Сәйетбабала рухиәт көслө28.04.2015
Сәйетбабала рухиәт көслө Ғафури районындағы Сәйетбаба ауылы республика халҡына яҡшы таныш. Иң ҙур башҡорт ауылдарының береһендә ике меңгә яҡын кеше йәшәй. 2003 йылда бында тарихи-мәҙәни үҙәк булдырылды, һәм ул уңышлы эшләп килә.

“Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге халҡыбыҙҙың милли йолаларын, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эш башҡара. Тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов билдәләүенсә, ауылдағы һәр кеше үҙен ошо мәҙәни үҙәк ағзаһы итеп тойоп, ҙур яуаплылыҡ менән йәшәй, донъя көтә. Төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар, һәм быға ауылдағы ижтимағи ойошмалар ҙур өлөш индерә. Закир Ишмырҙин етәкселегендәге ветерандар советы, Разифа Юлбарисова етәкселегендәге Ағинәйҙәр ҡоро, Фәриҙә Ғилманова етәкселек иткән “Иман” төркөмө ағзалары, Римма Ишмырҙина етәкселегендәге Ҡатын-ҡыҙҙар советы, Рәйес Юлбарисов етәкселек иткән Йәштәр советы, башҡорт ҡоролтайы (яңыраҡ ҡына оҙаҡ йылдар эшләгән Закир Ишмырҙин урынына Рәзим Мәүлетҡолов һайлап ҡуйыл­ған), ауылдың имам-хатибы, һәр сараның уртаһында ҡайнаусы Ғиндулла Шәйәхмәтов бер төптән эш алып бара. Мисәүләп тартҡан йөк еңелерәк була, тиҙәр, бер йоҙроҡ булып уҡмашып эш иткәс, һөҙөмтәләре лә күҙгә күренеп тора.
“Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге республика күләмендә уҙғарылған төрлө сараларҙа, конкурс, ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ ҡына Сәйетбаба һәүәҫкәрҙәре һәм ҡул эше оҫталары Өфөлә туризмға арналған күргәҙмәлә булып ҡайтҡан. Айырыуса “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа һыр бирмәй, лауреат, дипломант исемдәре яулап ҡайта. Мәсетле районында яңыраҡ уҙғарылған ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында ла сәйетбабалар 1-се урынды яулаған.
Сәйетбабала рухиәт көслө— Былтыр ғына өс ауылдашыбыҙҙың – Илһам Байбулдин, Рәүилә Лоҡманова һәм Илдар Шәйәхмәтовтың – “Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Республика етәкселегенең беҙҙең эшебеҙҙе күреп, баһалай барыуы ла һөйөнөслө, һәм ул беҙҙе яңы үрҙәргә дәртләндерә, ҡанат ҡуя, — ти Рәзим Ибраһим улы.
Өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмайҙар, киләсәккә ҙур пландар, уй-ниәттәр менән йәшәйҙәр. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылып, яуға киткән ауылдаштарының фотоларын йыйыу эше бара. Әйткәндәй, ауыл Советы буйынса 900-ҙән ашыу кеше һуғышҡа киткән, һәм уларҙың күбеһе яуҙан әйләнеп ҡайтмаған, Сәйетбабанан ғына 200-ҙән ашыу кеше тыуған иле азатлығы өсөн һәләк булған. “Тыл хеҙмәтсәндәре” фотокүргәҙмәһен булдырыу өҫтөндә лә эш алып барыла, быға 981 кешенең фоторәсеме тупланған.
Быйыл башҡорт халҡының ҡаһарман улы Зәки Вәлидиҙең Сәйетбабаға килеүенең 100 йыллығын киң билдәләү ҡаралған. Ошо уңайҙан Сәйетбаба мәсете эргәһендә мемориаль комплекс асыу планлаштырыла. Республиканың Мәҙәниәт ми­нистрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә “Башҡорттар” исемле художество галереяһын булдырыу өҫтөндә лә эш башланған.
Быйыл Сәйетбабала ауыл йыйынын уҙға­рыу ҙа күҙаллана. Һәр араның, нәҫелдең шәжәрә байрамын берләштергән ҙур сара буласаҡ ул. Әле быға әҙерлек алып барыла.
Ҡыҫҡаһы, тарихи-мәҙәни үҙәктең эше гөрләп тора, тимәк, уның киләсәге лә өмөтлө. Быға ауылда тыуым күрһәт­кесенең юғары (былтыр 43 сабый донъяға килгән) булыуын да өҫтәргә кәрәктер. Бөгөн Сәйетбабала 125 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы тулы ҡеүәтенә эшләй, унда тыуған илебеҙгә, телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләнә. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит.





Вернуться назад