Олуғ мәртәбә сере15.04.2015
Олуғ мәртәбә сере Әхтәр Ғайсиндың исеме гәзит уҡыусыларға байтаҡтан яҡшы таныш. “Башҡортостан” гәзитендә шағир, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар менән “Математика — йәшәү мәғәнәһе…” тип аталған әңгәмәһе буйынса бик күп хаттар булғайны, сөнки унда Әхтәр Мәғәз улы үҙен ысын-ысынлап милли рухлы зат, хөрмәтле һәм абруйлы уҙаманыбыҙ, тормошо һәм эшмәкәрлеге үҙе бер өлгө, үҙе бер мәктәп булырлыҡ шәхес итеп танытты.

Х. Назарҙың яңы үрҙәр, яңы ҡаҙаныштар өмөт итеүе бойомға аша бара. Математик булараҡ исеме Рәсәйҙән ситтә лә ғилми мөхиттә билдәле Әхтәр Ғайсин хәҙер киң эрудициялы, төплө фекерле тарихсы рәүешендә танылыу алды. Яҡташыбыҙ Өфөләге “Ғилем” нәш­риә­тендә 2012 йылда “Торговля и дипломатия” (И. М. Васильев менән авторҙашлыҡта), “Максют Юнусов и его потомки. Генеалогические схемы тангауров д. Кирдас”, былтыр “Посол белого падишаха” исемле китаптар баҫтырып сығарҙы. Уларҙың һуңғылары республиканан ситтәге ғалимдарҙың — зыялыларҙың да иғтибарын йәлеп итте.
Былтыр нәшер ителгән китаптың исем туйы тыуған яҡты өйрәнеү музейында үтте. Был әһәмиәтле сараның башлаусыһы — Ҡаҙмаш ауы­лы музейы етәксеһе, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирүзә Сафина. Уның һәм район музейы директоры Рәмилә Лотфуллинаның китаптың исем туйына ентекле әҙерләнгәндәре сара барышында асыҡ күренде. Авторҙың туғандары һәм тыуған яҡты һөйөү­селәр йыйылған этнография залы бер нисә сәғәткә уларҙың барыһын да Ҡырҙастың бөгөн­гөһөнән тарих төпкөлөнә әйҙәне.
Ауыл тарихы менән кешеләре тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе атаһы Мәғәз Ғайса улы һәм уның бер туған ағаһы, фронтовик Әхмәҙи Ғайса улы биргән. Авторҙа һуңғыһының һөйләгәндәре айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята, унан алған мәғлүмәттәрен аудиотаҫмаға ла яҙҙыра. Уларҙы тулҡынланмайынса тыңлау мөмкин түгел.
Олуғ мәртәбә сереБилдәле этнограф Мирза Муллағолов билдә­ләгәнсә, тотош коллектив атҡарыр эште ҡатыны, улы һәм ҡыҙы булышлығында тормошҡа ашырған Ә. Ғайсиндың хеҙмәтен кисәлә сығыш яһағандарҙың барыһы ла юғары баһаланы. Район Советы секретары Б. Исламбаев, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Г. Лавренова менән район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Л. Сәғәҙиева, был китапҡа Әбйәлил һәм Башҡортостан кимәлендә баһа бирелә­сәгенә ышандырып, авторға район башлығының рәхмәт хатын тапшырҙылар. Ә республикала билдәле шағирә һәм композитор, драматург, респуб­ликаның атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ким Әхмәт­йәнов исемендәге район премияһы лауреаты Зөһрә Фәйзуллина үҙ сығышында: “Әхтәр Мәғәз улының китабы — тарих буйынса төплө хеҙмәт, юғары ғилми дәрәжә диссертацияһына торошло монография”, — тип баһаланы.
Китаптың исем туйында сығыштар байтаҡ булды. Ә. Ғайсиндың тыуған ауылы Буранғол­дан хеҙмәт ветераны, Баш­ҡорт­остандың атҡа­ҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Мәүҙиға Ғәбитова, Ҡырҙастан мәктәп директоры урынбаҫары Лилиә Йомағужина, пенсионер Рәсимә Хәсәнова, ауыл биләмәләре баш­лыҡтары Радик Ғәйзуллин менән Фуат Мәхмүтов һәм башҡалар күренекле яҡта­шыбыҙҙың яңы олуғ хеҙ­мә­тенә һоҡ­ланыуын һәм ғорурланыуын сәсмә-шиғри һүҙ менән дә, йыр-мөнәжәт менән дә белдерҙе.
Ҡаҙмаштан педагогик хеҙмәт ветераны Сания Са­фиуллинаның, атаһы Әхмәҙи Ғайсин­дың хеҙмәт, хәрби юлы тураһында ҡыҫҡаса белеш­мәне һәм һөйләп ҡалдырған мәғлүмәт­тәрҙе эсенә алған китапты тул­ҡынланып уҡып сыҡтым, тиеүе тиктәҫкә түгел ине, сөнки Ҡырҙастағы ун бер араның нәҫел-нәсәп ебе барып тоташҡан Мәҡсүт Юнысовҡа Рәсәйҙең, Урта Азияның һәм Европаның шаҡтай өлөшөн арҡыры-буй йөрөп сығырға һәм күпте күрергә, кисерергә тура килгән. Уның тормош юлына һәм Рәсәйҙең падишаһына күрһәткән хеҙмәттәренә ҡыҫҡаса баһалама биреүе лә еңел түгел. Ә. Ғайсин арҙаҡлы шәрҡиәтселәр Шиһабетдин Мәржәни, Ризаитдин Фәхретдинов кеүек ғалим­дарҙың ғилми хеҙмәттәрен дә, республикалағы, Ырымбурҙағы, Мәскәүҙәге архивтарҙағы мате­риал­дарҙы ла ентекле өйрәнә. Рәсәй импе­рияһының тышҡы сәйәсәте архивынан төп нөсхәлә табылған ҡулъяҙмалар иһә ныҡышма­лы күп йыллыҡ эҙләнеүҙәргә бүләк һымаҡ ҡабул ителә, сөнки иҫке төрки һәм урыҫ телдәрендә Мәҡсүт Юнысовтың үҙ ҡулы менән яҙылған. Автор шуларҙың бер өлөшөн экспонаттар рәүешендә килтергәйне. Һәр береһенә аңлатма биреп сыҡты. Был ҡулъяҙмалар Мәҡсүт Юнысовтың ғәрәп һәм фарсы телдәрен, Урта Азия халыҡтарының тормош-көнкүрешен яҡшы белеүе менән Рәсәйҙең һәм Бохара яҡтарына илсе итеп ебәрелгән Флорио Беневениҙың яҡын арҡаҙашына әүерелеүен күрһәтә. Ул ғына ла түгел, аҡ батшаның уның үҙенә айырым бурыс йөкмәтеп, Урта Азияға ебәреүен раҫлаған­дары ла бар. Баһалап бөткөһөҙ был документтар, ысынлап та, тарихи ро­мандарға торошло. Улар араһында Мәҡсүт Юны­совтың Урта Азияла баш­ҡарған эштәре тураһында, Сит ил эштәр коллегияһына рапорт-хаттары менән бер рәттән, император Екатерина Беренсе менән Петр Икен­сегә мөрәжәғәттәре айырым иғти­барға лайыҡ. Был документтарҙан Мәҡсүт Юны­совтың уҡымышлы, киң ҡарашлы, аҡыллы, һүҙенә тоғро кеше булыуы күҙ алдына баҫа. Бына ошолай дипломатик һәм сауҙа эштәре менән мауыҡтырғыс та, мажаралы ла, хәүефле лә тормош юлы үткән Мәҡсүт Юнысовтың вариҫтары XVIII быуат аҙағында хәҙерге Ҡырҙас ауылына нигеҙ һала.
Һәр бер битендә тиерлек әллә нисәмә һыл­танмалары-аңлатмалары булған, бик күп фотолар, фото- һәм башҡа күсермәләр, карталар менән һүрәтләнгән китаптың тулы эстәлеген гәзит биттәрендә биреп бөтөрлөк түгел, әлбиттә. Был китап мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған әҫәр һымаҡ — Мәҡсүт Юнысовтың ысынбарлыҡта кем булыуын автор ниндәй дәлилдәр менән раҫлауын белге килеп уҡыла.
Кисәлә һүҙ китап тураһында ғына барманы. Сығыш яһағандарҙың күптәре авторҙың әсәһе Хәнифә Шакир ҡыҙына шундай илһөйәр ул үҫ­тергән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә, сәскә гөл­ләмәләрен дә йәлләмәне.
Әхтәр Мәғәз улы халыҡҡа төпкөл тарихы­быҙҙы ҡайтарыуы, нәҫел-нәсәп ептәрен ҡулыбыҙға тоттороуы менән үҙенә олуғ мәртәбә яуланы.

Самат ФӘЙЗУЛЛИН,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.




Вернуться назад