Вики-һабантуй башҡорт теленең мөмкинлеген арттырамы?24.04.2015
Һуңғы арала Башҡорт википедияһы, вики-һабантуй тураһында йыш ишетәбеҙ. Әммә күптәр уның нимә икәнен дә, ни өсөн кәрәклеген дә аңлап бөтмәй. 24 –26 апрелдә “Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы башҡорт теленең генә түгел, дәүләтселегебеҙҙең иң төп теле аша милләтебеҙгә ҡағылышлы сәйәси, ижтимағи, мәҙәни, әҙәби, иҡтисади, хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙе тап Интернет селтәре аша алыу мөмкинлеге, уның даирәһен киңәйтеү тураһында һүҙ алып барасаҡ. Баш ҡалабыҙҙа үтәсәк был сараны Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә “Викимедиа РУ” ойоштора.

Үрҙәге һорауҙарға әйләнеп ҡайтабыҙ. Иң тәүҙә башҡорт википедияһының даирәһе киңәйһен өсөн Интернетта туған телебеҙҙең мөмкинлектәрен арттырыу зарур. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә күптәр рус шрифттары менән башҡортса яҙырға тырыша. Был – шулай уҡ башҡорт телендә материал эҙләгән кеше өсөн тотҡарлыҡ.
Башҡортса шрифтҡа күсерә белмәйем, ни өсөндөр күсмәй, тип йүкә шына ҡаҡҡандар аҙ түгел. Ғәмәлдә уның бер ҡыйынлығы ла юҡ, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә аралашайыҡ. Бының өсөн компьютерҙың “Языковая панель”гә “мышка”һының уң төймәһенә баҫырға ла “Параметры” тигәнде эҙләп табырға кәрәк. Артабан “Языки и служба текстового ввода” яҙмаһына, аҙаҡ “Общие” тигән урынға төртәбеҙ. “Добавить” тигән яҙыу пәйҙә булыу менән “Башкирский” тигән һүҙгә билдә ҡуябыҙ һәм “Ок” тигәненә баҫабыҙ. “Применить” тигән яҙма күренгәс, шунда төртәбеҙ ҙә, “Ва” исеме аҫтында башҡорт теле һеҙҙең компьютерҙа ҡулланыуға әҙер икәнлеге күрһәтелер. Шунда баҫабыҙ. Элек ё, 2, 3, 4, 5, 7, 8, =, \ тигән яҙмалар торған урында башҡорт хәрефтәре (ә, ө, ҡ, ғ, ҫ, ҙ, һ, ү, ң) баҫыла башлаясаҡ. Программаны яңыртҡанда, башҡорт теле юғалыуы ихтимал, шуға күрә был аңлатманы үҙегеҙгә һаҡлап һалып ҡуйығыҙ. Быныһы беренсе класҡа барғанда өйрәнә торған өйрәнсек дәрес тиергә лә була.
Икенсенән, Башҡорт википедияһы бөтөн донъяға башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө хаҡында мәғлүмәт тарата. Әйтәйек, беҙҙә китаптар бик бәләкәй тираж менән сыға, әммә Башҡорт википедияһына инеп, донъяның ҡайһы тарафында йәшәүенә ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ туған телендә мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, вики-һабантуй хаҡында хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, яңылыҡтар менән түбәндәге адрес буйынса танышырға була: https://ru.wikimedia.org/wiki/Вики-Сабантуй_2015.
Иң мөһиме – Башҡорт википедияһына яңылыҡтарҙы һәр беребеҙ һалыу мөмкинлегенә эйә, ул бары тик милләтебеҙ тарихына, йәшәйешенә, көнкүрешенә бәйле булһын. Эйе, Интернет селтәрендә тел мөмкинлектәрен заманса файҙаланған милләттәштәребеҙ бар, әммә күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, берҙәм тотонайыҡ аҡтарылмаған сиҙәмдәргә. Ирекмәндәрҙе етәкләгән алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ Рөстәм Нурыев та беҙҙе әленән-әле шуға саҡыра. Ниңә телефондарҙа, айфондарҙа, Интернетта башҡорт теле юҡ икән, тип зар­лана инек бер мәл. Аллаға шөкөр, эшлекле егеттәр, ҡыҙҙар булғас, телебеҙ мөмкинлектәре киңәйә, арта. Замандан артта ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Үҙ-ара йәнле аралашыу менән бергә, заман технологияларының да башҡорт телендә һөйләшә башлауы тап виртуаль донъялағы милләттәштәребеҙҙең эшмәкәрлегенә бәйле. Гөрләп үтһен Вики-һабантуй! Еңеүсе булһын башҡорт теленең яңы мөмкинлектәре!






Вернуться назад