Әйтер һүҙем бар22.04.2015
Әйтер һүҙем бар Әҙәбиәт йылы уңайынан республика матбуғатында, радио, телевидениела яңы проекттар күренә, ҡыҙыҡлы конкурстар иғлан ителә. Яңыраҡ “Башҡортостан – Рәсәй” телеканалында эфирға сыға башлаған “Әйтер һүҙем бар” тапшырыуы ла әҙәби һүҙгә, шиғри моңға сарсағандарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Кемдең башына килде икән был шәп идея, тип уйланым Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Зарлана күрмә!” тигән шиғырын яттан һөйләгәндә. Каналдың хеҙмәткәре, театр сәнғәте белгесе, ошо тармаҡҡа ҡағылышлы үҙенең тәрән фекерҙәре менән иғтибарҙы йәлеп иткән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғоловаға мөрәжәғәт итеп, әңгәмә ҡорҙом.

– Наилә апай, “Әйтер һүҙем бар” проекты­ның идея авторы кем?
– Мин үҙем. Күптән йөрөй ине күңелемдә ул хыял. Беҙҙең халыҡ шиғыр ярата, моңға табынып йәшәй, шуға күрә Әҙәбиәт йылында тамаша­сы­ларға шиғри һүҙ ме­нән мөрәжәғәт итеү йәнебеҙҙе сафландырып ебәрер, зи­һендәребеҙҙе яҡ­тыр­тыр тигән өмөт менән тотондом был эшкә.
– Ижади коман­дағыҙ менән та­ныш­тырһағыҙсы?
– Режиссерыбыҙ – Розалия Рама­ҙанова, монтаж инженеры – Әлфиә Арыҫланова, оператор – Алик Әхмәтгәрәев. Бына ошо төркөм, шәхестәр менән осрашып, тап заманға, замандаштарға әйтер һүҙҙәрҙе халыҡҡа еткерә.
– Әйткәндәй, геройҙарығыҙ сәнғәт әһелдәре генә түгел бит?
– Шиғырҙарҙы төрлө өлкәлә республикала билдәле шәхестәр уҡый. Улар ара­һында сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, сәнғәт, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, рәссамдар ҙа бар. Шуныһы ҡыҙыҡ, кемгә генә мөрәжәғәт итһәк тә, тәҡдимебеҙҙе ихлас ҡабул итәләр. Әлбиттә, ваҡыттары тығыҙ, әммә күҙ алдынан етеҙ тиҙлек менән үтеп барған заманыбыҙҙың ялынан тотоп алып, беҙгә килеп шиғыр уҡығандары өсөн ҙур рәхмәт уларға. Юҡ, кәрәкмәй, тиһәләр, бер ни ҙә әйтә алмаҫ инек. Киреһенсә, һәр кем шиғыр менән, шағир һүҙе аша дәүеребеҙҙең күҙенә тура ҡарарға мөмкинлек табырға тырыша.
– Бәлки, әҙәби әҫәрҙәрҙе шулай халыҡҡа еткереүҙе йолаға индерер­гә­лер? Әҙәбиәт йылы уңайынан тағы ла яңы проектығыҙ бармы?
– Проектты оҙайлы итеп эшләргә лә була ул, әле ул хаҡта уйланабыҙ. Әммә тамашасыны бер үк нәмә ялҡыта, әҙәбиәткә бәйле яңы эштәр хаҡында уйларға кәрәк, минеңсә.
Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау кисәһе иһә театрҙарыбыҙҙың береһендә тамашасылар менән бергә ойоштороласаҡ. Кисәнән алынған килем “Гәлсәр һандуғас” проектында ҡатнашҡан мөмкинлектәре сик­ләнгән балаларға бирелә.
“Башҡортостан” каналында “Күңел нуры” тип аталған икенсе проектым эфирҙа бара. Әйткәндәй, кемдәр беҙҙең тапшырыуҙарҙы үҙ ваҡытында ҡарап өлгөрмәй, каналдың сайтына инеп таныша ала.
Әйтер һүҙем бар– Шиғыр уҡыусылар һәм телевизор ҡараусылар ниндәй фекерҙә?
–Тәьҫораттар бик яҡшы! Ҡатнашҡандар ҙа, телевизор ҡараусылар ҙа рәхмәтен белдерә. Кешеләр матур, аҡыллы һүҙгә сарсаған икән. Зыр әйләнеп торған донъяла тик бер мәлгә генә туҡтап шиғыр уҡыһаң йәки тыңлаһаң, мәңгелек төшөнсәләр ха­ҡында уйлана башлайһың. Яҡшылыҡ, изгелек ҡылыу теләге тыуа. Әҙәбиәттең, кешелектең төп маҡсаты ла шул. Урал батыр ҙа бит беҙгә: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ! Кеше булһын затығыҙ!” – тип васыят әйтеп ҡалдырған.
– Наилә апай, күрәһең, үҙе лә бик шиғыр ярата?
– Әлбиттә, шиғыр яратам. Ҡайһы саҡ берәй нәмәне аңлатып та төшөндөрә алмаһам, аңламайҙар шағир йөрәген, тип көлдөрөп тә алам. Шағирҙарға һәр саҡ ниндәйҙер һоҡланыу, тулҡынланыу менән ҡараным. Уларҙың заман елдәренә йөрәген асып, халҡы һыҙланыуын һүҙҙәр аша еткерә алыуынан тетрәнәм. “Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!”– тип юҡҡа әйтмәгәндер Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов.

Лариса АБДУЛЛИНА
әңгәмәләште.


Вернуться назад