Музей берекмәһенең тәүге вәкиллеге07.04.2015
Өфөлә М.И. Глинка исемендәге Бөтөн Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһенең вәкиллеге асылды.

Башҡортостандың Милли музейы ниге­ҙендә төҙөлгән вәкиллек эшен “Ф.И. Шаляпин. Стольниктан Дон Кихотҡа тиклем” күргәҙмәһен асыу менән башланы.
– Бөгөн республикабыҙҙа — үҙенсә­лекле ваҡиға, — тине Башҡорт­остандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Вәкиллек музыка мәҙәниәтен артабан үҫтереүгә, ҡалабыҙ, республикабыҙ тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итәсәк. Килә­сәккә идеялар ҙа бар — Глинка исемендәге музей берекмәһе күргәҙмәләре ҡалабыҙҙа даими ойоштороласаҡ.
Әлеге музей берекмәһенең Өфөлә асылған вәкиллеге — Рәсәйҙә тәүгеһе. Артабан Курск өлкәһендә, мәшһүр композитор Георгий Свиридовтың тыуған яғында, икенсеһен асыу күҙаллана.





Вернуться назад