Үҙ ғүмеремдә ҡайҙа ғына, ниндәй генә һабантуйҙарҙа булманым. Ләкин Өфө вики-һабантуйында күргәндәремде иҫем китеп иҫкә алам, сөнки был сара башҡаларҙан ғәҙәти булмауы менән айырылып тора. Ғәҙәттә, туйҙар һабан эштәренән һуң уҙғарыла, әммә “викитуй”, был ҡағиҙәгә ҡарамай, “һабан”ға төшмәҫ борон – ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан үткәрелде. Хәйер, бынан ун йыл элек Интернет донъяһында пәйҙә булған Башҡорт википедияһы үҙенең “һабан” эштәрен күптән тамамланы, тиергә лә мөмкин. Уның өсөн хәҙер “ураҡ” мәле – уңыш йыйып алыр ваҡыт етте. Шуныһы ҡыуаныслы: милләтебеҙҙең аҫыл улы Рөстәм Нуриев етәкләгән башҡорт ирекмәндәренең тырышлығы арҡаһында бөгөн беҙ Интернет селтәре аша әҙәби, мәҙәни, ижтимағи, сәйәси һәм башҡа мәғлүмәттәр менән туған телебеҙҙә рәхәтләнеп таныша алабыҙ. Ниһайәт, мин дә үҙем тураһында мәҡәләне күреү бәхетенә ирештем. Юғиһә ниндәй генә телдә яҙып бөтмәнеләр, ә башҡортса – юҡ. Әйткәндәй, Башҡорт википедияһындағы “яҡшы мәҡәләләр” исемлегенә ингән был белешмәнең “Айсар” атлы авторы өйрәнсектәр араһында үткәрелгән бәйгелә еңеүсе булды.
“Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар менән осрашыу тантанаһында мин “Айсар”ҙың ысын йөҙөн астым. Баҡтиһәң, ошо псевдоним артына “Башҡортостан” гәзитенең Нефтекама төбәгендәге үҙ хәбәрсеһе, әле яңыраҡ ҡына Журналистар союзына ҡабул ителгән ҡәләмдәшем Ансар Нуретдинов “йәшеренгән” икән.
– Бөтөн әҙиптәр тураһында ла яҙырға иҫәбем бар, – тине ул.
– Бик мәслихәт, ҡустым! – тинем уға. – Башҡорт википедияһынан Африкалағы бөжәктәр хаҡында ғына түгел, үҙебеҙҙең яҙыусыларыбыҙ, ғалимдарыбыҙ, арҙаҡлы милләттәштәребеҙ тураһында ла уҡырға тейешбеҙ бит.
Мин, эшлекле ҡәләмдәштәремә һәм булдыҡлы милләттәштәремә ижади уңыштар теләп, ҡымыҙ йотоп ҡуйҙым. Унан буҙа уртланым. Ахырҙа, башҡорт балы менән туйғансы сәй эстем… Баш ҡалабыҙ үҙәгендәге иң шәп ресторандарҙың береһендә бөтә донъянан йыйылған мәртәбәле ҡунаҡтар араһында бына шулай тамсы ла хәмер ҡапмайынса, тәмле-татлы милли ризыҡтар менән һыйланып, һөйләшеп ултырҙыҡ. Юҡ, аҙыраҡ арттырып… йәғни кәметеберәк ебәрҙем. Вики-һабантуйҙы алып барған Рөстәм Нуриев тантанала ҡатнашыусыларға тыныс ҡына ултырырға ирек бирмәне. Әле бер “викимән”де, әле икенсеһен микрофон янына саҡырып, үҙҙәре һәм эштәре менән таныштырҙы, уй-фекерҙәрен башҡаларға ишеттерҙе. Алыҫтан килгән ҡунаҡтар иһә хужаларға һоҡланыу йә рәхмәт һүҙҙәре генә әйтеп ҡалманы, тәжрибә уртаҡлашып, файҙалы кәңәштәрен дә йәлләмәне.
Былары инде ғәҙәти хәл – иҫ китерлек түгел. Иң ғәжәбе шунда: етди һөйләшеүҙәр, ихлас аралашыуҙар гелән күңелле шаярыуҙар, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Һабантуй ярышында ҡатнашҡан Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Польша, Израиль һәм башҡа сит илдәрҙән килгән вики-маһирҙарҙың йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып, зал буйлап нисек йүгереүҙәрен күҙ алдына килтерегеҙ… Йәки урыҫ, йәһүд дуҫтарҙың башҡорт көйҙәренә бейегәнен… Ап-айыҡ килеш!
Халыҡ-ара сараны ойоштороусы “Викимедиа РУ” етәксеһе Владимир Медейко ғәҙәти булмаған был һабантуйҙа миңә саф башҡорт телендә яҙылған “Рәхмәт хаты”н тапшырҙы. Башҡорт милләтле башлыҡтарҙан, министр, директор кеүек етәксе ағай-эненән урыҫса ғына яҙылған “Благодарственное письмо”лар алырға күнеккән фәҡирегеҙ өсөн был иҫ китерлек, юҡ, һуштан яҙҙырырлыҡ бәхет тәһә! Күҙ алдына килтерәһегеҙме?
Мәртәбәле ойошма директорының ҡултамғаһы ҡуйылған мисәтле хатта ошондай һүҙҙәр бар: “Һәр кем кешелектең бар белемен ҡуллана ала торған донъяны күҙ алдына килтерегеҙ. Беҙҙең маҡсат – шуға өлгәшеү”.
Дөрөҫөн әйткәндә, әлегә быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын миңә. Тик шулай ҙа ышанысым ҙур – изге маҡсатҡа ирешербеҙ, шәт! Ә ниңә, бик мөмкин. Был заманда ғәҙәти сәйле-мәйле түгел, ә сәйле-мәйһеҙ һабантуйҙар үткәреп, айыҡ аҡыл менән йәшәгән һәм ең һыҙғанып эшләгән милләттәштәребеҙ булғанда!