Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла17.04.2015
Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла Башҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙө башҡарыу – йыр оҫталығының иң юғары нөктәһе.

РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мәшһүр йырсы, опера сәнғәтенә нигеҙ һалған яҡта­шы­быҙ Хәбир Ғәлимовтың исемен мәңге­ләштереү, ижади мираҫын халыҡҡа еткереү, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, яңы таланттар асыу маҡсатында Салауат районының мәҙәниәт йортонда тәүге тапҡыр төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе –“Оҙон көй” – үткәрелде. Былтыр бындай конкурс беренсе тапҡыр район кимәлендә Лағыр ауылында булғайны.
Быйылғы бәйгелә Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан моңло тауышлы 15 һәүәҫкәр ҡатнашты. Иң башта һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Ҡыйғы районынан Гөлсимә Хәлилова, Айрат Камалов боронғо башҡорт йырҙары “Сәлимәкәй” менән “Азамат”ты йырлап ишеттерҙе. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Ҡыйғынан Вадим Хажиев “Уралым” йырын замандаштарына үҙенсәлекле итеп еткерә алды. Ул шулай уҡ өзләү техникаһын оҫта ҡулланды.
Балаҡатай, Мәсетле вәкилдәренең сығышын да тамашасы йылы ҡабул итте. Яҡташтарыбыҙ был бәйгелә һынатманы. Оло йәштә булыуға ҡара­маҫтан, әле лә йыр-моңдан айырылма­ған Искәндәр Миһранов, билдәле йыр­сыларыбыҙ Альбина Ғәйфуллина, Зөбәржәт Монкеевич, Вәдиға Дәүләт­шина йырҙарҙы шул тиклем матур итеп башҡарҙы – бер тыңлаусы ла вайым­һыҙ ҡалманы, уларҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде.
Бәйге булғас, жюри ағзалары еңеү­се­ләрҙе лә билдәләне. “Үҙенсәлекле башҡарыу” номинацияһында Ҡыйғынан Гөлсимә Хәлилова, “Иң йәш оҫта башҡарыусы” номинацияһында ошо уҡ райондан Айрат Камалов, “Оҙон көй өмөтө” номинацияһында Салауат районынан – Альбина Ғәйфуллина һәм “Башҡарыу оҫталығы” номинацияһында Янғантауҙан Зөбәржәт Монкеевич еңеүсе булды. III урынды – Ғәйшә Абдуллина (Балаҡатай районы), II урынды – Искәндәр Миһранов (Салауат районы), I урынды Илфат Ниғмәтуллин (Мәсетле районы) яуланы. Ә йыр бәйгеһендә Вадим Хажиев (Ҡыйғы районы) иң оҫтаһы булып, “Оҙон көй” бәйгеһенең төп бүләген алды. Хәбир Ғә­ли­мов музейы етәксеһе Фәғилә Зиннә­туллина, йәштәр был бәйгелә күберәк ҡатнашһын, тигән теләген белдереп, үҙенең махсус бүләген иң йәш ҡат­нашыусы Айрат Камаловҡа тотторҙо.
Ғөмүмән, оҙон көй – бөгөн дә халыҡ араһында. Боронғо йырҙарҙы яратыусылар, таратыусылар булғанда, халыҡ йыры мәңге яңғырар, онотолмаҫ.


Вернуться назад