Сихри моңға сорнаны14.02.2012
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһындағы Ҡурай байрамында халыҡ тылсымлы моң сығанағының ғәжәйеп мөмкинлектәрен күреп хайран ҡалды, мәшһүр ҡурайсылар тарафынан яңғыраған көйҙәрҙе тыңлап кинәнде.
Тамашаның беренсе бүлеге 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып дан ҡаҙанған ата-бабаларыбыҙ тураһында ине. Кисәне Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов “Сыбай ҡашҡа” йыры менән асып ебәрҙе. Бүлек үҙ эсенә биш күренеште алды: “Йыйын”, “Иҫтәлектәр”, “Оҙатыу”, “Һуғыш”, “Ҡайтыу”. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков, шулай уҡ Белорет районынан килгән аҡһаҡал-ҡурайсыларыбыҙ республика конкурстары лауреаты Әсҡәт Хәйернуров менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәхмүт Түләбаев башҡарған “Урал”, “Сыңрау торна”, “Боронғо һалдат маршы”, “Ҡарағай”, “Баяс”, “Тәфтиләү”, “Ҡаһарман кантон”, “Ирәмәл”, “Буранбай” кеүек ҡабатланмаҫ йырҙарыбыҙ күңелдәрҙе әсир итте.
Концерттың икенсе бүлегендә ҡурайҙың баян, фортепиано менән, хатта эстрада аранжировкаһында яңғырашы һәр кемдең күңеленә яңы зауыҡ өҫтәгәндер.
Эльнара ХАФИЗОВА.


Вернуться назад