Йырлап асыла күңел14.02.2012
Йырлап асыла күңелКүңелдәрҙе елкендерерлек һәм дәртләндерерлек концерттарҙы кем яратмай?! Юҡҡа ғына, йыр йырламай, йөрәк баҫылмай, тимәйҙәр. “Йыр — йөрәккә ял”, “Мәжлес күрке йыр менән”, “Йыр күңелгә ҡыуаныс, күңелһеҙгә — йыуаныс” тигән мәҡәлдәр ҙә халыҡ теленән төшмәй. Кәйефһеҙ саҡтарҙа, күңелем тәҙрәһенә ҡояш төшөрөр, ғөмүмән, донъямды яҡтыртыр өсөн мәҙәниәт усаҡтарына ашығам”, — тигәйне дуҫым. Уның әллә ҡасан әйткән һүҙҙәре ҡолағымда әле лә сыңлап торғандай. Яҡтылыҡ тигәндән, 15 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле шағирә Гөлфиә Юнысованың “Ихласлыҡ — донъяның яҡтыһы” исемле йыр-моң кисәһе була. Шул уңайҙан ижадсы менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
— Йырлайыҡ әле, дуҫтарым,
Йырлап асыла күңел;
Йырлап асылмаһа күңел,
Мәңге асыласаҡ түгел, —
тиҙәр.
Атайымдың яратып йырлай торған биш-алты йыры булды, был — шуларҙың береһе, — тип башланы һүҙен Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы. — Мәктәп йылдарында үҙем шиғыр яҙа башлағас ҡына атай-әсәйем, ауылдаштарым йырлаған йыр-таҡмаҡтарҙың мәғәнәһенә иғтибар иттем. Атайым әлеге йырҙың “йырлап асылмаһа” тигән һүҙҙәрен “йырлап та асылмаһа” тип үҙгәртеп, көсәйтеберәк ебәрә ине.
Ысынлап та, йыр менән ҡайғы баҫып, күңел асып, һағыш таратып, дәрт-көс алып йәшәй кеше. Йыр-моң — бәндәнең ғүмерлек юлдашы, дуҫы, серҙәше. Ниндәй йыр-моң яратыуына ҡарап, кешенең характерын, үҫеш кимәлен, фекерләү мөмкинлектәрен, хис-тойғо юғарылығын белеп була, тибеҙ. Хаҡ һүҙҙәр икәненә шик юҡ. Шуларға өҫтәп, айырым кешеләрҙең генә түгел, йырҙары аша хатта халыҡтарҙың, илдәрҙең рухи хәлен, тарихын, киләсәккә ынтылыштарын да күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Мин йырһыҙ йәшәй алмайым. Әле атайымдың йыры хаҡында әйтеп китһәм дә, атай-әсәйем моңло тауышы менән тирә-яҡта дан алған, сәхнәләрҙә йырлап йөрөгән кешеләр түгел ине. Йырһыҙ ҙа йәшәмәнек. Әсәйем йырҙың шиғырын да, көйөн дә үҙе сығарып йырлай торғайны. Мәғәнәле, халыҡсан образдарға бай йырҙарын ауылдаштарым, ҡәҙерлемдең вафатына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, хәҙер ҙә кисәләрҙә, ҡунаҡтарҙа йырлап йөрөй.
— Ысынында, йырһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Һеҙҙе бәләкәйҙән таҡмаҡ сығарыуға маһир булған, тиҙәр.
— Йыр-моңға тартылыуым көслө булғандыр инде — үҙебеҙҙә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла ҡуйылған концерт, спектаклдәргә барыу сараһын таба инем. Өйҙәге бәләкәй радионан тапшырылған йыр-моңдо ултырып түгел, гел баҫып тыңлай торғайным. Уларҙан алған илһам бик еңелдән булмаған тормошомдо яҡтыраҡ, тылсымлыраҡ, матурыраҡ итте, бала саҡ, үҫмерлек осоромдағы хыялдарыма ҡанаттар ҡуйҙы.
Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ берәй заман йырҙар ижад итәсәгемде белә инем. Ауыл эргәһендәге ҡайын төбөндә киске уйынға йыйылған йәштәр гармунға ғына түгел, күбеһенсә таҡмаҡҡа бейей. Араһында ниндәйҙәре генә юҡ!
“Клубтарҙа уттар һүнгәс,
Кинолыр, тигән инем,
Сабаталарын да сискәс,
Ҡуналыр, тигән инем”
һымаҡ тәүге ҡарашҡа көлкөлө, ә инде төптән уйланғанда һуғыштан һуңғы осор ҡатын-ҡыҙҙарының яңғыҙлыҡ фажиғәһен тасуирлаған таҡмаҡтар алмаштыра. Улар бөтһә, уйында ҡатнашыусылар миңә, әсәһенә оҡшап таҡмаҡ сығара белгән 10-12 йәшлек ҡыҙыҡайға, мөрәжәғәт итә. Беҙ әхирәт ҡыҙҙар менән ситтән генә уйынды күҙәтәбеҙ. Минең ошондай кәрәк саҡта өйҙә үк әҙерләп алып килгән “ижад емештәрем” була. Ә инде “ҡулымдағы йөҙөгөмдөң...” исемдәре тип башланған таҡмаҡтарҙы, һәр уйынсының исемен ҡушып, күпме кәрәк, шунса сығара алам.
“Илһам нимә була, ул нисек килә ул?” — тип уҡыусылар йыш ҡына һорай. Кем нисектер, ә минең башыма ниндәйҙер бер яңы фекер йәки шиғри образ килеп инһә, күңелемдә лә яңы моң сыңлап китә. Ошо халәтемдәге минуттар — иң бәхетле мәлдәрем. Әгәр ҙә шиғырҙың илһамлы моңо ни сәбәптәндер өҙөлһә, шиғыр килеп сыҡмай инде. Бәлки, үҙ моңона ҡушып яҙылғанғалыр, шиғырҙарымдың күбеһенә композиторҙар көйҙәр ижад итә.
Тәүге шиғри китаптарым донъя күргәндә, мин йыр шиғыры тигән әҙәби жанрҙың булыуы хаҡында белмәй инем әле. Тәүге йырҙар лирик шиғырҙар араһынан һайлап алынды. Аҙағыраҡ махсус рәүештә йыр өсөн шиғырҙар яҙа башланым.
— Көй яҙыусылар менән уртаҡ тел табып эшләү өсөн фекерҙәрең тап булыу шарт. Композиторҙарҙы нисек табаһығыҙ?
— Тәүҙә композиторҙар үҙҙәре мине таба. Мәҫәлән, көйөн Ризуан Хәким яҙған “Кермәгеҙ араларға”, “Мәңгелек ут”, “Ромашкалар бүләк иттем”, “Балаларға фатиха” йырҙарын радио-телевидение тулҡындарында яңғырай башлағас ҡына ишеттем. Ә инде көйҙәрен Нур Дауытов ижад иткән “Һандуғас моңо”, “Ташҡын” тигән йырҙар менән башҡарылып йөрөгәндәренә бер нисә йылдар үткәс кенә танышырға тура килде.
Һәүәҫкәр композиторҙар шиғырҙарымды һайлап, йырҙар яҙа. Ә мин был хаҡта белмәйем дә, шиғырҙарыңа моңло ғүмер өҫтәлеп, йыр булып ҡанатланып осоп китеүе күңелле, әлбиттә. Шулай ҙа мин дә бит, автор булараҡ, уларҙың артабанғы яҙмышы өсөн борсолам. Иң һәйбәте — шағир менән бәйләнешкә инеп, йыр өҫтөндә бергәләп эшләү. Күп ваҡыт сәхнәләрҙән дә, радионан да йырҙың авторҙары иғлан ителмәй, тик башҡарыусының йыры ғына булып яңғырай. Күрәләтә авторлыҡ хоҡуғы боҙола.
— Халыҡ яратҡан, күңелендә йөрөткән “Аҡҡош күле”нең тарихын белге килә.
— Йыр — коллектив хеҙмәт емеше. Ул йыр-моң һөйөүселәр яратып тыңларлыҡ, отоп алып йырларлыҡ булһын өсөн шиғырҙың, көйҙөң, башҡарыусының бер-береһен табыуы кәрәк. Ошондай бәхеткә эйә булған әҫәрҙәрем араһында “Аҡҡош күле”, “Ғүмер юлы”, “Әйҙә, киттек Дим буйына”, “Балаларға фатиха”, “Башҡортостан” йырҙарын атар инем. “Аҡҡош күле”нең көйөн мәшһүр композиторыбыҙ Роза Сәхәүетдинова яҙҙы. 80-се йылдар башында ул үҙе лә йәш ижадсы ине. Тауыш мөмкинлектәрен белгәнгәлер, йырсыны, ғәҙәттә, композитор таба. Йырыбыҙҙың тәүге башҡарыусыһы моңло, яғымлы тауышлы Фәрит Бикбулатов булды. Ул һайлап алған йырҙарҙы үҙенең йөрәге аша үткәреп, тамашасыға еткерә белә. Шуға ла “Аҡҡош күле” бына утыҙ йылдан ашыу инде йыр-моң һөйөүселәр өсөн иң-иңдәр иҫәбендә.
“Ғүмер юлы”, “Әйҙә, киттек Дим буйына” исемле йырҙарҙың көйө лә Роза апайҙыҡы. Ғөмүмән, беҙ уның менән заманында емешле эшләнек: балаларға яҙылғандары менән бергә 40-лап йыр ижад иттек.
Алда әйткән йырҙарҙы тәү башлап Тәнзилә Үҙәнбаева башҡарһа ла, гел генә йырлап йөрөмәгәнгәме, Асия Смакова, Нурия Ирсаева, Рәүилә Мәсәлимова, Хәниә Фәрхи, Светлана Хәкимова, Ләлә Муллабаевалар ҙа уларҙы йыр репертуарҙарына индерҙе һәм үҙҙәренә генә хас музыкаль төҫтәр менән байытты. “Балаларға фатиха” шиғырына бер нисә композитор йыр яҙҙы. Шуларҙың тәүге икәүһе, Ризуан Хәким менән Роберт Тимербаев, ижад иткәндәре Хәниә Фәрхи һәм Фәриҙә Тимербаева башҡарыуында халыҡ хәтерендә нығыраҡ ҡалды.
Ижадташтарымдан композитор, педагог Альбина Имаева һәләтле һәм тырыш, ныҡышмал ижадсы булып сыҡты. Өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла шәп йырҙар ижад итте. Уның менән бергә яҙған 15-ләп уртаҡ йырыбыҙ бар, русса “Два пламени” тигән аудиальбомыбыҙ донъя күреп, ике-өс ай эсендә һатылып та бөттө. Икебеҙҙең ижад емештәребеҙ — “Ҡырлы ҡурай”, “Мин — сихырсы”, “Йондоҙло ай”, “Зәңгәр күлдәр”, “Төшөрмә иҫтәремә”, “Ләйсән” тигән йырҙарҙы ул үҙе, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының күренекле артистары ла башҡара.
Шуныһы ҡыуаныслы: һәүәҫкәрҙәрҙе лә иҫәпләгәндә, 40-лап композитор шиғырҙарыма көй сығарған.
— Гөлфиә апай, шағир М. Хәй әйтмешләй, ижад эсендәге интегеү ҡоросто сыныҡтырған ут һымаҡ. Бөтә кеше лә йыр өсөн шиғыр яҙа аламы?
— Тормош ҡыҙыҡ, күп яҡлы һәм ҡатмарлы. Унда барған бөтә хәл-ваҡиғалар, үткәндәр, бөгөнгө йәшәйеш һәм киләсәктәге кисерештәр хис-тойғо булып кешенең күңеленә һыя. Уларға ауаздаш көй-моңдар, уйланыуҙар кәрәк.
Йыр өсөн шиғыр яҙғандарҙы кәмһетеберәк ҡараған әҙиптәр ҙә бар. Уларға әйтер һүҙем шул: һәр кем күңеленә ятышлы ижад төрө менән шөғөлләнергә тейеш. Шиғырҙарҙың да сәхнәнән уҡыла торғаны ла, шәм яҡтыһында яңғыҙ ғына илһамланып ҡабат-ҡабат уҡылғаны ла, балалар ятлап кинәнгәне лә, йыр итеп йырланырлығы ла йәшәргә хоҡуҡлылыр, минеңсә. Уларҙың юғары художество кимәлендә булыуы ғына шарт.
Ә бит һуңғы йылдарҙа йырҙың художество кимәле төшә бара. Был минең генә фекерем түгел. Ни өсөн тигәндә, йырсыларҙың йыр сәнғәтенә ҡарата талапсанлығы, репертуар һайлағанда ла яуаплылығы кәмей. Был бигерәк тә йәшерәк артистарға ҡағыла. Тауыштары, төҫ-ҡиәфәттәре менән сәхнә йондоҙҙары булырҙайҙары ла, йәшерәк саҡта ысын сәнғәт өлгөләре ҡалдырыр өсөн тырышыу урынына йә үҙҙәре әтмәләп, йә шиғыр ҡанундарын белмәгән таныш-тоноштарына ҡушып, тамашасы хөкөмөнә сығара. Уларҙы концертҡа билет һатып алып килеүселәр тыңларға мәжбүр. Бындай йыр остоҡтарын отоп алып өйрәнергә теләүселәр юҡ, тыңлағандан һуң шунда уҡ онотола.
“Профессиональ композитор менән ысын шағир тарафынан юғары кимәлдә ижад ителгән йырҙы ниңә һайламайһығыҙ?” тигән һорауға йырсыларҙың ҡайһы береһе: “Аҡса юҡ!” тип яуап бирә.
Композиторҙар хаҡында әйтә алмайым, йәшәү сығанаҡтары көй яҙыу менән бәйле булғас, эшләгән өсөн аҡсаһын да һорайҙарҙыр (белеүемсә, килделе-киттеле көй яҙыуҙы бизнес итеп алған үҙешмәкәр профессионалдарҙан күберәк тә ала икән), ә инде башҡорт шағирҙарының, башҡа төбәктәрҙәге һәм Мәскәүҙәге кеүек, йыр өсөн аҡса талап иткәндәрен күргәнем юҡ. Киреһенсә, шиғыр жанрының еҫе лә булмаған, бары тик тегенән-бынан йолҡҡолап йыр текстары әтмәләүселәр ҙә бихисап хәҙер. Бындай шиғыр йораттарын һайлап, сәхнәгә алып сығыу өсөн ни тиклем үҙеңде яратмаҫҡа, артист булараҡ, бурысыңа яуапһыҙ ҡарарға мөмкин?!
— Бәлки, уларҙың үҙҙәренең донъяны танып белеүе һәм рухи кимәле лә шул “текстар” кимәлендәлер...
— Ә улар бөгөнгө көн тамашасыһының күңел ынтылыштарын сағылдырамы һуң? Уйландырамы, хисләндерәме, көс-ҡеүәт бирә аламы рухтарына? Шул хаҡта ла уйланырға тейештер иңенә ошондай йөкләмәне алған артист.
Һүҙ көйөнә бик иғтибарлы булған артистарҙы беләм.
Мәҫәлән, Фәрит Бикбулатов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Вахит Хызыров, Асия Смакова, Иҙрис Ғәзиев, Әлфиә Юлсурина, Артур Туҡтағолов... Бына уларҙың берәй заман сәхнәнән килделе-киттеле йыр башҡарып торғанын күҙ алдына килтерәһегеҙме?! Һәр башҡарған әҫәрҙәре башҡорт йыр сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә. Шөкөр, йәштәр араһында ла байтаҡ йыр сәнғәте байрағын юғары тотоусылар бар. Ләкин халыҡ әйтмешләй, бер мискә балды бер ҡалаҡ дегет боҙа.
— Һеҙ әленән-әле уҡыусыларығыҙ менән осрашып алыуҙы изге йолаға әйләндерҙегеҙ...
— Тик был юлы үҙемдең тәҡдимемде лә индерҙем: сараны ҡәҙимге кисә итеп түгел, ә өр-яңы йырҙарҙан ғына торған концерт итеп әҙерләргә.
Бына ошо кисәгә әҙерлек тамамланды. Халыҡ артистары, төрлө фестивалдәр һәм конкурстар лауреаттары, билдәле сәнғәт оҫталары һәм популяр йәш йырсылар — кемдәр генә юҡ улар араһында.
Кисәлә Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Салауат Низаметдинов, Урал Иҙелбаев, Артур Туҡтағолов, Альбина Имаева, Юлай Үҙәнбаев, Юлай Моратов, Айрат Нәбиев ише билдәле композиторҙар ҡатнаша, шулай уҡ һәүәҫкәр йыр яҙыусыларҙың моңло, лирик, патриотик һәм күңелле йырҙары, вальстар, дуэттар, романстар яңғыраясаҡ. Концерттың сценарий авторы һәм режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад