Балаларға — “һөйләшә белгән кәнфит”тәр29.04.2015
Балаларға — “һөйләшә белгән кәнфит”тәр Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә йыл да балалар өсөн бихисап китап донъя күрә. Быйыл сауҙа кәштәләренә сыҡҡан сағыу баҫмалар ҙа әҙәбиәт һөйөүселәргә, һис шикһеҙ, матур бүләк булыр.


Шағирә Әнисә Таһированың “Шәпәй менән Шайтан” тигән китабында иһә “Бала саҡтың ике хәтирәһе” элегияларында һәм “Әлиәнең хыялы” хикәйәһендә һуғыш осоронда тыуған балаларҙың тормошо, йәшәү рәүеше бәйән ителә.
“Шәпәй менән Шайтан” тигән замана әкиәтендә хәҙерге заманда балаларға янаған иң ҙур ҡурҡыныс — наркомания — хаҡында һүҙ бара. Бында шулай уҡ бер нисә сит ил яҙыусыһының әҫәре автор тәржемәһендә бирелгән.
Таңсулпан Ғарипованың “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” тип исемләнгән китабында ваҡиғалар сысҡандар донъяһында бара. Унда тиктормаҫ сысҡан балаларының мауыҡтырғыс мажаралары тасуирлана.
Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡо­ваның “Ҡолонсаҡ — арғымаҡ булыр бер саҡ” тигән яңы китабында мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс класс уҡыусыларына тәғәйенләп ижад ителгән шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр урын алған. Китаптағы һәр әҫәргә төшөрөлгән сағыу, мауыҡтырғыс һүрәттәр уҡыусыны үҙенә тартып, йөкмәткене тулыландырып тора.
Гөлсинә Йосопованың “Һөйләшә белгән кәнфит” тигән тәүге китабы сыҡты. Автор кескәйҙәрҙе тәрбиәләгәндә килеп сыҡҡан төрлө хәл-ваҡиғаны үҙенсәлекле тасуирлай, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй.
Заһит Мурсиевтың “Алтын ҡурай” тип исем­ләнгән китабы донъя күрҙе. Автор төрлө гәзит-журналда баҫылған хикәйәләре менән уҡыусыларға күптән таныш. 2004 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәте “Мөхәббәтте рәнйетмәгеҙ” тигән китабын нәшер иткәйне. Заһит Мурсиевтың әҫәрҙәре фәлсәфәгә тартым булыуы менән айырылып тора, ихласлығы арбай, кеше күңеле, йәшәү мәғәнәһе — унда төп темалар. “Һандуғас бүләге” авторҙың икенсе, “Алтын ҡурай” — өсөнсө китабы. Йыйынтыҡҡа мәктәп йәшендәге балалар өсөн фәһемле хикәйәләр һәм әкиәттәр тупланған. Төп геройҙары — үҫмерҙәр. Әҫәрҙәрендә автор әхлаҡи проблемаларҙы күтәрә.
Шәүлиә Зөлҡәрнәева “Алма бабай һабаҡтары” тигән китабын ике һуғышта ҡатнашҡан, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған оло йөрәкле уҡытыусы, йомарт күңелле атаһы Алма бабайҙың яҡты иҫтәлегенә арнай. Хәтирәләре һәм ҡәҙерлеһе ҡалдырған тормош һабаҡтары менән уртаҡлаша. Кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡ­һындырған тирә-йүн, уратып алған донъя тураһында аңлайышлы тел менән бәйән итә. Китапта йәш быуынға тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирерҙәй фәһемле әҫәрҙәр урын алған.
Балалар яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Күскилдинаның “Ҡуян баҙарҙа нисек бүре һатҡан” тигән китабына кескәйҙәр һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн хикәйәләре, әкиәттәре индерелгән. Автор бала белергә, аңларға тейешле хәл-күренештәрҙе художество саралар аша еткереү оҫталығына эйә, кешеләр, уратып алған донъя хаҡында, кескәйҙәр менән ололар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында мауыҡтырғыс мажаралар уйлап сығара. Әҫәрҙәрҙең теле бай, шиғри. Башҡорт һәм урыҫ телендә донъя күргән баҫманың тәржемәсеһе — Николай Андреев.
“Ай менән Зөһрә” тип аталған башҡорт халыҡ әкиәтендә Айҙың үгәй әсәһе тарафынан йәберһетелгән Зөһрә исемле ҡыҙға ярҙамға килеүе тураһында бәйән ителә. Был әҫәр, һис шикһеҙ, бәләкәстәр күңеленә ятыр, сөнки унда мәңгелек темалар яҡтыртыла: яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, дөрөҫлөк һәм ялғанлыҡ һәм башҡалар. Урыҫ теленә Наза Әхмәҙиева тәржемә иткән.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Кем көслө?” тигән башҡорт халыҡ әкиәте өҫтәлдә уйналмалы театр итеп эшләнде. Ҡайсы, елем ҡулланмайынса, ҡуптарып алынмалы әкиәт персонаждарын махсус ҡулайламаға ултыртып сығырға кәрәк. Әкиәтте ролдәргә бүлеп уйнау баланың ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ. Был театр-әкиәт кескәйҙәрҙең фекерләү ҡеүәһен үҫтерәсәк, ижади һәләттең асылыуына булышлыҡ итәсәк тигән өмөттәбеҙ.
Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Әсәҙуллина билдәләүенсә, бүлектә төрлө йәштәге балалар өсөн нәфис-әҙәби баҫмалар сығарыуға ҙур иғтибар бүленә. Быйыл донъя күргәндәре араһында бәләкәстәр өсөн “Таңбатыр” панорамалы китап та бар. Ылыҡтырғыс һүрәттәр, ҡыҙыҡлы әкиәт донъяһы көтә кескәйҙәрҙе. Шулай уҡ быйыл 75 йәшен билдәләгән балалар шағиры Рәшит Заһиҙуллиндың “Уйнай йәйғор төҫтәре” һәм БДУ студенты Динара Кәримованың “Белгем килә бөтәһен” тигән буям китаптары сыҡты. Икенсеһе ижекләп уҡырға өйрәнеүсе кескәйҙәргә бик кәрәкле ҡулланма булмаҡсы.
Быйыл Президент шыршыһында ҡатнашҡан бала­ларға бүләккә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы әҙерләнде. “Балалар әҙәбиәте антологияһы”ның II томында халыҡ яҙыусылары, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаттары ижадына һәм балалар өсөн сәсмә, шиғри әҫәрҙәр ҡалдырған һәр осор яҙыусыһына урын бирелде.
Баҫмалар нәшриәттең фирма магазиндарына һәм интернет-кибеткә электрон вариантта һатыуға сығарылған.

Нәркәс КҮРПӘСЕВА әҙерләне.



Вернуться назад