“Китапса түгел, халыҡса фекерлә”25.04.2015
“Китапса түгел, халыҡса фекерлә” Сәйетбаба ауылында “Жәлил Кейекбаевтың башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлауҙағы өлөшө” тигән фәнни-ғәмәли конференция булды. “Океанда балыҡ нисек йөҙгән булһа, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев та фән диңгеҙендә шулай ҡолас ташлап йөҙә ине... Кешелек йәмғиәтендә бер объектив законлылыҡ бар: ниндәй булһа ла халыҡ йәки милләт араһынан йөҙ йылға бер тапҡыр айырыуса талантлы, хатта бөйөк шәхестәр сығып тора. Бындай кешеләрҙе, ғәҙәттә, халыҡ улы йәки халыҡ ҡыҙы тип йөрөтәләр. Был бөйөк исемде Ж. Ғ. Кейекбаевҡа ҡарата ла ҡулланырға мөмкин”. Шулай тип яҙғайны остазы хаҡында филология фәндәре докторы, профессор Ғәли Сәйетбатталов.

Әлеге сара мәшһүр ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғалағы Йорт-музейына сәйәхәт ҡылыуҙан башланды. Бында ҡунаҡтар Жәлил Ғиниәт улының тормош, ижад юлына арналған бай экспонаттар менән танышты. Әйткәндәй, уны ойоштороуға ғалимдың уҡыусыһы Ғиндулла Шәйәхмәтов күп көс һалған. Музейҙы ҡарағандан һуң сәйетбабалар шөһрәт­ле яҡташтарының ижады буйынса әҙәби-музыкаль композиция күр­һәтте.
Башҡорт тел ғилемендә киң билдәле фән әһеле, талантлы яҙыусы, оҫта тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Кейекбаевтың ғилми-теоретик һәм әҙәби мираҫы башҡорт һәм төрки тел ғилемендә генә түгел, донъя филологияһында ла айырым урын биләй. Уның хеҙмәттәренең, педагогик, ижтимағи эшмәкәрлегенең әһәмиәте республика, төркиәт һәм донъя фәне өсөн баһалап бөткөһөҙ. БДУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусыһы, филология фән­дәре кандидаты Венер Ғәниев, Йорт-музей директоры, филология фән­дәре кандидаты Римма Ишмыр­ҙина арҙаҡлы ғалимдың киң яҡлы хеҙмәте, уның бөгөнгө әһәмиәте хаҡында һөйләне.
“Китапса түгел, халыҡса фекерлә”Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Жә­лил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Р. Сәфәрова белем усағында шәхес­тең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауҙары, уңыштар хаҡында бәйән итте.
– Туған телдәрҙе һаҡлау көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала, — тине ул. — Гимназиябыҙҙың оло шәхестең исемен йөрөтөүе яуап­лылыҡ өҫтәй, асылыбыҙҙы билдәләй. Уның “Башҡорт телен бе­леү генә етмәй, уға ғашиҡ булырға кәрәк” тигән һүҙҙәре көндән-көн көслө яңғыраш ала. Шулай уҡ беҙҙә урыҫ, инглиз телдәрен тәрәнәйтеп өйрәнеүгә лә иғтибар көслө. Ошо белем усағының сығарылыш класс уҡыусыһы Динара Өмөтҡужина бө­йөк ғалимдың юлын дауам иткән­дәрҙең береһе – БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты Ғәлийән Ҡаһарманов — хаҡында сығыш яһа­ны. “Ғәлийән Ғәйнетдин улы Жәлил Кейекбаевты күреп белеүен, уның уҡыусыһы булыуын яҙмышының яҡты бите итеп хәтерендә һаҡлай, – тигән юлдар бар ине был телмәрҙә. — Беренсе курста уҡ Жәлил Кейекбаевтың докторлыҡ диссертацияһы ниге­ҙендә сығарылған ҙур хеҙмәте – “Башҡорт теленең фонетикаһы” — буйынса уҡый башлайҙар. Ғәлийән Ғәйнетдин улы III курста сағында Бөйөк Октябр­ҙең 50 йыллығына бағышланған ғилми конференцияла сығыш яһай. Ә секцияның ғилми етәксеһе Жәлил Кейекбаев була”.
Бөгөн профессорҙың мираҫын хатта башланғыс класс уҡыусылары ла тикшерә, өйрәнә. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың иң йәше – Красноусол башҡорт гимназия-интерна­тының I класс уҡыусыһы Айназ Мәхийәнов — уның әкиәттәре хаҡын­дағы сығышы менән барыһын һоҡландырҙы. “Яҙыусының хайуандар, йәнлектәр тураһындағы әкиәт­тәре тирә-яҡты танып белеүҙә, балаларҙы тәрбиәләүҙә ҙур әһә­миәткә эйә. Үкенескә ҡаршы, ара­быҙҙа был әҫәрҙәрҙе белмәгән уҡыусылар ҙа бар”, – тине ул. Ә IV класс уҡыусыһы Лилиә Саттарова үҙ эшен ғалимдың Йорт-музейын булдырыуға тос өлөш индергән Ғиндулла Шәйәхмәтовҡа арна­ғайны.
Конференцияла шулай уҡ Стәр­летамаҡтағы 3-сө башҡорт гимназияһынан Лилиана Кәримова, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары Ғәлиә Сәйетбатталова, Регина Иҙрисова, Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары Юлиә Вахитова, Гөл­сирен Фәйзуллиналарҙың сығышы ла төплө булды.
Профессор Ж.Кейекбаевтың тел ғилеме өлкәһендәге хеҙмәттәре педагогика һәм методика фәндәре үҫешенә нигеҙ һала. Бөгөн ул нигеҙ­ләгән теорияларға таянып төҙөлгән дәреслектәр, әсбаптар — уҡытыу­сыларға ҙур ярҙамсы. “Ҡулланылыу мөхите ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, тел йәмғиәттең иң ҡиммәтле хазинаһы һанала”, – тип яҙған Жәлил Кейекбаев. “Әҙәбиәткә шиғыр менән килһәм дә, туҡталып булманы, телде өйрәнергә керештем. Һәйбәт әҫәр яҙыр өсөн уны яҡшы белергә кәрәк, сөнки телһеҙ әҙәби әҫәр юҡ. Шулай итеп, фән юлына ауыштым. Хәҙер әҙәби китаптарым да аҙ түгел, телде камиллаштырыуҙа ғилми асыштарым да байтаҡ. Улар – минең һөнәр емешем”, – тигән ул.
Тел ғилеме – ҙур ижтимағи әһә­миәткә эйә булған фән. Жәлил Кейекбаев, ошо өлкәлә күп эш башҡарып, ысын мәғәнәһендә ба­тырлыҡ күрһәтә, башҡорт халҡының ғорурлығы булыр­лыҡ шәхестәр рәтенә баҫа. Ул башҡорт ҡына түгел, ә урыҫ, герман, төрки, монгол, фин-уғыр телдәре белгестәре һәм башҡалар алдында хеҙмәттәре менән хөрмәт ҡаҙана. Тормошто яҡшы белеү, күҙәтеү­сәнлек, лексик байлыҡ яғынан Жәлил Кейекбаев хәҙерге яҙыусыларға үрнәк булып тора, һабаҡ бирә. “Китапса түгел, халыҡса фекерлә, шулай яҙ”, – тип әйтергә яратҡан ул.
Тәбиғәт Жәлил Ғиниәт улына һәләтте йәлләмәй биргән. Ундағы аҡыл, аналитик ҡараш, феноменаль хәтер һәр кемде хайран итерлек. Ул өҫтәүенә һәйбәт әңгәмәсе, бына тигән табындаш, йырсы, музыкант та булған.
Ж. Кейекбаевтың ғилми, әҙәби, рухи мираҫы – мәңге ҡоромаҫ шиш­мә, халҡы өсөн ҙур байлыҡ. Китаптары – бөтөн ижад кешеләре, яҙыусылар, уҡытыусылар, уҡыу­сылар өсөн көн дә ҡулланыла торған ҡиммәтле хазина. Әйткән­дәй, конференцияла Йорт-музей директоры Римма Ишмырҙина ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың ярҙамы менән ғалимға бюст эшләнә башлауы хаҡында ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе.


Вернуться назад