Мольер бөгөн кәрәкме?15.04.2015
Был тиклем ҡыҙыҡ булыр тип уйламағайным. Бер ҡараһаң, бөгөнгө заман өсөн Мольерҙың ни хәжәте инде? Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы “Һаран” спектакле премьераһына шундайыраҡ фекер менән юлланғайным.


Икеләнеүҙәрем спектаклдең тәүге минуттарынан уҡ бөттө. Йә инде, боронғо классиканан да бөгөнгө тамашасыны ҡыҙыҡтырырлыҡ тамаша ижад итеп була икән дә! Төп ролде башҡарған Хөрмәт Үтәшев хаҡында әйтәһе лә түгел, уның сәхнә оҫталығына күнегел­гән. Был юлы ла ул тотош спектаклдең арҡа һөйәген тәшкил иткән образ тыу­ҙырыуы менән хайран итте. Ә режиссер Искәндәр Саҡаев һуң? Уның фантазия­һы гротеск, абсурд һәм уйын кеүек сурытыбыраҡ ебәрелгән алымдар менән спектаклде көтөлмәгән комедия дәрәжәһенә еткерә.
Театрҙың йәш актерҙар труппа­һының динамикаға, пластикаға көйлән­гән оҫта­лығы тамаша эсенә ылыҡ­тырып ҡына ҡалмай, көтөл­мәгән­лек һәм өҙлөк­һөҙ мәрәкә аша тамашасыны бер минутҡа ла ысҡындырмай, сюжет артынан әйҙәй ҙә әйҙәй. Төп геройҙың аҡса тип тәгәрәп барыуы, ә уның тирәһендәгеләрҙең мещандарса йәшәү принциптары, мөхәб­бәт, хәйлә – һәммә был тормош үҙен­сәлектәре әле лә бит тулып ята. Ҡыҙыҡ һәм өр-яңы ваҡиға театр сәнғәте һәм тамашасы өсөн. “Академдар”ға “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала.








Вернуться назад