Һүҙ — йән аҙығы, аҡыл сығанағы17.04.2015
Һүҙ — йән аҙығы, аҡыл сығанағыҠуйын дәфтәремә әҙәби ижадҡа ҡағылышлы аҡыллы әйтемдәрҙе теркәй барырға ғәҙәтләнгәнмен. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен генә гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен. Бәлки, китапҡа, күңел дауаһы булырҙай матур һүҙгә иғтибар һәм ихтирам кәмегән саҡта, төрлө замандарҙа, төрлө ҡарашлы төрлө кешеләр тарафынан әйтелгән был фәһемле һүҙҙәр кемдәрҙеңдер күңел ҡылын сиртер.
Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.


Гораций, Рим шағиры, оратор, яҙыусы:
Китап булмаған йорт йәнһеҙ кәүҙәгә тиң.

Данте, Италия шағиры:
Һүҙ — изге йән байлығы, әммә уны киләсәк быуындар өсөн китап һаҡлай.

Валуа, Францияның мәғариф хеҙ­мәткәре:
Оҙайлы йылдар ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы ла юҡҡа сығара, ә бына ваҡыттың китапҡа ҡаршы торорлоҡ хәле юҡ.

Двенант, Англия шағиры:
Китап — мәңгелеккә күскән аҡыл эйәләренә һәйкәл ул.

Иван Федоров, Рәсәйҙә тәүге китапты баҫҡан:
Китап минең өсөн тәхеттән дә ҡәҙерлерәк.

Г. Белинский, әҙәби тәнҡитсе:
Әҙәбиәт — халыҡтың аңы ул, уның рухи тормошоноң сағыу бер емеше.

Буаст, француз тел белгесе:
Яҡшы китап һәм саф намыҫ —ерҙәге ожмах ул.

Гольвеций, француз философы:
Китап булмаһа, беҙ ҡырағай хәлдә ҡалыр инек.

Салтыков-Щедрин, рус яҙыусыһы:
Әҙәбиәт законлы өмөт сатҡылары ерлегендә тыуған. Тик ул ғына үлемдән өҫтөн тора.

Торо, Америка яҙыусыһы:
Китап — донъяның хазинаһы, быуын­дарҙы һәм милләттәрҙе берләштергән байлыҡ.

В. Ленин:
Китап – фекерләүҙең талмаҫ ҡана­ты. Китап кеше фекеренең иң аҫыл­дарын бергә туплай ҙа уларҙы яңы быуындарға тапшыра.

Амаду, Бразилия яҙыусыһы:
Әҙәбиәт халыҡтың йәшендәй дәһ­шәт­ле һәм икмәктәй ябай ҡоралы булырға тейеш.

И. В. Владимиров, совет кино белгесе:
Китап — милли мәҙәниәтте тотоп тороусы фундамент.

Э. Межелайтис, Литва шағиры:
Китап дуҫтан дошманды айырырға өйрәтә.

Н. Л. Морозов, рус революционеры, ғалим:
Китап — сихырлаусы көс. Китап донъяны яңыртҡан. Китапһыҙ донъя — ҡырағайҙар донъяһы.

Ю. Гагарин, космонавт:
Китап — минең дуҫым, кәңәшсем. Ул фекерләүҙең, тойомлауҙың, белемдең сығанағы.

Лев Ошанин, рус шағиры:
Һауанан, һыуҙан, икмәктән тыш, кешегә тормошта иң кәрәклеһе — китап.
Әл-Фәтих Зәкер, ғәрәп шағиры:
Мин әҫәрҙәрҙе намаҙлыҡта ултырып уҡыйым, зауыҡлы китап — минең иманым.

А.М. Упит, латыш яҙыусыһы:
Китап — кешегә иң алыҫ һәм ҡараңғы тормош юлына яҡтылыҡ һибеүсе хикмәтле шәм.

Цвейг, инглиз яҙыусыһы:
Китапҡа ни тиклем яҡын булһаң, тормошто шул хәтлем тәрәнерәк аңлайһың.

Бальзак, француз яҙыусыһы:
а) Мәңгегә онотолған шедеврҙар юҡ. Ә бына ялған һәм ярамһаҡланып яҙылған мәҡәләләр йүнһеҙ китаптарҙың ғүмерен оҙайта алмай.
б) Әҙәби ижад сәнғәте ике айырым өлөштән тора: күҙәтеү һәм һүрәтләү (сағылдырыу).

А. Чехов, рус яҙыусыһы:
Мөхәббәттә, сәйәсәттә, медицинала, кешеләр араһында, хатта Аллаға ҡара­та ла (ундай хәлдәр ҙә була) хилафлыҡ эшләргә мөмкиндер, әммә сәнғәтте алдап булмай.

Марк Твен, Америка яҙыусыһы:
Мин – тоғро сәркәтип, яҙыу ҡомарым да кәмемәй; әгәр китап минән үҙемә ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар, диалогтар та­быуҙы талап итә башлаһа, мин уны ситкә алып ҡуям да ҡабат тотонмайым.

Квинтилиан, ораторлыҡ сәнғәтенең боронғо Рим теоретигы:
Кем тиҙ яҙырға тырыша, яҡшы яҙырға өйрәнә алмай, кем яҡшы яҙа — шул тиҙ яҙырға өйрәнә.

М. Калинин, дәүләт эшмәкәре:
Ижад итәһең икән, үҙ тауышың булырға тейеш.

В. Г. Короленко, рус яҙыусыһы:
Ашап эсергә өйрәтмәйҙәр, донъяға кил­гәс тә ашай башлайҙар. Ә бына яҙырға ғүмер буйы өйрәнергә кәрәк. Өйрәнеүҙән туҡталдыңмы, бөтәһен дә юғалтасаҡһың.

Лабрюйер Жан де, француз яҙыусыһы:
Яҙыусы сәғәт төҙәтеүсе кеүек үҙ эше­нең оҫтаһы булырға тейеш. Бында тик аҡыл менән генә әллә ни ҡырып булмай.

Рәсүл Ғамзатов, Дағстандың халыҡ шағиры:
Тема — байлыҡ тултырылған һан­дыҡ. Һүҙ — шул һандыҡтың асҡысы. Әммә һандыҡтағы байлыҡ сит кешенеке түгел, үҙеңдеке булырға тейеш.

Гете, немец шағиры:
Һәр яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә, йыш ҡына үҙ ихтыярынан тыш, ниндәйҙер кимәлдә үҙен һүрәтләй.
В. Распутин, рус яҙыусыһы:
Аҡыл һатыуға ҡоролмаған, изге, шәфҡәтле, ихлас һәм намыҫ менән яҙылған китап ҡына рухи сафлыҡ тәрбиәләй.

Лев Толстой:
Кешеләр ниңә уҡый, ниңә улар һәр нәмәнән өҫтөн күреп китапҡа аҡса тү­ләй? Кешеләр бәхетле булырға ынтыла.

Хемингуэй, Америка яҙыусыһы:
Барлыҡ яҡшы китаптар ҙа шундай яҡтары менән бер-береһенә оҡшаш: китапты уҡып сыҡҡас, ваҡиғаларҙы үҙ башығыҙҙан үткән һымаҡ тояһығыҙ, һәм улар һеҙҙең күңелдә һаҡланып ҡала: яҡшыһы ла, яманы ла, һоҡланыу, ҡайғы һәм үкенестәр ҙә, кешеләр һәм урындар һәм көндәрҙең нисек тороуы ла...

Федор Абрамов, рус яҙыусыһы:
Халыҡ өсөн яҙыу уға үҙенең көсөн һәм йомшаҡ яҡтарын аңларға ярҙам итеү өсөн кәрәк.

М. Горький, рус яҙыусыһы:
Яҙырға ултырыр алдынан мин үҙ алдыма һәр саҡ өс һорау ҡуям: нимә яҙырға теләйем, нисек яҙырға теләйем һәм кем өсөн яҙырға теләйем.

Неруда, Чили яҙыусыһы:
Эсергә теләгән һәр кем һуттың тәмен айыра белмәгән кеүек, яҙырға ынтылған һәр кеше лә яҙыусы булып китә алмай.

А.Н. Островский, рус драматургы:
Халыҡ яҙыусыһы булыу өсөн Тыуған илде яратыу ғына етмәй, һөйөү тик энергия, тойғо көсө генә өҫтәй, ә йөкмәткене бирмәй; бының өҫтөнә үҙ халҡыңды яҡшы белеү, уның менән яҡынлыҡ тойоу, туғанлашыу кәрәк.

К.Г. Паустовский, рус яҙыусыһы:
Геройҙар (әҙәби әҫәрҙең) йыш ҡына автор менән алышҡа сыға һәм һәр саҡ тиерлек еңә.

Ромен Ролан, француз яҙыусыһы:
Сәнғәттең иң беренсе законы: әгәр әйтер һүҙең булмаһа — шымтай; әгәр әйтерҙәй һүҙең бар икән — әйт һәм алдашма.

А. Фадеев, рус яҙыусыһы:
Ҙур яҙыусыларҙың тәжрибәһе шуны күрһәтә: оҫтаға ваҡыт үтеү менән эшләүе еңелләшмәй, ауырая ғына бара. Ләкин был хеҙмәт — яфа сигеү түгел, ул кинәнес, оло ҡыуаныс бирә.

Н. Рубакин, рус яҙыусыһы
һәм библиограф:
Ниндәй китаптарҙы оҡшатыуыңды әйтһәң, мин һинең ниндәй кеше икәнлегеңде әйтә алам.











Вернуться назад