“Әҙәби нағыш” – Кушнаренкола29.04.2015
Кушнаренко районы башҡорт әҙәбиәтенә Фәйзи Вәлиев, Хәсән Мохтар, Рәғиҙә Янбулатова, Фазыл Хәбир, Әнисә Хәмәтдинова, Әсҡар Кәшфуллин, Нәжибә Әминева кеүек танылған ҡәләм оҫталарын бирҙе. Әле лә был төбәктә әҙәби мөхит һүнеп ҡалмаған, йәш таланттар тыуып тора. Уларҙың ижад емештәре район, республика матбуғатында донъя күрҙе.
“Әҙәби нағыш” марафоны иртәгә Кушнаренкоға табан йүнәлә. Ошо айҡанлы һеҙҙең иғтибарға районда тыуып үҫкән бер нисә һәләтле шағирҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
Әбейҙәр сыуағы
Болоттар юҡ, күк зәп-зәңгәр,
Ел дә наҙлы һәм йомшаҡ,
Ҡояш сабырлығын юймай,
Йылмайып тора һәр саҡ.
Һауала – үрмәксе ауы,
Өҫ-баштарға һарыла.
Ағас-ҡыуаҡ, ҡыр-болондар
Буялғандар һарыға.
Ишетелмәй ҡош тауышы,
Донъя тынлыҡҡа сумған.
Бар уңышын илгә биреп,
Ер ҙә бушанып ҡалған.
Һәр миҙгелдең үҙ төҫө бар,
Күңелгә яҡын, үҙгә.
Ғүмер фасылдары ла бит
Шулай ҡәҙерле беҙгә.
Әйләнәмдә – сағыу балҡыш,
Талғын һағыш йәнемдә.
Йыраҡлаша ғүмер йәйем,
Алтын көҙөм – алдымда.
Ф. ФӘТХЕТДИНОВА.
Әхмәт ауылы.
Аҡ юлдарҙан яҙһын атларға!
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек тормош юлым.
Күңелем дә минең аҡ ҡына.
Әкрен генә баҫып килгән һымаҡ
Яңы яуған ҡарҙан һаҡ ҡына…
Аҡ юлдарҙан яҙһын гел атларға,
Һалҡын елдәр берүк сыҡмаһын.
Ҡар-бурандар берүк туламаһын,
Һуғыш һалҡындары һуҡмаһын.
Аҡ күңелле дуҫтар осраһындар
Тормош юлдарында гел генә.
Мин үҙем дә нәҡ аҡ сәскә кеүек,
Бик ҡәҙерле, наҙлы гөл генә.
А. САБИРОВА.
Иҫке Ҡормаш ауылы.
Шуны беләм
Элек тиндәргә алғанды
Хәҙер һумға алабыҙ,
Нисек кенә ҡыҫылһаҡ та,
Ярлы булып ҡалабыҙ.
Эш хаҡтары, пенсиялар
Етә асҡа үлмәҫкә.
Ниңә һуң илдең байлығын
Бар халыҡҡа бүлмәҫкә?
Илебеҙҙә иркен йәшәй
Олигарх – ҡараҡтар.
Ә күптәрҙең йәшәр ере
Әле һаман барактар.
Эйе, арта эш хаҡтары,
Пенсиялар өҫтәлә.
Тик артмай шул һый-хөрмәттәр
Өйҙәрҙәге өҫтәлдә.
Инфляция тигәндәре
Барын да тартып ала.
Беҙҙең кеҫәлә һаман да
Бары тик тиндәр ҡала.
Был ни заман: белемде лә
Һатып алырға кәрәк,
Табипҡа аҡса төртмәйсә,
Һауығыусылар һирәк.
Дарыуҙарға ла бит хәҙер
Ышаныс кәмей бара –
Ҡыйбатлы дарыу алам да
Тереләм мин, тип ҡара!
Нефть, газ, алтын-көмөштән
Халыҡҡа ниндәй файҙа?
Бай дәүләт, хәйерсе халыҡ –
Шундай ил тағы ҡайҙа?
Хөкүмәт бер боролормо
Халыҡҡа йөҙө менән?
Ҡасан булһа ла кешесә
Йәшәрбеҙ – шуны беләм.
Р. КӘРИМОВ.
Ҡалтай ауылы.
Заман арбаһы
Бер кемдең дә заман арбаһынан
Осоп төшөп килмәй ҡалаһы,
Шуға һәр бер фәнни ҡаҙанышты
Үҙләштермәк әҙәм балаһы.
Айфон, айпадтарҙа аралаша
Бабайҙар ҙа, йөҙҙө ҡыуғанда.
Әбейҙәр ҙә телефондан ғына
Ғәйбәт һата, сыҡмай урамға.
Тормош түгел хәҙер гаджеттарһыҙ,
Йәшәү туҡтай, улар булмаһа.
Ҡояш һүнеп, донъя бөтөр төҫлө,
Вай-фай кинәт яндан юғалһа.
Ә Интернет – беҙгә иң мөһиме,
Интернет – ул дуҫлыҡ, танышыу.
Интернет – ул бар һорауға яуап,
Интернет – ул һөйөү, ҡауышыу.
Эйе, беләм, асыш-яңылыҡтар
Кешелеккә мөһим икәнен.
Тик кешелек онотмаһын ине
Меңәр йыллыҡ бөйөк үткәнен.
Онотмаһын ине йолаларҙы,
Мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәтте.
Күркәм, моңло туған телебеҙҙе
Һаҡлап ҡалған ғорур милләтте.
Ошолар бит рухи байлығыбыҙ –
Ата-бабаларҙың мираҫы.
Киләсәккә, заман арбаһына
Уларҙы ла кәрәк алаһы.
Р. СӘХИБГӘРӘЕВ.
Иҫке Туҡмаҡлы ауылы.