“Әҙәби нағыш” — Дүртөйлөлә!08.04.2015
Был яҡты иҫкә алыуға, күңелде елкендереп, Бабичтың илде, телде һаҡлауға саҡырыуҙары, Моҡамайҙың батырлығы, Фәррәхтең бәйеттәре, Назарҙың наҙлы йырҙары хәтергә килә. Улар Әсән, Миңеште ауылдарына, Ағиҙел буйҙарының йырлы туғайҙарына алып китә. Назар Нәжми “Дүртөйлөгә йыр алырға ҡайтам” тип юҡҡа ғына әйтмәгән!
Был төбәктә “Тулҡын” тип аталған әҙәби берләшмә эшләй. Уның етәксеһе — шағир Рафаил Хафизов. Берләшмәгә район етәкселәре ҙур өмөт бағлап, уның ағзаларын ижтимағи-мәҙәни тормошҡа әүҙем йәлеп итә.
“Тулҡын”да төрлө йәштәге 20-нән ашыу ижадсы шөғөлләнә. Араларында Светлана Васикова, Тәслиә Әхмәтова, Фәнис Ғәлләмов, Фәнис Рәхмәтуллин, Рәфил Саматов, Таһир Яҡупов, Гөлнара Мәхийәнова кеүек биш-алты китап сығарған шағирҙар ҙа, йырҙары киң таралған авторҙар ҙа, хикәйә-парсалары менән матбуғат биттәрен биҙәүселәр ҙә байтаҡ. Улар әҙәби-мәҙәни тормошта ла, йәмәғәтселек эштәрендә лә бик әүҙем. Шиғри фестивалдәр, Н. Нәжми, Ш. Бабичҡа бағышланған әҙәби кисәләр урындағы яҙыусыларҙың ҡатнашлығынан башҡа уҙмай. Һүҙҙе Дүртөйлө ижадсыларына бирәйек.



Сыҡ, ҡояшым!

Эй, көттөрөп, ялындырып,
Һалмаҡ ҡына килә яҙ.
Ә күңелем инде күптән
Өмөт итә иркә, наҙ.

Баһаһын белгәндәй генә,
Бик әкренләп һыҙа ҡар.
Һәр тереклек йылылыҡҡа,
Иркә елгә интизар.

Сыйырсыҡтар ҙа һайрамай,
Мәж киләләр ояла.
Яҙ, бәлки, белеп ашыҡмай,
Әллә бер аҙ ояла...

Ҡыш йәмле үҙ ваҡытында,
Тик хәҙер яҙ — наҙ мәле!
Сыҡ, ҡояшым, нурҙарыңда
Яҙҙы алып кил әле!

Рәсимә МОСТАФИНА.


Әллә ғашиҡмы яҙға?

Яҙғы ҡояштың нурҙары
Ҡарҙа селтәр бәйләне.
Тамсы тама, һалҡын ҡыш та
Яҙ киләһен шәйләне.

Осортоп ҡарҙар яуҙырҙы,
Ебәрҙе һалҡын елен.
Бурандары ла туланы,
Әйтерһең, уҫал килен.

Ҡыштың китәһе лә килмәй:
Әллә ғашиҡмы яҙға?
Йәлләп ҡуйҙым шунда ҡышты —
Һыуһағандыр шул наҙға...

Светлана ВАСИКОВА.

Атайымдың гармуны

Йәйге тыныс кистә
Туҡтамайса һис тә
Кемдер гармун уйнай йыраҡта.
Тальян гармун моңо
Шундай сихри моңло —
Күңелемдә хистәр уята.

Тын алмай тыңлайым,
Үткәнде уйлайым —
Әсир итте мине ошо моң.
Ғашиҡ булып көйгә,
Инә алмай өйгә,
Ҡушылып мин уға йырланым.

Эх, һин, гармун моңо,
Ниңә шулай моңло?
Күңел ҡылдарымды сиртәһең...
Ирекһеҙҙән мине,
Ҡосоп алып иңдән,
Бала саҡҡа алып китәһең...

Хәтеремдә һаман,
Һис онота алмам
Атайымдың гармун-бүләген.
Шуға күрә бөгөн,
Ишетеп гармун көйөн,
Өҙгөләнә минең йөрәгем.

Инде ул ваҡыттан
Бик күп һыуҙар аҡҡан,
Ағын һыуҙай уҙған йылдар ҙа.
Атайым уйнаған
Халҡымдың моңдары
Күсә хәҙер минең йырҙарға.

Уның төҫө итеп,
Туҙандарын һөртөп,
Һаҡлайбыҙ беҙ атай гармунын.
Юҡ унан ҡәҙерле,
Сөнки ул һеңдергән
Үҙенә атайҙың бар моңон.

Рәфил САМАТОВ.


Ауыл, ауыр һинһеҙ...

Ауыл, ауыл!
Һинһеҙ ауыр, йәшлек илем.
Һине уйлап уҙа көндәрем —
Беҙҙе ҡосҡан бесәнлекле өйөм,
Һалам тултырылған мендәрем...

Ауыл, ауыл!
Һинһеҙ ауыр миңә,
Үҙем торам күптән ҡалала.
Тәнем унда, йәнем –
Тыуған йортта,
Сал ҡунһа ла инде башыма.
Бала саҡтағылай гел илайым,
Ҡайтып инһәм нигеҙ ташыма...

Ауыл, ауыл!
Ауыр һинһеҙ, нигеҙ!
Йәнһеҙ тормош көтәм ҡалала.
Әллә шуға гелән тәнем арый,
Йән ауылда тороп ҡала ла
Йәшәй бирә минһеҙ!
Ауыр миңә, ауыл, һинһеҙ...

Гөлнара МӘХИЙӘНОВА.


Урманда

Еләгеңә рәхмәт, урманым,
Матурлығың күреп туйманым.
Күңелемә индең йыр булып,
Өйгә ҡайтты еләк гел тулып.

Йәйен киләм һиңә ҡунаҡҡа,
Ялдар алып китәм йыраҡҡа.
Һәр кешегә шифа һауаң бар,
Сирлеләргә кәрәк дауаң бар.

Ялдар итә йәнем урманда,
Тормош матур урман булғанда!

Әминә ИБРАҺИМОВА.


Вернуться назад