“Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап”01.05.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, зыялыларыбыҙҙың ярҙамына таянып, “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын башланы, тип хәбәр иткәйнек инде.

Милләттәштәребеҙҙең байтағы Башҡортостандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәттәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәктәренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә көн иткән халҡыбыҙ вәкилдәре туған телебеҙҙә аралашыуға зар-интизар.
Әйткәндәй, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы имам-хатибы Ғиндулла Шәйәхмәтов, йәш сағында уҡытыусы булып эшләп киткән Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы башҡорттарына инселәп, редакцияға 70 дана китап һәм бихисап журнал ебәрҙе. Афарин, Ил ағаһы! Һеҙҙең өлгөгә эйәреүселәр башҡа район-ҡалаларҙа ла күп булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡлашҡандар, аралашыуға сарсағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ситтә йәшәгән милләттәштәргә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәйек. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында һәм башҡа яҡтарҙа төпләнгән башҡорттар туған телендә уҡып ҡыуанһын!
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән милли китаптар көтөп ҡалабыҙ! Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.


Вернуться назад