Бар ижадың тулы йылға төҫлө...15.02.2012
Бар ижадың тулы йылға төҫлө...“Һеҙҙең ҡала ни өсөн матур?” — тип һораһалар, Стәрлетамаҡ урамдарында үҫкән аҡ ҡайындары, шул урамдарҙан сал сәстәрен елдә елберҙәтеп уҙған билдәле әҙип Кәбир ағай Аҡбашев булған өсөн дә тип яуап бирге килә. Тиҫтәнән ашыу китап авторы булараҡ, ул күптәргә лирик шиғырҙары һәм сәхнәләрҙә ҡуйылған әҫәрҙәре аша яҡшы таныш.
Кәбир Аҡбашев Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң Ғафури районының Яугилде ауылында уҡытыусы булып эш башлай. Артабанғы тормошон журналистикаға бағышлай. Тәүҙә Красноусолда, һуңынан Стәрлетамаҡта “Ауыл тормошо” гәзитендә эшләй. Стәрлетамаҡта Башҡортостан дәүләт радио комитетының филиалын асыуға өлгәшә һәм оҙаҡ ҡына уның баш мөхәррире була. Намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән билдәләнә. Байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһының Стәрлетамаҡтағы бүлексәһенә етәкселек итте.
Быйыл 80 йәшен билдәләүсе хөрмәтле әҙибебеҙ айырыуса драматургия өлкәһендә уңышлы эшләй. “Ашҡаҙар” (1973), “Китмә, Рөстәм!” (1979), “Йәшлегем тирәктәре” (1989), “Өмөтөм һин, Аҡтолом” (1992) кеүек сәхнә әҫәрҙәрен яҙҙы. “Сибәркәй” (1994) һәм “Һипкелле ҡыҙ” (1996) исемле һуңғы ике пьесаһы өсөн уға ҡалабыҙҙың Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы бирелде. Кәбир ағайҙың бөтә әҫәрҙәре лә тормошсан булыуы менән айырылып тора. Шуға ла режиссерҙарҙы уның һәр әҫәре даими ҡыҙыҡһындырҙы, сәхнәләрҙә ҡуйылып барҙы. “Ут күршеләр” комедияһы ғына ла ҡалабыҙҙың театр сәхнәһенән оҙаҡ йылдар төшмәне. Тиҙҙән авторҙың Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың яҙмышы хаҡындағы драма әҫәре сәхнәләштереләсәк. Был пьесаһы өсөн ул Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Кәбир Аҡбашев балалар өсөн дә драма әҫәрҙәре яҙҙы. “Һыу урлаусылар” (1975), “Илама, Бөркөтөм” (1977) кеүек сәхнә әҫәрҙәре, шулай уҡ “Һаумы, ҡояш!” (1986), “Сыйырсыҡ сәпәкәй итә” (1993), “Аҡҡош ниңә илай?” (2000) исемле китаптары үҫеп килгән быуын өсөн үтә лә фәһемле.
Кәбир Аҡбашев һуғыш йылдарында тылда күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалдар менән наградланған.
Тормош юлдары танылған әҙипкә арыу ғына һынауҙар ҡуйһа ла, ул һис тә бирешмәй. Ижади ҡомар, һаулыҡ, бөтмәҫ илһам теләйек абруйлы замандашыбыҙға.

Кәбир Аҡбашевҡа
Бейек тауҙар түбәләрен биҙәп,
Мәңге эремәҫтәй ҡар ята.
Бөйөк уй-ғәм тулы ирҙәр башын
Заман һынауҙары ағарта.

Хәҡиҡәтте донъя асмай тора,
Йәндәрҙе лә буйтым көйҙөрә.
Һоҡланыуҙан күңел күккә оса,
Тәбиғәт тә үҙен һөйҙөрә.

Теткеләргә шағир йөрәккәйен
Ярҙам итеүселәр табыла...
Әлдә генә беҙҙең йөрәктәрҙә
Йырҙар тыуа, хистәр ағыла...

Ғүмер буйы, ағай, һыуҙар ҡойҙоң
Тыуған яҡтың аҡ тирмәненә,
Бар ижадың тулы йылға төҫлө,
Һоҡланғыс ир, ил ире генә.

Тыл эшсәне булып Еңеү өсөн
Әсе тирҙәр аҙмы түккәнһең,
Үҙ һуҡмағың табып,
донъя иңләп,
Яҡты яҙмыш эҙләп үткәнһең.

Йәншишмәнән һыуҙар
эскән саҡта,
Ер ҡөҙрәтенән ҡеүәт алғанһың,
Рәхмәтлеһең тыуған яҡтарыңа,
Мәңге уға тоғро ҡалғанһың.

Оҙаҡ йәшә, ағай, һис бирешмә,
Һоҡландырып йәшә халыҡты,
Хөрмәттәргә һөйөн, һуҡмағыңа
Халҡың бит ҡояш яҡтыртты.

Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад