Заһир моңо — Урал моңо15.02.2012
Заһир моңо — Урал моңоУңыш та, дан да күктән төшмәй. Бының өсөн башҡарған эшеңде йәнең-тәнең менән яратыу, көсөңдө йәлләмәй бирелеп хеҙмәт итеү мөһим. Барыһынан да бигерәк ижад кешеһенә кәрәк ошо сифаттар. СССР-ҙың халыҡ артисы композитор Заһир Исмәғилев фиҙаҡәр хеҙмәте һәм үлемһеҙ әҫәрҙәре менән тарихҡа исемен алтын хәрефтәрҙән яҙып ҡалдырҙы. Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә ойошторолған күркәм сара бөйөк башҡорт композиторының яҡты иҫтәлегенә арналды.
Кисәгә килгәндәрҙе Заһир Исмәғилевтең тормошо һәм ижады менән тулыраҡ таныштырыуға китапхана хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалған. “Заһир моңо — Урал моңо” исемле күргәҙмә ойошторолған, телевидение фондынан кәрәкле видеояҙмаларҙы ла тапҡандар. Бүлек мөдире Айгөл Буранғолова белдереүенсә, уҡыусыны китап менән таныштырыу ғына түгел, ижадсы менән йәнле аралашыу күпере булдырыу ҙа фарыз. Шуғалыр ҙа бында арҙаҡлы замандаштарыбыҙ менән осрашыуҙар, тарих биттәрендә үҙ урынын алған шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә кисәләр даими үткәрелә.
“Легендар батыр Салауат тураһында һин яҡшы әҫәр яҙмаһаң, мин яҙмаһам, халыҡ беҙҙе бер ҡасан да кисермәҫ”, — тип әйткән Заһир Ғарип улы Баязит Бикбайға. Ысынлап та, “Салауат Юлаев” операһы — композиторҙың иң мәшһүр әҫәрҙәренең береһе. Бының менән ул милли батырыбыҙҙың исемен тотош Советтар Союзында танытыуға ҙур аҙым яһай. Кисәгә килгәндәргә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлиховтың башҡарыуында ошо операның арияһын ишетеү бәхете тейҙе.
Заһир Исмәғилевтең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүсе ғалимә, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ғәлинаның сығышы ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә бай булды.
Уҡытыусының күркәм башланғыстары уның уҡыусыларында дауам итә, тиҙәр. Билдәле булыуынса, Заһир Исмәғилев Өфө дәүләт сәнғәт институтын асып (хәҙер уның исемен йөрөтә), унда уҡытыу эше менән генә сикләнмәй, шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙың Композиторҙар союзына ла етәкселек итте. Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Айрат Ғайсин, остазын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып, хәтирәләрен уртаҡлашты.
— Үҙемде сикһеҙ бәхетле тип һанайым, сөнки Заһир ағайҙың уҡыусыһы булараҡ, уның атайҙарса кәңәштәрен һеңдереп йөрөнөм. Уның бөйөклөгөн йылдар үткәс кенә аңлайһың, — ти Айрат Рәшит улы. — Талапсан һәм ғәҙел уҡытыусыбыҙҙың дәрестәренә әҙерләнмәйенсә инергә баҙнат итмәнек. Әҙерлекһеҙ килгән студент утҡа осҡан күбәләккә тиң ине. Заһир Исмәғилевтең уҡыусыһы булыу ҙа беҙҙән һәр саҡ яуаплылыҡ талап итә. Ул күтәргән бейеклекте бөгөн дә төшөрөргә хаҡыбыҙ юҡ.
Был кисәлә тамашасылар Заһир моңо сорналышында кинәнде. Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров, “Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәре Урал Ниғмәтуллин, шулай уҡ Өфөнөң махсус музыка колледжы уҡыусыларының сығыштары композиторҙың бай ижади мираҫына “ҡағылырға” мөмкинлек бирҙе.
Заһир Исмәғилев үҙ милләтенең сәсән теленә, бай рухи ҡомартҡыларына, шанлы-данлы тарихына, сәнғәтенә ихтирамлы ҡарашта булған. Ул ижад иткән йөҙәрләгән йырҙар, романстар, “Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла”, “Ҡаһым түрә” кеүек мәшһүр опералар башҡорт сәнғәтен юғары кимәлгә күтәрҙе. Бының менән ул үҙе лә халыҡ күңелендә түрҙән урын алды.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад