Йыр кеүек моңло күңеле17.04.2015
Йыр кеүек моңло күңеле Дәүләкән ерендә йәшәп ижад иткән Бөрйән ҡыҙы Гөлүзә Арыҫланова тураһында ишетмәгән кеше һирәк. Бар республика халҡына ул йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ билдәле булһа, дәүләкәндәр уны уңған хужабикә, өлгөлө әсәй, аҡыллы ҡатын тип белә. Районда үткән күп сараларҙың сценарий авторы, алып барыусыһы, ойоштороусыһы ла — Гөлүзә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры, “Дим” ижад түңәрәге етәксеһе лә ул.

Яңыраҡ Гөлүзә Арыҫланова Дәүләкән ҡалаһында “Түгелә күңелдәрем” тип аталған ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. Береһенән-бе­реһе моңло, күңел төпкө­лөндә йәшеренеп ятҡан хис­тәрҙе уя­тырлыҡ, тетрән­дергес йырҙар­ҙан торған тамаша бер тында үтеп тә китте. Концертта Гөлү­зәнең яңы ғына табанан төш­кән “Түгелә күңел­дәрем”, “Сәс­кә ғүмере”, “Әсәй” һәм башҡа йыр­ҙары менән бер рәттән халыҡ араһында танылыу яу­лаған “Ҡош сәләме”, “Ағиҙел буйҙа­рында”, “Дуҫ­тар­ға” тигән­дәре лә яңғыраны. Тамашасылар үҙҙәренең һө­йө­үен һәм рәхмәт хистәрен гөлләмәләр аша еткерҙе.
Популяр йырсылар Гөлүзә Арыҫланованы композитор бу­лараҡ халыҡҡа танытты. Концертта Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Светлана Хәки­мова, атҡаҙанған артистар Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, ирле-ҡатынлы йырсылар Зилә һәм Хәсән Усмановтар сығыш яһаны. Сараны музыкант Рәнис Хәкимовтың баян моңдары, Гөлзиә Ҡара­ғолованың бейеүҙәре лә йән­ләндерҙе. Өфө сәнғәт учи­ли­ще­һы студенты, Дәү­лә­кән ҡыҙы Айгөл Муллагилдина Гөлүзә Арыҫлановаға һоҡла­ныуын белдерҙе:
– Минең өсөн үрнәк булып тораһығыҙ. Бала саҡтан һеҙҙе сәхнәлә күреп үҫтем һәм йыр­ҙарығыҙҙы яратам, үҙегеҙ­ҙе ихтирам итәм. Күңелегеҙ изге­леккә, йырға бай.
Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙеш­мәкәр композитор Флүрә Үҙәнбаева, тамашасыларға үҙ­ҙә­ренең танышыу тарихын бәйән итеп, “Алтынтау эҙләмә­геҙ” йырын башҡарҙы.
–­ Күмертау ҡалаһында үт­кә­релгән үҙешмәкәр ком­пози­тор­ҙар конкурсында ҡат­наш­ҡан саҡта Гөлүзә менән тәүге тап­ҡыр осраштыҡ. Моң­ло тауышына, үҙенсәлекле йырҙарына һоҡланып ултыр­ҙым. Алыҫ ер­ҙәрҙән килгән килен яҙмышы, туғандарҙың мөнәсәбәте са­ғылған әлеге йырҙы авторҙан үҙ репертуарыма һорап ал­дым. Ижад кешеһе янында ныҡ­лы терәк булғанда ғына тулыһынса асыла. Был йәһәт­тән Гөлүзәгә ошондай матур та­машаны ойошторорға ярҙам иткән ире Йәмилгә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, – тине ул.
Ысынлап та, Гөлүзә Арыҫ­ланова ғаиләһенән уңған. Хә­ләл ефете Йәмил – ауыл ху­жа­лығы белгесе, милли көрәш буйынса тренер.
Ҡатынының ижадына ихтирам менән ҡарап, уға һәр яҡ­тан ярҙам итә. Матур ғаиләлә өс ул тәрбиәләнгән. Хәҙер ин­де улар килендәр һәм ейән һөйөү бәхетен дә татый.
Концертта Әҙәбиәт йылы ла билдәләп үтелде. Йәш шағи­рәләр Гөлнур Ҡыуатова, Оле­ся Әхмәтрәхимова, Дәүләкән килене, уҡытыусы Миңзәлә Хәлилова һәм Гөлүзәнең яҡ­ташы, Шәйехзада Бабич исе­мендәге дәүләт йәштәр пре­мияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина район халҡына үҙҙәренең шиғри сәләмдәрен еткерҙе.
“Дәүләкәнем” йыры менән тамамланы Гөлүзә Арыҫла­но­ва кисәне. Киләсәктә баш ҡала халҡы ла был матур тамашаны күрер тигән өмөттә ҡалабыҙ.







Вернуться назад