Фекерҙәрем – шағирә Асия Динислам ҡыҙы Басирова һәм уның ижады хаҡында. Ул мәктәп эскәмйәһенән башлап шиғриәткә тартыла. 1986 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп килде, шунан һуң уҙған утыҙ йылға яҡын осорҙа өс китап баҫтырыуға өлгәште. Тәүҙә ул Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында булған йыйылыштарҙа һирәк күренде, мин эшләгән заводта тир түккән икән. Оялсан ғына ҡатын тураһында “эшсе-шағирә” тип ишеткәс, ҡыҙыҡһыныуым көсәйҙе.Республикабыҙҙың үҙаллылығын яҡлап ҡултамғалар йыйған дәүеремдә уның Якутов урамындағы фатирына ишек шаҡыуым хәтерҙә. Ул беренселәрҙән булып ҡул ҡуйҙы. Ҡалабыҙҙа башҡорт театры асылғас, театрҙың тәүге тамашаһына актрисалар етмәгән дәүерҙә ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыуы хәтеремдә. Ауылдан күсеп килгән, ике улын яңғыҙ үҫтергән әсә, эш аралаш яҙған шиғырҙарын туплап, ҡулъяҙма әҙерләгән. Өмөтлө ҡәләм эйәһенең ижад емештәре ойошмабыҙҙа йыйылыш ҡарары менән хупланды. Бер-ике йыл үткәс, авторҙың “Яңғыҙ итмә” тигән китабы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылды, шул исемдәге шиғырға композитор Рәмил Ғимрани йыр яҙҙы.
Авторҙың автографлы китабын ҡулыма алғас, үтемле лирикаһына һоҡланғайным. Ә 2006 йылда “Ағыла моң” тигән икенсе тупланмаһын уҡып, “башҡорт шиғриәтенә бәхетле ижадсы килде” тип ихлас шатландым. Сөнки ҡалабыҙҙа Зөбәржәт Йәнбирҙина апай менән Асия Басирова кимәлендә яҙыусы лирик шағирҙар юҡ ине.
Бына ҡулымда — ижадташ дуҫымдың өсөнсө китабы. 2014 йылда баҫылған “Биҙәктәр” тигән дөйөм ҡалын йыйынтыҡта уның “Йөрәк моңом” тигән китабына 46 бит бүленгән. Шағирәнең был китабында ла, исеменән күренеүенсә, һөйөү лирикаһына ҙур урын бирелә. Авторҙың һәр шиғырында йөрәк моңдары сағылыш таба, поэтик сатҡылар булып сағыла. Шиғриәт һөйөүселәрҙең иғтибарын шул табыштарҙың бер нисәүһенә йүнәлткем килә.
Һандуғас та түҙмәй илар ине
Ҡорған оялары туҙғанға.
Йөрәк түгел, йәнем сыңлап китә
Ғүмерҙәрем зая уҙғанға.
(“Йөрәк моңом” шиғыры).
Һандуғас образы менән йәнәш ауаздаш ниндәй ябай һүҙҙәр! Мәңгелек шиғыр! Ҡорған оялары туҙған Донбасс халҡы күҙ алдына баҫа! Ә ябайлыҡ – талант билдәһе, тиҙәр. Шиғыр башҡорт халыҡ йыры шикелле башланған. Ҡалған строфалары ла шағирәнең күңел торошон, барлыҡ тормош юлын аныҡ күҙ алдына баҫтыра.
Табыштар был әҫәрҙә генә түгел. Китапҡа ингән йөҙләгән шиғыр ҙа хис-тойғо муллығы менән күңелгә ята, уларҙа уҡыусыға аңлашылмаҫлыҡ бер һөйләм дә, рифма, ритм хилафлыҡтары юҡ. Шуның өсөн автор шиғырҙары менән уҡыусыларҙы ялҡытмай, биҙҙермәй. Шағирәнең һәр китабындағы шикелле, быныһында ла бөтә шиғырҙар тел байлығы, фекерҙәр төрлөлөгө һәм тәрәнлеге менән күңелгә ятышлы, улар йөрәк моңдары булып аҡ ҡағыҙ биттәрен нағышлай, авторҙың асылын билдәләй. Шуныһы һөйөнөслө: ҡалабыҙҙа тәрән фекерле лирик шағирә үҫте, ул – ойошмабыҙҙың биҙәге.
Һуңғы биш йылда Асия Динислам ҡыҙының ижады республикабыҙ кимәлендә матур баһаланды. 2000 йылда Бәләбәйҙә үткәрелгән шиғриәт фестивалендә “Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы” номинацияһында еңеүсе булды, 2009 йылда Стәрлетамаҡ тураһындағы йырҙар конкурсында ла уның һүҙҙәренә яҙылған “Эстәрлем” йыры икенсе урын алды. Бына шул йырҙың ике юлы:
Борондан уҡ үҙ ереңдә – тоҙоң,
Ҡырҙа һәр саҡ — уңған икмәгең.
Шул уҡ шиғырҙа меңәрләгән йырсы һәм шағирҙар тарафынан күп быуаттар буйы данланған ҡалабыҙҙы биҙәгән Стәрле, Ағиҙел, Ашҡаҙар йылғаларын, шихандарын дүрт юллыҡтар менән данлай шағирә:
Эстәрлекәй үргән һомғол талдар,
Тарих тынын тойған таш-тауҙар.
Ағиҙелкәй һинең – көмөш билбау,
Быуаттарҙың моңо – Ашҡаҙар.
“Эстәрлем” тип аталған был шиғыр-йыр ҡалабыҙҙың тәбиғәтен, тарихын, бөгөнгөһөн күҙ алдына баҫтыра.
90-сы йылдарҙан башлап шағирәнең мәғәнәле, тәрән хис-тойғоға, сағыштырыуҙарға бай шиғырҙарына композитор Рәмил Ғимрани матур йырҙар ижад итте. Эстәлекле йырҙар композиторҙың аудиокассеталары, дисктары менән илебеҙҙең төбәктәренә сәйәхәт ҡылды, тыңлаусыларҙың күңел ҡылдарын тирбәлдерҙе. Асия Басирова шиғырҙарының һәр юлы көйләй төҫлө. Уның тиҫтәнән ашыу йыры Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсылары Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Инсаф Ғәлимов, Фәнзил һәм Харис Шәриповтар, Әлим Ҡәйүмов, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Әлфиә Әғзәмова башҡарыуында тамашасыларҙы рухландыра, йәндәрен дауалай (хәтерем яңылышмаһа, ғәрәп-фарсы телендә Асия – йән дауалаусы).
Асия, әсә кеше булараҡ, гүзәл затҡа бағышлап тиҫтәләгән шиғыр яҙған. Йөрәк түренән сыҡҡан изге һүҙҙәрен ул йыр текстарына һала. Бына “Әсәй” тигән шиғырының аҙаҡҡы юлдары:
Һин теләһәң, юлдарым да уңыр,
Фатихаларыңдан ҡалдырма.
Асия Басированың шиғырҙары тапҡыр әйтемдәр, аҡыллы фекерҙәр менән айырылып тора. Мәҫәлән, “Тәҡдир” тигән шиғырында шағирә: “Тәүбәләргә килгән саҡтарым бар, тәүбәләргә килергә бер ваҡытта ла һуң түгел”, — тип үҙ тәжрибәһен фәлсәфәүи яҡтан раҫлай. Ә инде “Иман бирһен Хоҙай” тигән ҡыҫҡа шиғырын тулыһынса бирергә кәрәк тип уйлайым:
Был донъяла ни бар үҙең менән
Фанилыҡтан алып китерлек?
Иман бирһен Хоҙай зиһенемә
Мәңгелеккә генә етерлек.
Сабырлыҡты бирһә, Хоҙай бирә
Йәндең тыныслығын йыуатып.
Нисек тыуһа кеше, шулай китә:
Илап тыуа, китә илатып.
Асия Динислам ҡыҙының ижад офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә бара. Уның “Йәшә ерҙә иман менән” тигән шиғырына һәләтле композитор көй ижад иткән, ул дини байрамдарҙа мосолмандар тарафынан яратып башҡарыла.
Иман бирһен дуҫҡа ғына түгел,
Йән әрнеткән хатта дошманға.
“Ит изгелек — көт яуызлыҡ” тигән
Яман һүҙгә һис бер ышанмам!
Ауыр һүҙҙән ҡалған яралар бар,
Йылдар яҡынайтмаҫ аралар бар.
Изгелектәр ҡыл да һыуға һал,
Иман менән ерҙә йәшәп ҡал.
Был шиғырҙың бер строфаһы өндәү билдәһе менән тамамланһа ла, автор кешеләрҙе иманға саҡырмай, унан ғына кешеләр иманға ултырмаясағын белә. Ул иманды үҙенә йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған, шиғырҙа теләктәрен генә еткерә һәм изгелектең изгелек булып ҡайтасағын раҫлай. Кеше үҙенең эшенән, ижадынан ҡәнәғәт булһа ғына бәхетле.
Мин бит әле риза яҙмышыма,
Мин бәхетле ерҙә, шулай ҙа...
Моңло-зарлы булмыштарым өсөн
Барыһына шөкөр Хоҙайға.
Йәмғиәтебеҙ үҙ яҙмышына риза булмаған кешеләр менән тулған. Уларға гәзит-журнал да, китаптар ҙа кәрәкмәй. Ғәмһеҙлек сәскә атҡан шарттарҙа йәшәп тә, ғәмле кешеләрҙе шағирәнең ижад емештәре һоҡландыра икән, ижадсы үҙен бәхетле тип хис итә ала. Фекерҙәремде йомғаҡлап, шуларҙы әйткем килә: шағирәбеҙ Асия Басирова мәңгелек теманы – ир менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы мөхәббәт хистәрен – тел байлығы менән йөҙ төрлө юҫыҡта һүрәтләй, әммә ялҡытмай.
Асияға балалар һәм ейәндәр бәхетен оҙаҡ йылдар күрергә, китаптарын баҫтырырға насип итһен. Шағирә артабан да йән тыныслығы, ижади уңыштары менән илһамланып, ихлас йылмайып тормош юлынан атлаһын.