Яҙыусылар берлегенә инеү әҙипкә нимә бирә?10.04.2015
Һуңғы осорҙа Башҡортостандың Яҙыусылар союзына инергә теләгәндәр бермә-бер артты. Был аңлашыла ла кеүек, сөнки, нимә генә тимә, халыҡ араһында әҙиптәргә яҡты ҡараш совет осоронан һаҡланған, ағзалыҡ дан, мәртәбә өҫтәй һымаҡ. Әммә һәр сәнғәттең нигеҙендә ятҡан һүҙ сәнғәтенең көсөн, ҡеүәтен тулыһынса баһалап бөтәбеҙме һуң?

Әйҙәгеҙ, төптән уйлап ҡарайыҡ әле. Эйе, Яҙыусылар союзына алыныу ҡәләм әһелен таныта, әммә ошо уҡ шөһрәт менән бергә унда яуаплылыҡты арттыра түгелме был исем? Әгәр үҙаллы ижад иткәндә, беҙ нисек теләйбеҙ, шулай яҙа алһаҡ, рәсми Союзға инеү менән был мөмкинлектәр алып ташланыла. “Башҡортостандың Яҙыусылар союзы” тип атала был ойошма. Тимәк, үҙ иңенә “Башҡортостан”, “Яҙыусы”, “Союз” һүҙҙәренең яуаплылығын алған. Тимәк, илең, ерең, һы­уың, халҡың исеменән намыҫың ҡушҡанса һүҙ әйтәһең! Һәр кемдең тыуған төйәгенә, мил­ләтенә мөнәсәбәте үҙенсә, намыҫ төшөн­сәһен дә һәр кем үҙенсә аңлай, әммә йөрә­гендә халҡы ғәмен йөрөтмәгән кеше заманы йырын йырлай алырмы? Дәүере һыҙланыуын тоймаған әҙиптең ниндәй һүҙе ҡалыр килә­сәк­кә? Иң төп баһаны халыҡ һәм ваҡыт бирә бит.
Был хаҡта бөтәһе лә яҡшы белә һымаҡ. Әллә яҙыусы үҙе йәшәгән осорҙа рәхәт йәшәп ҡалыр өсөн генә сыймаҡлаймы? Үкенескә ҡаршы, яҙышҡандар араһында ундайҙар ҙа юҡ түгел. Һүҙ сәнғәтенең әҙәбиәт тигән институты нескәлектәрен аңлау һәр кемгә би­рел­мәй. Яҙыусылар союзының барлыҡ ағзалары ла бер төрлө ижад итә лә алмай, әммә классик шағир әйткән “ҡәләмемде манып ҡаныма” тигән юлдар һәр әҙиптең ижад кредоһы булырға тейеш түгелме икән? Бының өсөн мотлаҡ яуҙар кисеп, ҡан ҡойоу кәрәк, тигән һүҙ түгел, ҡаныңа манып яҙыу – ул йөрәк һүҙен әйтеү, уҡыусың, заманың йөҙөнә тура ҡарап һөйләшеү, тип аңлайым. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ул кемдеңдер шәхси контораһы, айырым төркөмдөң мәнфәғәтен хәстәрләгән орган түгел, ул тап ағза итеп алын­ғандарҙы бергә туплап, ғәзиз Баш­ҡорт­остан ғәме менән ижад иткәндәрҙе берләш­тергән ижади ойошма. Шуға күрә яңыраҡ ағза итеп алынғандарҙан яңы һүҙ, яңы фекер көтә дәүеребеҙ!
Йәшерәк быуын яҙыусылары быйыл нин­дәй уй менән йәшәй икән? Шағир Рәшит Зәй­нуллин “Бәйләнештә”социаль селтәрендә “Әҙә­биәт йылы” тигән ике телле төркөм асты, шағирә Таңсулпан Рәсүл йәштәрҙе туплап, йәш быуын шағирҙарының аудиокитабын сығарыуға өлгәште, уҙған йыл аҙағында Айгиз Баймөхәмәтов рус телендәге китабын ҡулына алып һөйөндө... Әүҙемерәк, әүҙемерәк, йәш­тәр! Йоҡлап ятырға ярамай!
“Әҙәбиәт йылынан профессиональ ҡәләм оҫталары нимә көтә икән?” тигән кеүегерәк һо­рауҙар йыш яңғырай бөгөн һәр ерҙә. Әммә әҙип үҙе быйыл ниндәй эштәр атҡарырға уй­лай, ниндәй ғәм менән яна? Әҙәбиәт өсөн ул үҙе ниҙәр башҡарҙы? Быныһы мөһимерәк түгелме?
Эйе, аталған йыл яҙыусыны хәстәрләргә, китап сығарыуҙы яйға һалырға, ижад йорто булдырыу эшен көйләргә тейеш. Был хаҡта гәзитебеҙҙә күренекле шағирәләрҙең береһе Зөһрә Ҡотлогилдина яҙып та сыҡты. Тик яуап хаттары яуырмы тиһәк, зыялылар өндәшмәй ҡалды. Әҙәбиәт йылы хаҡында фекерҙәр ишетке килә, хөрмәтле замандаштар! “Союзға индек, хәҙер яҙмаһаҡ та була” принцибы ысынлап та йәшәйме беҙҙең мөхиттә?



Вернуться назад