Нур эҙләйем һеҙҙең йөрәктәрҙән10.04.2015
***
Нур эҙләйем һеҙҙең йөрәктәрҙән Һипкелле ҡайындар шыбырҙай,
Күктәргә, тәңрегә һығынып.
Ҡарурман ҡануны — тамырҙар
Тамырға үҫәләр нығынып.

Ҡарурман ҡануны үҙенсә —
Ҡытайҙың тамғалы яҙмаһы.
Үҙ-үҙен ҡыйнаған суфыйҙай,
Күңелем, йөрәгем язалы.

Тамырым нығыныр тормошта
Тупрағым ҡырсынташ суйырлы.
Йәшәүҙе көҫәгән, тормошта
Булмышым ҡарағас сайырлы.

Күңелем күктәргә һығынған,
Өмөтөм Йыһанды ҡыҙҙыра.
Елдәрҙә асылған тубырсыҡ
Ҡарурман көйҙәрен һыҙғыра.

***
Йән ярһыуын ҡара күмер итеп,
Әрнеүемде көлгә күмергә
Устарыма әллә йомайыммы
Баҙлап ятҡан ҡайнар күмерҙе?

Ҡулдарымды түгел, йөрәгемде
Әрнетә ут, юям иҫемде.
Осҡондарҙан дөм-ҡараңғы күккә
Сыймаҡланым һинең исемде.

Күбәләктәй генә керпегеңдең,
Бәлки, күккә булыр осошо.
Минең аһты һиңә ишеттерер
Күкте ҡосаҡлаған төн ҡошо.

Йөрәктәге күмер бер мәл һүнер,
Көлгә урар беҙҙең ғүмерҙе...
Күңелемә күмәм, бәлки, йәнә
Һөйөү булып балҡыр күмерҙе.

***
Булмышымды әллә дыңғырлатып,
Тибеп ебәрәйем, тәгәрәһен.
Буш мискәләй әле зыңлай күңел,
Түгелгән дә хистәр гәрәбәһе...

Сәселгән дә хыял-өмөттәрем,
Ҡорғаҡһыған йөрәк бары ҡулда.
Дөңгөр итеп ҡағып буш мискәне,
Имләр хистәр юллап киләм юлда.

Юл сатында бейеп туҙа туҙан,
Әллә инде мине үсектерә?
— Мин хыялый түгел, бары юлсы,
Моң эҙләйем, юлды кисектермә!

Нур эҙләйем һеҙҙең йөрәктәрҙән,
Балҡытырлыҡ Ерҙә йылы усаҡ.
Гәрәбәләр булып балҡыр ул нур
Өләшергә бер мәл ҡосаҡ-ҡосаҡ.

***
Өйөрөлөп елдең ҡосағында,
Өҙгөләнеп кенә яуа ҡар.
Ҡыш бауыры өҙөлөрлөк нескә,
Ҡарҙар илап ергә яуалар.

Елдәр ҡосағында ап-аҡ ҡарҙар...
Ҡайҙа ташлар ерҙең тартыуы?
Гел түңәрәк буйлап әйләнәм дә,
Был буранлы тормош шартымы?

Ҡуласалай донъя, хистәремдән
Тормош күпме буран әүәләй.
Һалҡындарҙан баҙыҡланған рухым
Йән балҡытыр усаҡ әмәлләй.

Ҡуласаны донъя әйләндерә,
Буран төҫлө хистәр ҡыуыша.
Дауылдарҙа йәнем ышығы бар
Йәрем менән ҡорған ҡыуышта.

Һыҙғыра ла өзләп март бураны,
Йәнде урай, ҡура һалҡынға.
Ҡулдарымда өмөт осҡон саҡлы,
Ҡуҙҙан әйләнерлек ялҡынға.

***

Бала саҡта
ҡороҡ һалғандарын
күреп үҫтек...

Әллә йәнем аҫау һары айғыр,
Тарпан һыртлы ҡаты тояҡлы.
Ҡороҡтарға йәне быуылғанда
Тояҡтарын ярҙы ни саҡлы.

Асырғаныу өндәренән әллә,
Ер тетрәне сикһеҙ далала.
Аҫыл йәнде ҡороҡ сырмаһа ла,
Ирек һөйгән булмыш ҡала ла.

Йөгөндөрөр микән ҡыллы арҡан,
Тын ҡурылған саҡта замандан.
Һарайғырҙың ирек көҫәүҙәре
Кешнәү булып сыңлай һаман да.

Булмышымды өнгә өйөрҙө лә,
Күкте ҡыйған бөркөт һауала.
Һарайғырҙың йәне кешнәгәндәй...
Ҡымыҙ еҫе һеңгән далала!

***
Ҡыш зәһәре ергә һеңде инде,
Бар булмышым яҙҙы ҡоҙалай.
Ҡыштың йөҙө — һырҙар,
бураҙнанан
Һыуҙар таша әсе буҙалай.
Көбөләрҙә бешкән кеүек хистәр,
Мөлдөрәмә өмөт туҫтағы.
Уртҡа алып изге уй-хыялды.
Яҙға баҫтыҡ әле беҙ тағы.
Моронлаған зөмрәт балаҫтарға
Теҙеп тулы туҫтаҡ буҙаны,
Уртлайыҡсы, йәндәр әрнемәһен,
Онотолһон һоро уҙғаны.
Әсе буҙа ... Ҡандар ҡыҙа микән,
Яҙҙы тоям һинең ирендә.
Илертеп тә илде яҙ ҡосаҡлай,
Һәр тамсыһы йәнде иретә.

***
Һөттәй ойой күктә аҡ болоттар,
Көн үҙәге...Ҡыҙған үҙәндәр.
Кәрешкәләр ҡосағында яңғыҙ
Ҡанат ҡаға ярһып бүҙәнә.

Йөрәгем дә ошо бүҙәнәләй,
Йән ситлеген суҡый яңғыҙы.
Хыялдарҙы ниңә бүлештем мин,
Кем тапаны, ниндәй аңһыҙы?

Ә бүҙәнә ҡанат ҡаға, суҡыш
Йолҡа арҡан төҫлө сырмауҙы.
Йолоп алдым, йыбыр-йыбыр
ҡасты,
Йырып ҡына йәшел ҡоршауҙы.

Их, бүҙәнә, һинең биләмәлә
Күңел яҡтылыҡҡа биҙәлә.
Йәнде үртәр хыянаттан күпме,
Һалҡынлыҡтан күңел биҙә лә.

Йөрәгемде үлән араһына
Йәшерәйем, тыңла, бүҙәнәм.
Бәлки, ҡошсоҡ, аңларһың да мине
Ниндәй хәсрәттәрҙән өҙөләм.

***
Сөм ҡара ла йомшаҡ сәстәреңде
Кем ағарта, әсәй, ниндәй дау?
Йөрәк кенәң һинең ялҡын уттыр,
Ҡайнар ҡояш, әллә янар тау?

Утлы өйөрмәгә ташлағанда,
Бер япраҡтай, көсһөҙ сағыңда.
Балаң өсөн генә булманың көл,
Өҙөлмәнең, ҡалдың сағылда.

Йөрәгеңде утта ҡурһалар ҙа,
Ҡай саҡ шыҡһыҙ тормош далала.
Ҡанат аҫтарыңда беҙ инек тә,
Ә күңелең һинең балала.

Янарғоштай яндың беҙҙең өсөн,
Ҡанатыңдың тойҙоҡ ышығын.
Күптән инде һеҙҙән осҡон алып,
Дөрләтәбеҙ тормош усағын.

Сөм ҡара ла йомшаҡ сәстәреңә
Ваҡыт йәлләмәгән көлдәрҙе.
Күңелеңдә янған мең-мең ҡояш
Нурлы итә беҙҙең көндәрҙе.


Вернуться назад