Республикала V төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләү оҫталары конкурсы тамамланды.
Күләмле сарала республикабыҙҙан ғына түгел, Пермь, Мәскәү ҡалаларынан, Алтайҙан, Татарстандан, Силәбе, Ҡурған, Һамар һәм Свердловск өлкәләренән 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Мәсетле районынан “Мираҫ” фольклор коллективы (етәксеһе – Зөфәр Зәйнетдинов) бәйгенең төп бүләгенә эйә булды. Ғаилә ансамбленә 25 кеше инә.
Ҡумыҙҙа уйнау буйынса солистар араһында 16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә ошо уҡ райондан Азамат һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр категорияһында Заһир Зәйнетдиновтар еңеп сыҡты. Алтай Республикаһынан “Тандак” халыҡ һәм өлгөлө ансамбле (етәксеһе – Роман Саланханов) һәм Ғафури районынан “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Гәүһәр Байбулдина) иң яҡшылар тип танылды. Өзләү оҫталары араһында Пермдән “Сал Урал” этно-инструменталь проекты (етәксеһе – Радик Ғарипов) беренсе урынды яуланы. Гала-концертта шулай уҡ махсус приздар тапшырылды.
Ҡумыҙ һәм өзләү байрамының Мәсетле районында үткәрелеүе осраҡлы түгел. Был төбәк фольклорсылар, ҡумыҙсылар, музыка ҡоралдарында уйнау оҫталары менән дан тота. Ошо ерҙә тыуып үҫкән Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙән ситтә лә ҙур танылыу яулаған шәхестәр.