Бабич премияһы тирәләй уйланғанда17.04.2015
Бабич премияһы тирәләй уйланғанда Бына тағы сираттағы ижади конкурс башланырға тора. Оҙаҡламай әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге хеҙмәттәр өсөн ике йылға бер тапшырыла килгән
Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүселәрҙең исемлеге лә билдәле булыр. Матбуғат баҫмалары, радио, телевидение эфирҙары, мәғлүмәт сайттары ошо хаҡтағы материалдар менән тулыр.


Ошо уңайҙан һәр саҡ күңелдә бер һорау ярала. Йәш таланттар араһында барыһы ла бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың кем икәнен, уның тормош һәм ижад юлы хаҡында беләме икән? Әҙәбиәтселәр хәбәрҙарҙыр инде, тиеүселәр булыр. Эйе, Башҡортостандағы йәш шағир йәки прозаиктың Шәйехзада-шағир хаҡында белмәүе мөмкин түгел. Белмәһә – гонаһ. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, шәхестең биографияһына, ижадына ҙур иғтибар бүленгән осорҙа.
Әммә ни эшләп Башҡортостан Автономия­һының башында, йәғни Рәсәй федерализ­мының инешендә торған сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре, һүҙ оҫтаһы, виртуоз музыкант ха­ҡында премияға дәғүә иткән шул уҡ архитектор, рәссам, композитор, артист йәки башҡа төр сәнғәт әһелдәре белмәҫкә тейеш әле ул? Ә һәр дәғүәсе шағирҙың Бабичтың шәһит киткәне, ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Рәсәй дәүләтсе­легенең үҫеш юлындағы тотош бер дәүерҙе сағылдырыр яҙмыш кисергәне хаҡында ишеткәне бар, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул!
Премияға дәғүә итеүселәрҙең генә түгел, лауреаттарҙың да шағир хаҡында бер ни белмәүенә шаһит булырға тура килде. “Гитарала уйнап, халыҡ алдында сығыш яһаған шикелле ул. Бард-шағир”, – тине бер лауреат. XX быуат башы – ниндәй бард та ниндәй гитара? Хәйер, моғайын, ул шағир йәшәгән дәүерҙе күҙалламайҙыр... Икенсеһе: “Юҡ, башҡорттар гитарала уйнамаған ул осорҙа”, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Иң аяныслы көләмәс тә былай яңғыра­маҫ ине! Аңлап тороуығыҙса, быларҙың береһе лә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бард тип әйтеүҙә ниндәйҙер хаҡлыҡ та бар һымаҡ, әммә был уйлап сығарыуҙарҙың береһе лә Бабичтың яҙмышына тап килмәй. Ул бит – торған ерҙән шиғыр сығарып һөйләп, һәр телмәрен рифмаға һалған сәсән. Лауреаттарҙы төҙәтеп, шағир яҙмышы хаҡында белгәндәремде, уҡығанда­рым­ды күҙгә йәш тулғансы һөйләргә баҙнат иттем. Һәр беребеҙ шағирҙарыбыҙ, батырҙа­рыбыҙ тураһында шулай һөйләп торайыҡ, иҫкә алайыҡ, тип өндәшмәксемен хатта. Белмәйҙәр икән, белерлек итеп әйтәйек, аңламағандарға аңлатайыҡ! Юҡҡа һәләк булғанмы ни шағир? Премия ерле-юҡтан ғына уның исемен йөрөтмәй бит.
Эйе, үҙен юғары мәҙә­ниәт­ле тип иҫәпләгән кеше, Бабич хаҡында белмәгән, ишетмәгән булһа ла, лауре­ат­лыҡҡа дәғүә итеү менән икһеҙ-сикһеҙ Интернет сел­тә­ренә инеп әллә күпме мәғ­лүмәт алырға тейеш. Унда шағирҙың биогра­фияһы ғы­на түгел, тормош юлы, ши­ғырҙары ла бирелгән. Хатта бер нисә телдә: башҡортса, урыҫса, татарса. Рәхим итегеҙ – белергә теләгән кешегә китапхана ишектәре лә асыҡ!
Премияға дәғүә итеүсе Шәйехзада Бабичтың кемлеген мотлаҡ белергә тейештер ул.








Вернуться назад