Моңло бүләк25.04.2015
“Йырым булһын бүләгем!” тигән исем менән Мәһәҙей ауыл мәҙәниәт йортонда Сәғит Алтынбаев етәкселегендәге Байназар ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары халыҡҡа бик матур әҙәби-музыкаль тамаша бүләк итте. Был кис мәһәҙейҙәр өсөн, ысынлап та, көтөлмәгән мөғжизә, ҡыуаныс булды.

Ошо ауыл ҡыҙы, бынамын тигән сәхнә оҫтаһы Фәнүзә Ишбаеваның идеяһы менән һуғарылған һәр сығышты тамаша­сыларҙың көслө алҡыштары, шат йыл­ма­йыуҙары оҙатты. Байназар артистары Сәрүәр һәм Нуриман Ишемовтар, Зәкирә Латипова, Венера менән Ғәле Ишемовтар, Зәлиә Ғари­фуллина һәм ошо көн­дәрҙә ғүмер байрамдарын билдә­ләгән башҡа хөрмәтле ауылдаштарыбыҙҙы ҙурлап, уларға иң яҡшы теләктәр менән бергә йыр-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.
– Заманында сәхнәләрҙе балҡытып, Мәһәҙей урамдарын йыр-моңға күмеп, ҡаяларҙы шаңғыратып йырлап, күңелдәребеҙҙе байыт­ҡан Сәғәҙей олатай Сәйәховты, Зиннур апа Ишемовты, сәнғәт күге йондоҙо Мәс­түрә Назарованы һәм башҡа оҫталарҙы онотоу мөмкин түгел. Бөгөн дә уларҙың балалары сәхнәләрҙе йәмләп, йыр-моңдарын йәш быуынға еткерә, Аллаға шөкөр. Әйткәндәй, Нуриман ағай Ишемов, Сәрүәр апай Тайыпова һәм башҡа бик күптәр бөгөн дә халҡыбыҙ йырҙарын оҫта башҡара. Афарин, ауылдаш­тары­быҙ! – тине, үткәндәргә байҡау яһап, Фәнүзә Ишбаева.
Ә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған йырсыбыҙ Муса Нурдәүләтов үҙенең яратҡан моң-көйөн бүләк итте. Флүр Дәүләтшиндың “Өсмөйөшлө хаттар”ын, Ҡадир Мостафин башҡарыуындағы “Сәлимәкәй”, “Һандуғас” исемле халыҡ йырҙарын, Тәғзимә Сәғитованың, Нажиә Ишҡыуатованың, Зөлфиә Юлъяҡшинаның сығыштарын халыҡ яратып ҡабул итте. Юморға ҡоролған шиғырҙары, күңелдәрҙе иретерлек һүҙҙ­ә­ре менән Фәнүзә Ишбаева ауылдаш­тарын туйғансы көлдөрҙө лә, фәһемле минуттар бүләк итеп, уйландырҙы ла. Оҙаҡ осрашмағас, ауылдаштары уны һағынып та киткән: исмаһам, Фәнүзәне күрҙек, тип ҡыуанғандар күп ине залда. Районда үткән “Шәп килендәр” конкурсында еңеүселәр Нажиә Ишҡыуатова, Зөлфиә Юлъяҡшина, Фирҙәүес Аҫыл­бае­валарҙың уңған килендәр икәнлеген белде мәһәҙейҙәр был тамашала. Сәғит Алтынбаев менән Фәнүзә Ишбаева Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау “ спектак­ленән өҙөк сәхнәләштерҙе. Фирҙәүес Аҫылбаеваның “Замана Байығы”, “Йүкә­гүр генәйем” бейеүҙәре генә лә ни тора! Үҙе бик оҫта алып барыусы ла, шәп бейеүсе лә Фирҙәүес. “Байыҡ” телетапшырыуына барһа, еңеүсе исемен алыр ине тигән фекерҙә ҡалды халыҡ, һоҡланып.
Музыкаль яҡтан концертты Әлфир Хәсәнов менән яҡташыбыҙ, әлеге көндә Учалы ҡалаһында эшләгән Артур Нәж­метдинов биҙәне.
Халыҡ бик ҡыуанып, илһамланып, йә­шәүгә дәрт алып таралышты был матур саранан.








Вернуться назад