Динмөхәмәт улы ла шиғырҙарын уҡыны, йырланы, Ишей мәктәбенә үҙе яҙған шәжәрә китабын бүләк итте. Уның әсәһе Миңлекамал – тыл ветераны, ә атаһы Динмөхәмәт Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Был матур байрамға Баймаҡ ҡала­һынан “Һаҡ­мар” район гәзите мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдина менән Эльмира Кейекбирҙина ла килде. Улар төпкөл­дәге ауылыбыҙҙың “Гөлгизәр” йыр ансамбле менән балалар баҡсаһы, мәктәп уҡыу­сы­лары сығышын ҡараны. Зөлфиә менән Зәйтүнә Ҡолһариналарға, Эльвира Бикйән ҡыҙына бай йөкмәткеле кисә ойошторорға ярҙам­лашҡанда­рына рәхмәт. Иртәгәһенә Темәс ауылы мәктә­бендә лә ошондай осрашыу үтте.
Әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тип йән атып торған заттарға, Ринат Камалға ижади уңыштар, яңы үрҙәр, һаулыҡ теләйбеҙ.







Вернуться назад