Ҡояш ҡунған тәҙрә тупһаһына…05.05.2015
 Ҡояш ҡунған тәҙрә тупһаһына… Ҡыҙыл майҙан

Ил йөрәге –Ҡыҙыл майҙан,
Килдем һиңә атлығып.
Һаман ашығалармы икән
Күрергә Ильич һынын?
Сәскә килтерәләрме икән
Ғүмерен биргәндәргә?
Ҡыҙыл майҙан үҙе шаһит
Илебеҙ күргәндәргә.
Рәсәй кисергәнде белә
Һәр ташы был майҙандың.
Ҡанға мансылған урында
Үтә хәҙер байрамдар.
Бөгөн мода күрһәтәләр
Ҡалын кеҫәләр өсөн.
Яҡын барма — тиҙ күрһәтер
Бәһлеүәндәй ир көсөн.
Ҡышын боҙҙа шыуа йәштәр,
Музыка уйнап тора.
Ҡәберҙә ятҡан батырҙар
Терелеп килеп торор.
Халыҡтың иң яратҡаны –
Үтә хәрби парадтар.
Заман техникаһы барҙа
Кәрәк түгел шул аттар.
Туристар – быуа быуырлыҡ,
Музейҙарҙа – ят һындар.
Рәсәй тарихын өйрәнә,
Ҡыҙыҡһынып, япондар.
Ә иң оло магазинда
Ҡарап ҡына йөрөрлөк.
Хаҡтары – шаҡтар
ҡатырлыҡ,
Үтеп булмай йүгереп.
Уҫал Мәскәү – ил мәркәзе,
Үҙһенмәй үҙ кешеһен.
Һис йәлләмәй ҡунаҡтарын,
Әйҙә, ас бул, өшө һин!
Иҫе лә китмәй һис нигә,
Күҙ йәшенә ышанмай.
Иң ҡыйбатлы ҡала булып,
Донъяла урын яулай.
“Килеп тулды ситтәр!”– тиеп,
Тарһына бик мәскәүҙәр.
Киң бит ҡала, теләгәнгә
Урын етмәҫме әллә?
Бар донъяны һоҡландырған,
Уста тотҡан ил ҡайҙа?
Мәмләкәт өсөн ҡыҙарып
Торам Ҡыҙыл майҙанда.

Пушкин һәйкәле эргәһендә

Пушкин! Һиңә артын ҡуйып,
Теҙелгәндәр кибеттәр.
Инде һиңә барып еткән
Илен һатыр ас беттәр.

Һаталар Ҡытай тауарын,
Маҡтай-маҡтай халыҡҡа.
Дарыу, кейем –Ҡытайҙыҡы,
Индек ошо ҡалыпҡа.

Әллә барлыҡ заводтарға
Хужамы икән ҡытайҙар?
Сит ил килеп баҫһын типме
Һуғышҡанмы атайҙар?
Сепрәк-сапраҡтан арынып,
Китап алырҙармы икән?
Пушкин! Һинең янға килеп,
Шиғыр уҡырҙармы икән?

Дала моңо

Дала моңо инде күңелемә,
Гүйә, Аҡбуҙаттың зыңғыры.
Төнгө усаҡ балҡый күңелемдә,
Уйҙарым – хас ваҡыт сылбыры.

Ниңә әле булмышыма ят ер
Арбай мине, ихлас саҡыра?
Далалағы һирәк-мирәк утта
Юлым ыңғай, төнөм яҡтыра.

Иркенәйеп китә һулыштарым
Был ерҙәргә аяҡ баҫыуҙан.
Һис файҙа юҡ, онотайым, тиеп,
Урмандарға инеп ҡасыуҙан.

Әллә нисек, көтмәгәндә генә
Ғашиҡ итте тик бер күреүҙән.
Дала кеүек күңелдәре иркен
Милләттәштәр йәшәй был ерҙә.

Алтын сынйырынан
башҡортомдоң
Таралғандыр һибелеп күп илгә,
Һағындырып, йөрәкһетеп мине
Дала моңо тынмай күңелдә.

Нисек инде?

Бәхетлеләр, бәхетлеләр генә
Көтөп алыр яҙҙы.
Муйылдарҙың хушбуй еҫтәренән
Иҫерергә яҙһын.

Күгәрсен күҙҙәрен яратам мин
Зәңгәрлеге өсөн.
Гөл-сәскәле йәйгә —
ҡул һуҙырлыҡ,
Килеп етер бесән.

Хәтфә үләндәргә баҫмайынса,
Нисек китер кәрәк?
Еләктәрҙе өҙөп ҡапмайынса,
Түҙерме һуң йөрәк?

Уңыш йыйыр мәлдәр етер,
Ҡоштар оҙатырға…
Ошо гүзәллекте ташлап китеп,
Нихәл тик ятырға?!

Ҡояшлы бүлмәлә

Тәҙрәмде ярып ҡояш инде,
Һорап та торманы.
Селпәрәмә итте өлгөләрҙе,
Яндырҙы ҡорманы.

“Етер йоҡлап ятыу айыу кеүек,
Бөтмәгән бит эшең.
Ғүмереңде бушҡа үткәрмә, ти,
Һин бит әле – Кеше!”

Ҡапыл килеп инеп бүлмәләргә,
Донъяны уятты.
Ҡояш ҡунған тәҙрә тупһаһына
Бесәй һуҙылып ятты.

Әллә ниндәй булды
быйылғы йәй…


Әллә ниндәй булды быйылғы йәй,
Йәмдәрен дә хатта күрмәнем.
Елпелдәтеп сәскә-яулыҡтарын,
Йүгереп үткәнен дә һиҙмәнем.

Ҡурмас урынына ҡурҙы беҙҙе,
Әйләндереп тәнде ҡараға.
Үләндәрҙең көйөп китеүенән
Иртә инде малдар ҡураға.

Ә ҡайҙалыр туфан
һыуы ҡалҡты,
Күмә яҙып күпме ҡаланы.
Тигеҙ бүлмәй донъя утты, һыуҙы,
Етмәй, ахыры, быға даланы.

Самаларҙы оноттомо донъя?
Кешеләрме әллә ғәйепле?
Күпме уны һағынып көтәбеҙ ҙә,
Күбәләктәй елпеп йәй үтте.


Вернуться назад