Йәшә әле, йәшә...28.04.2015
Хикәйә
***
Ҡырҡмаһа ҡырҡ ҡыйынлыҡ менән Миңләхмәт: “Иҙрискәй йәмлекәй, бәрәңгеһе тәмлекәй”, – тип һағынып һөйләгән ауылына ҡайтып йығылды. Ҡоро һөлдәгә ҡалған ирен күреп, Маһисәрүәре һығылып, буҫлығып, һамаҡлап иланы ла иланы:
– Нишләттеләр һине, нишләттеләр?.. Уф-ф-ф!.. Бәғерҙәрҙе телә был һуғыш!
Йүгерешеп килеп еткән Хөсникамал, Маһинур ҡәйенбикәләре:
– Хоҙайға шөкөр, иҫән-һау, ҡалғаны әллә ни түгел. Өҙгөләнмә, килен, хәҙер теремекләнер, тәненә ит ҡуныр, – тип йыуатты, яҡшыға юраны.
Миңләхмәт үҙенә ятһынып, сәйерһенеп ҡараған ҡыҙына, бәпәйем минең, тип яғымлы һүҙҙәр өндәшеп, уның башынан һыйпай, арҡаһынан ярата. Мәүлиҙәһе барыбер аптырай, ғәжәпләнә. Таный алмай шул, таный алмай. “Нисек таныһын зимагур һымаҡ йыл буйы ситтә йөрөгән кешене”, – тип Маһисәрүәре көлөмһөрәгән була. Ул да тартылып киткән. Донъя мәшәҡәте башынан ашып, мәскәй ҡарсыҡтай елеген һурған, әммә, афарин, һыйырынан, тауыҡтарынан өҙөлмәгән. Ул иренең иҫәнлеге шатлығынан бер нисә тауығын салдырып, бешереп, хәләл ефетенә һурпа, тора-бара баллы-һитәле кәрәҙҙән бал ҡойоп, аҙ-аҙлап эсерҙе.
Тыуған ер йылыһынан, ҡатынының йәнәшендә булыуҙан, күңеле бөтәйеүҙән Миңләхмәт тәне иреп, тәү мәлдә иҙрәп йоҡланы ла йоҡланы. Әйтерһең, бөтә арыу-талсығыуҙарын, өшөү-туңыуҙарын, михнәттәрен ошолай сығарҙы. Әлбиттә, сихәтле бал килеште, ифрат та килеште. Һөт-ҡатыҡ, ҡаймаҡ, йомортҡа, яңы бәрәңге уға ожмах аштарылай тойолдо. Йәш организм тиҙ арала әүәлге тәбиғи хәленә ҡайтты. Тәненә көс кереп, Миңләхмәт умарталыҡҡа ашҡынды, бал ҡорттарының хәл-торошон белеште. Уларҙың йәшәү рәүешенең нескәлектәрен белеп ҡарау етмәгәс, бер аҙ бирешкәндәр, кәмегәндәр. Ҡараусы ҡарт та мөсһөҙөрәк, хәлһеҙерәк шул. Бер нисә көн уға ярҙамлашты, умарталарҙың хуш еҫенән һулышы иркенәйеп китте. Дәрт-дарманы артып, йорт-ҡураһын да йүнәтте.
Ҡайтҡанына дүрт ай самаһы үтеп, 1942 йылдың ҡыҙыу ураҡ мәле лә етте. Ике йәше тулған Мәүлиҙәһе, атаһына тамам эйәләшеп, бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөй. Инәһе күмәк хужалыҡ эшендә. Бығаса баланы ут күрше Камила ҡарсыҡ ҡарап торған. Ул телсәр ҡыҙыҡайға шул тиклем эҫенгән, әйләнгән һайын килә лә етә. Икәүләп ләпелдәп, сусылдыҡтары сыға. Миңләхмәт иһә һоҡланып, ҡыуанып, йылмайып, ғәжәп тамашаға ҡарап тора.
Был тыныс тормош, ҡыҫҡа ғына һил, йәннәттәй мәл тамамланды. Йәнә район хәрби комиссариатына саҡырттылар. Тикшереү бөткәс, комиссия рәйесе Миңләхмәттең йәнен өшөткөс ҡарарын сығарҙы:
– Хеҙмәт армияһына китәһең.
– Ни эшләтһәгеҙ ҙә эшләтегеҙ, башҡаса хеҙмәт армияһына бармайым.
– Нисек инде бармайһың? Хәҙер һуғыш мәле. Хәрби трибунал янай һиңә. Аңлайһыңмы?
– Мин тиле түгел, бик яҡшы аңлайым. Хеҙмәт армияһында тиктәҫкә йән биргәнсе, һуғышта үлеүем мең артыҡ. Мине үҙ теләгем менән фронтҡа ебәрегеҙ! Башҡорт – йәне-тәне, бар булмышы менән яугир! Ҡарт ҡарттайҙарым Арыҫлан Таймаҫов менән Сәғит Бикйәнов поход старшиналары булған, ырыуҙаштары менән Туғыҙлы, Арыҫлан, Ҡурғаш ауылдарына нигеҙ һалған.
Комиссия ағзалары бер-береһенә ҡарашып, шымып ҡалды. Рәйес тә йомшарыбыраҡ китте:
– Ҡарттайҙарың һау-сәләмәт, мәргән булғандыр ҙа ул. Һинең иһә күҙҙәрең насар күрә. Ни рәүешле һуғышҡа яраҡлы тип яҙайыҡ?
– Бынағайыш, умартала ваҡ ҡына бал ҡортон күргәнде, инә ҡортто эшсе ҡорттарҙан айырғанды, уҫлаптай кәүҙәле ниместе нишләп күрмәйем, ти?..
Комиссия рәйесе инде көлөмһөрәп, уң ҡулын күтәрҙе лә, бармаҡтарын тырпайтып һораны:
– Йә улайһа, һанап ҡара, нисә бармаҡ күрәһең?
– Биш! Биш!.. – Тауышы һөрән һымаҡ яңғыраны.
Комиссия ағзалары йылмайышты. Береһе исем-шәрифен фронтҡа алыныусылар исемлегенә теркәне. Бер аҙнанан әҙерләнеп килергә ҡуштылар.
Ауылға ҡайтҡас, Миңләхмәт йәһәт-йәһәт ҡулы теймәгән йорт эштәрен бөтөрҙө. Бәрәңге баҡсаһынан өҫтәрәк Шыбаҡ урманына сығып, йәш имәндәр араһында йөрөнө. Ҡурайсы ҡарттаһы табындарҙа әүәл шулай йырлаған, имеш:
Шыбаҡ шырлығында имән киҫтем,
Имәндәрем ҡалды ла тирбәлеп,
Шул имәнкәйҙәргә ҡорттар ҡунһа,
Балҡайҙарын эсербеҙ кинәнеп.
Көйләй-көйләй халыҡ “Гөптөрҙәк” тип йөрөткән һалҡын шишмәгә төштө. “Иҙрисемә ҡайтып, тағы ла һинең яныңа килергә, сафтан-саф һыуыңды эсергә яҙһын”, – тип теләк теләп, бит-ҡулын йыуҙы. Ҡыйғыбаш йылғаһын ялан аяҡ кисеп, борон ҡан-ҡәрҙәштәр йәшәгән аръяҡты, Ҡараңғыйылғаны үтеп, сауҡалыҡтағы умарталыҡҡа күтәрелде. Бөтә йөрәктән үҙенсә бал ҡорттары менән һөйләшеп, баллап сәй эсте. Күңелен һағыш биләне. Һуғышҡа китә бит... Әйләнеп ҡайтырға өмөтө ҙур булһа ла, сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалыуы ла ихтимал, ҡәберенең ҡайҙалығын да белмәҫ туғандар. Башта – етмеш ете төрлө уй... Хис-кисереше моң булып урғылды:
Йәмле генә Әйҙең, һай, буйҙары –
Аҡ кейеккәйҙәрҙең төйәге.
Һыуҙа ғына батмай, утта янмай
Аҫыл егеттәрҙең һөйәге.
Хушлашыр сәғәттәр ҙә етте. Хәләле Маһисәрүәр күҙ йәштәрен күрһәтмәй, нисек тә түҙергә тырыша. Йола буйынса ирҙәрен яуға оҙатҡан башҡорт ҡатындарына бөртөк күҙ йәшен дә ергә тамыҙмау хәйерле. Мәүлиҙәһен күтәреп яратты, ҡатынын күкрәгенә ҡыҫты ла Миңләхмәт, артына боролоп ҡарамай, ауылдан көнбайыш тарафҡа алып киткән Мәңрәүтау юлынан атланы. Маһисәрүәренең яулыҡ осо менән битен һөрткәнен күрмәне ул.
***
Төрлө райондарҙан, ҡалаларҙан йыйылған егеттәрҙе һәм уларҙан байтаҡҡа олораҡ уҙамандарҙы Алкин лагерында ашығыс рәүештә яуға әҙерләй башланылар. Ағас мылтыҡтар тотторҙолар. Иртәнән – физик әҙерлек. Артабан бер-бер артлы командалар яңғырай:
– Стройся! Равняйсь! Смирно!
– Налево! Направо!
– Шагом марш!
– Левое плечо вперед!
– Правое плечо вперед!
– Стой, раз, два!
– Ложись!
Аяҡтары быуынһыҙ булғансы сафта йөрөйҙәр. Атлап барғанда штыгың һелкенмәҫкә тейеш! Был талапты үтәй алмағандарҙың командир арт һанына тибә. “Неуклюжий! Баран! Тупой! Ротозей!” кеүек мыҫҡыллау һүҙҙәре таш һымаҡ туҡтауһыҙ яуа. Ауылдарҙан алынған башҡорт, татар егеттәренең бәғзеләре ҡайһы саҡта командирҙың буталсығыраҡ телен төшөнөп тә етмәй, оятһыҙ һүҙҙәренән ҡолаҡтары тона. Ул иҫ киткес тупаҫ, ғәйебе булһа-булмаһа ла егеттәрҙе эттән-эткә һалып һүгә, төрлөсә мәсхәрәләй. Һалдаттар төндәрен шым ғына хәбәрләшә:
– Атыу оҫталығына, һуғыш алымдарына өйрәтерҙәрме тиһәң, көноҙоно – строй!
– Өҙлөкһөҙ стройҙа йөрөүҙең, штыгың һелкенеү-һелкенмәүҙең һуғышта кәрәге бармы икән?.. Шуны һис аңламайым.
– Бына-бына үлемесле яу ҡырына китәсәк кешеләргә енәйәтсегә, дошманға аҡырған һымаҡ аҡыра бит әле.
– Беҙҙә малға ла улай баҡырмайҙар.
– Һуғышта осраһа, ул “ҡоҙғон”до, нәғәләтте сәпәр ҙә ҡуйыр инем. Ер йөҙөндә, исмаһам, бер хәшәрәт аҙайыр ине.
– Тсс!.. Йә берәйһе ошаҡлап ҡуйыр, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп булыр...
Миңләхмәт тә башҡаларға ҡолаҡ һалып, борсолоп уйлана. Төрлө кеше – төрлө холоҡ. Ололар әйтмешләй, бер әҙәм бар – әҙәмдән яҡшы, бер әҙәм бар – шайтандан шаҡшы. Командир тарафынан көн һайын кәмһетелеүгә дусар һалдат һуғыш яланына ниндәй кисерештәр менән барып инер һуң?..
Бер нисә көн рәттән киң генә траншея аша һалынған йомро бүрәнә буйлап йүгереп сығыу бурысы ҡуйылды. Миңләхмәттең яҡташы, күрше Абҙай ауылынан өлкән йәштәге ағай был күнекмәне йәштәр һымаҡ йылдам ғына үтәй алмай ҙа ҡуя һәм йыш әрләнә, туҡмала. Өҙлөкһөҙ ямғыр яуған көндә ул тайғаҡ бүрәнәнән яртылаш һыу тулған соҡорға йығылды ла төштө. Сығырынан-сыҡҡан теге “ҡоҙғон” ҡушаматлы командир уны шинель яғаһынан эләктереп, соҡорҙан һөйрәп тигәндәй сығарҙы ла ажғырынып типкесләй башланы. Бите батҡаҡҡа буялған, өҫтөнән бысраҡ һыу ағып торған бахыр ағайҙың түҙемлегенең сиге еткәндер инде, аяғына баҫҡас, кинәт кенә боролдо ла “ҡоҙғон”доң яңағына тондорҙо. Күҙҙәре аҡайған офицер: “Гад! Пристрелю!..” – тип һүгенә-һүгенә кобураһына тотондо. Олораҡтар шунда уҡ командирҙы уратып алды. Ағайҙы ҡулға алып, ябып ҡуйҙылар.
Күнекмәләр туҡтаны. Барыһы ла өнһөҙ ҡалды. Хәрби тәртипте боҙған, командирға ҡул күтәргән өсөн ғәйеплене йә атасаҡтар, йә штрафбатҡа ебәрәсәктәр. Шым ғына казармаға ҡайттылар. Төҫкә-башҡа күркәм, ҡарашы асыҡ олпат уҙаман һүҙ ҡушты:
– Үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ, хәл хәтәр. Өнһөҙ-тынһыҙ ҡалмайыҡ, ағайҙы ҡотҡарайыҡ! Лагерь командованиеһына илебеҙ өсөн йәнен бирергә әҙер ватандашыбыҙҙың рәхимһеҙ туҡмалыуы тураһында рапорт бирәйек, яуыз офицерҙы беҙҙән алыуҙарын һорайыҡ.
– Ризабыҙ! Ризабыҙ! – тип һәммәһе лә теләктәшлеген белдерҙе.
Уҙаман бик зиһенле, уҡымышлы, күрәһең, йәһәт кенә мөрәжәғәтнамә яҙҙы. Берәү ҙә баш тартмай үҙ имзаһын ҡуйҙы. Яуапты ныҡ тулҡынланып, түҙемһеҙләнеп көттөләр. Бәхеткә күрә, конфликт ағай файҙаһына хәл ителде. Бөтәһе лә еңел һуланы. Ротаға итәғәтле офицерҙы командир итеп ҡуйҙылар. Теге “ҡоҙғон” башҡаса күренмәне лә, ҡарҡылдағаны ла ишетелмәне.
Ер туңып, ҡырпаҡ ҡар яуа башлағас, яңы ойошторолған хәрби часты тауар поезының теплушкаларына тейәп, фронтҡа оҙаттылар. Алкин лагерында үткәргән ай ярым ваҡыт йөрәктәрҙе өйкәгән мәхшәр күренеш булып хәтерҙә ҡалды. Баш ҡазаһынан ҡотолған ағай:
– Рәхмәт, мең рәхмәт, егеттәр! Мәғәнәһеҙ, хурлыҡлы үлемдән араланығыҙ. Әтү Алкин алҡымдан алғайны, – тине.
***
Тәгәрмәстәр тыҡылдауына күнегеп, туйғансы йоҡлап, иркенләп әңгәмәләшеп барҙылар. Ғаиләлеләрҙең уйында – йорт, бала-саға, йәш егеттәрҙең телендә – ҡыҙ-ҡырҡын. Имен-аман тормоштоң ҡәҙерен ир-ат әле, илгә дошман ябырылғас, нығыраҡ аңлай, баһалай, Гитлерҙы ҡәһәрләй. Аяуһыҙ ҡан ҡойошта иҫән ҡалыуҙарың, тыуған тупрағыңа ҡайтып аяҡ баҫыуҙарың икеле. “Уйлаһаң-уйламаһаң да, был ғүмер үкенесле”, – тип ауыр һулап та ҡуялар.
Поезд ниндәйҙер ҙур ғына станцияға килеп туҡтаны. Ғәскәри часҡа эшелонды бушатырға бойороҡ бирелде. Артабан йәйәүләп, марш атлап, илбаҫарҙар менән бәрелеш барған тарафҡа ҡуҙғалдылар. Алда – алыш, атыш, үлеш... Юл буйында шомло, эс бошорғос күренештәр күҙгә ташлана: бөтөнләй янып бөткән йә иһә яртылаш янған ауылдар, ялҡындан ҡарайған, мөрйәләре һерәйеп торған мейестәр, төтөн төтәткән ер өйҙәр, эҙләнеп йөрөгән эттәр, бесәйҙәр... Ни әмәл менәндер именерәк ҡалған ауылға еттеләр. “Привал!” Шул фарманды көтөп, һыуһап килгән һалдаттар ҡуналҡаға туҡтаны. Тәүҙә ҡолғаһы күренеп торған яҡындағы ҡойоно урап алдылар. Силәк күп тә түбән төшмәй, нимәгәлер барып төртөлдө. Эйелеп ҡарағайнылар... Мәйеттәр... Ырғаҡҡа эләктереп, кәүҙәләрҙе тартып сығарҙылар. Араларында үҫмерҙәр ҙә бар. Йөрәктәр тетрәнде, күңелдәр нәфрәтләнде, асыу осҡондай сәсрәне:
– Үәт вәхшиҙәр!
– Үәт йыртҡыстар!