“Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивале хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр. Хәҙер ул ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Ниһайәт, быйылғы лауреаттар менән танышыр мәл дә етте. Бәләбәй районы хакимиәтенең фронтовик шағир Ф. Кәрим исемендәге премияһына күренекле башҡорт шағиры Рәмил Йәнбәк, Стәрлетамаҡ районында йәшәгән шағирә, тәржемәсе Любовь Әфләтунова, шағир-юморист Леонид Соколов, Ҡазандан Рәмил Сарчин (“Фәтих Кәримдең тормошо һәм яҙмышы” документаль китабы өсөн), Федоровка районында йәшәп ижад иткән сыуаш шағирәһе Зинаида Сурбан лайыҡ булды. Ҡәләм әһелдәре араһында исемдәре таныш яҙыусыларҙы фестивалдең 15, Бөйөк Еңеүҙең
70 йыллығы уңайынан ойошторолған байрамда лауреат булыуҙары менән тәбрик итәбеҙ. Фестивалдең төп бүләген Роберт Фәтхигә бирҙеләр.“Шағир һәм ваҡыт” номинацияһында Сергей Шилкин, Кәрим Сәлимов, Нина Федорова, Венера Мәжитова тәбрикләнһә, фестиваль йолаларына тоғро ҡалған Александр Зиминға диплом тапшырылды.
Шулай итеп, һөҙөмтәләр түбәндәгесә: башҡорт, татар, рус, сыуаш телдәрендә ижад иткән, Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаған шағирҙар араһында 3-сө урынға Белорет районынан Венер Сәлихов, Ауырғазынан Эльверт Хаматшин, Бәләбәй ҡалаһынан Светлана Прокофьева лайыҡ булды; 2-се урын Күмертауҙан Алексей Уваров менән Санкт-Петербургтан Наталья Ефимоваға бирелде; 1-се урынға Ейәнсура егете Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов сыҡты. Рамзай псевдонимы менән ижад емештәрен башҡорт матбуғатында баҫтырған әҙиптең бер шиғырынан өҙөк тә тәмләтеп китәйек:
Мәңге иҫтә атай йорто:
Ҡарт ҡарағас – нигеҙ ҡото,
Өрлөктәге сәңгелдәгем,
Шартлап янған усаҡ уты.
Шәп бит!
Фестивалдең асышы тип табылған Бөрйән ҡыҙы Айгөл Ғәбитова “Атайһыҙҙар” шиғыры менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә бик күптәрҙе тетрәткәйне. Унда шундай юлдар бар:
Йылдар үтә.
Әрнеү генә тере.
Уны күрәм
Көн дә
Әсәй
Күҙендә.
Әсе шауҡымына
Түҙә алмай,
Һығылып төшәм
Ҡай саҡ үҙем дә.
Тамағыма төйөр тығылды, һеҙгә нисектер – белмәйем...
Белорет районы егете, телефон аша ла шиғыр менән һөйләшкән Венер Сәлихов хаҡында былтыр “Йәшлек” гәзитендә яҙып сыҡҡайным. Ҡанат ҡуйһын уға ла был фестиваль! Бер шиғырында Венер бына нимә тип яҙа:
Ебәк ҡайыш булып
тауҙарымдың,
Биленә бит Иҙел уралған.
Уралған да бөтмәҫ кәр
өҫтәгән
Беҙҙең өсөн ғәзиз Уралға.
Тәрән һыуҙар, бейегерәк
тауҙар
Башҡа илдәрҙә лә булһа ла,
Уралымдан гүзәл,
Уралымдан бөйөк,
Беләм, ерҙәр юҡ ул донъяла!
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов фестиваль лауреаттарын ижади балҡыштары менән ҡотланы.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ихсан Бәҙретдинов байрамда ҡатнашыусыларҙы Әҙәбиәт йылы менән тәбрикләне. “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзитенең баш мөхәррире, фестивалдең жюри рәйесе Любовь Иванова йыл һайын йәш авторҙар ижады менән һөйөндөрөүе хаҡында әйтеп үтте. Әйткәндәй, яңыраҡ Рима Баталова исемендәге “Милләт йәшлеге” премияһын, мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында иң күп яҙған матбуғат баҫмаһы булараҡ, “Белебеевские известия” гәзитенә лә биргәндәр.
Йәштәрҙең “Браво” театр-студияһы режиссеры Олег Данилинды “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә даими күреп өйрәнелгән. Ул, әйтерһең, илдә ниндәй генә хәлдәр булыуына ҡарамаҫтан, ошо төбәктең ижади мөхите һағында тора.
Мине лә ҙурланы юбилей байрамы. “Ҡанат ҡуйҙы миңә фестиваль” номинацияһында тәбрикләнеләр! Рәхмәт һиңә, Бәләбәй, онотмауың өсөн!