Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала25.04.2015
Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала Рухи ҡөҙрәт йәншишмәләй ырыуынан урғыла тигәндәй, бәрәкәтле Күсей — әҙәбиәткә ике Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипованы биргән ауыл. Шулай уҡ күсейҙәр шағир Батыр Вәлид, “Әлифба”ның тәүге авторы, педагогия фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмов менән хаҡлы ғорурлана. Баймаҡ районында иғлан ителгән “Ҡөҙрәтле һүҙ” әҙәби фестивале юҡҡа ғына Күсейҙән башланманы.

Сара Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңле­ғолов хөрмәтенә ҡуйылған обелискка сәскә һалыуҙан башланды. Артабан баһалама ағзалары мәктәптә урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышты. Унан мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы тарафынан һүҙ ҡөҙрәтенә бағышлап әҙерләнгән матур сара башланды. Уны ойош­то­роуға мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов, китапханасы Флүзә Үтәгәнова, уҡытыусылар Нәркәс Үтәғолова менән Гүзәл Игебаева күп көс һалған.
Күсейҙәр Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарын яттан һөйләне, берәүһенең һүҙҙәренә яҙылған йырҙы Әлфир Заманов бик оҫта башҡарҙы. Уҡыусылар шағирға хат яҙып, уның менән осрашырға теләүен белдергәйне. Таңсулпан Ғарипованың ижадына ҡарата һөйөүҙе лә бик үҙенсәлекле итеп күрһәтте күсейҙәр. Улар яҙыусының “Китмәгеҙ, торналар!” әҫәренән өҙөк сәхнәләштереп, бөгөн тотош милләт афәтенә әйләнә барған эскелектең ни тиклем фажиғәле, ауыр ғазаптарға илтеүен һәр кемдең күңеленә еткерергә тырышты. Сарала яугир шағир Батыр Вәлидтең шиғырҙары ла яңғыраны.
Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә әллә күпме талант биргән ауылда ошо юлды лайыҡлы дауам иткән йәш быуын үҫеп килә. Мәҫәлән, Хәмиҙә Әбдрәхимова, Әнүзә Ғәбделисламова, Рәфилә Исламғолова, Илсиә Баймөхәмәтованың шиғырҙарын ауылдаштары яратып ҡабул итә.
Ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина фестивалдең символы булған һөлгөнө Иҫке Сибай хакимиәте етәксеһе Илдар Бикбаевҡа тапшырып:
— Күсейҙәр һәр ерҙә берҙәм, дәртле һәм талантлы булыуы менән айырылып тора, — тине. — Таланттар төйәге булған ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе, яратҡан шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырынан “Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала” тигән ҡөҙрәтле юлдарҙы һөлгөгә сиктек. Әҙәбиәт йылында бер-беребеҙгә яҡшы һүҙ әйтеүҙән туҡтамайыҡ.
Әйткәндәй, күсейҙәр районда иң күп китап уҡыусылар рәтендә. Мәҫәлән, ундайҙар араһында аҡһаҡалдарҙан 75 йәшлек Әхмәтзакир Иҫәнғолов, ағинәйҙәрҙән Ғәлиә Ыласынова, Тәнзилә Үтәғо­лова, атайҙарҙан Хәмитйән Мусин, килендәрҙән Гөлсәриә Байназарова, уҡыусыларҙан Инйәр Ишбирҙин, Илназ Сәфәрғәлин, Нурзидә Баймө­хәмәтованы билдәләргә мөмкин. Ә мәктәптең иң күп китап уҡыған класы номинацияһына өсөнсөләр лайыҡ булды.
Тимәк, бәрәкәтле Күсей ерендә артабан да әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һөйөү, халыҡтың китап уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы кәмемәйәсәк.







Вернуться назад