Әсбап бар, өйрән генә15.02.2012
Әсбап бар, өйрән генәКемдәрҙе генә әсир итмәй икән ҡурай моңо! Шуға ла был уйын ҡоралында уйнарға, көй сығарырға өйрәнергә, йөрәктәрҙе елкендерерлек итеп һыҙҙыртырға теләүселәрҙең арта барыуы ғәжәп түгел. Тап шундайҙар өсөн ошо көндәрҙә "Ҡурай" тигән китап донъя күрҙе.
Моң һирпеүсе әсбапта композиторҙар эшкәрткән халыҡ көйҙәре, ҡурайҙа уйнауҙың төп принциптары – уның ҡуйылышы, тауыш сығарыу, дөрөҫ тын алыу менән бер рәттән ҡурайҙа башҡарыуға бәйле нота грамотаһы буйынса башланғыс мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Автор үҙе йыйған һәм яҙған, һирәк ишетелгән көйҙәрҙе индерергә тырышҡан. Баҫмала билдәле ҡурайсылар хаҡында ла белешмә бирелгән.
Китапты Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге мөдире, сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультетындағы ҡурай класы уҡытыусыһы Ришат Рәхимов әҙерләгән.
В. ИСХАҠОВ.


Вернуться назад