Беҙ юлға сыҡҡанда ҡояштың да кәйефе көр ине. Билдәле әҙип, “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Дамир Шәрәфетдинов етәкселегендәге төркөмдө Мишкәнең сигендә икмәк-тоҙ менән ҡаршыланылар. Районға керер алдынан бер ҡапҡа бар, ҡунаҡтарҙы иң башта шуның аша үткәрәләр. Изге ниәт менән килгән кешеләр үтә был ҡапҡанан. Беҙ ҙә үттек: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының төп белгес-эксперты Альбина Юлдашбаева, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Ирина Күсәрбаева, “Истоки” гәзите редакцияһының яуаплы секретары Светлана Ғафурова, “Мираҫ” бейеү ансамбленең художество етәксеһе Мишкә ҡыҙы Нәфирә Иҡсанова-Бабичева.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Александров, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мөнир Нурисламов, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Татьяна Кондогина ихлас йөҙ менән әйҙүкләне.
Башта “Дружба” гәзите редакцияһында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыу үтте. Юлия Полохина, Рита Ялаева, Светлана Салиева, Светлана Тоймурзина, Геннадий Шамшиев, Вячеслав Камиляновтарҙың ҡулъяҙмалары тикшерелде.
– Әҙәбиәт йылының тәүге көндәренән үк эш башланыҡ. Дауаханаларҙы әҙәби китаптар менән тәьмин итәбеҙ, кисәләр үткәрәбеҙ, – тине Татьяна Кондогина. – Яңыраҡ Светлана Салиева китабының исем туйын үткәрҙе.
– Йыйынтыҡ ҙур түгел, ләкин миңә шатлыҡ килтерҙе, – ти Светлана. Уның һүҙҙәренә яҙылған йыр кисәнең бер йәменә әйләнде.
– Мин кескәй саҡтан ижад итәм. Тәүге яҙғанымды балалар журналына ебәргәйнем, хат килеп төштө. Телең матур, тормошто, тәбиғәтте тояһың, тик шиғырың һуңлап килде, хәҙер көҙ түгел, ҡыш, тигәндәр. Шиғриәттең дә миҙгелдәре бармы икән ни!? – тине Геннадий Шамшиев.
Дамир Шәрәфетдинов оҫталыҡ дәресе үткәреп алды — биш минутта яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Бына ул:
Нисә тапҡыр булдым һиндә –
Йәйҙәрен дә, ҡыш та.
Бабич һәйкәлен асҡан саҡ,
Мишкә һаман иҫтә.
Беҙ ҡайтырбыҙ, тигән, бында –
Ҡайтты Али Карнай.
Тере һымаҡ, ана, таштан
Флорид дуҫым ҡарай.
Сүллек түгел Мишкә ере –
Аҙым һайын табыш.
Бөгөнгөнө күреп торһа,
Әй, ҡыуаныр Бабич!
Күңелемә алып китәм,
Әй, Мишкә, Мишкә!
Өфөләрҙә – баш ҡалала –
Мең төшөрһөң иҫкә.
– Ҡулъяҙмаларҙы уҡып сыҡтыҡ, – тине Дамир. – Тик мари телендәгеләрен алданыраҡ ебәрергә кәрәк ине, ошо милләт шағирын табып тикшертер инек. Урыҫ теленә тәржемә ителгәндәрен генә уҡый алдыҡ юғиһә. “Дружба” гәзитендә әҙәби түңәрәк ойошторорға тәҡдим итәм. Әгәр әсәйеңә шиғыр уҡыйһың икән, ул бер ваҡытта ла тәнҡитләмәҫ. Һеҙгә үҙ-ара аралашыу кәрәк.
Светлананың хикәйәләрен уҡығас, мин уға алтмыш йәштәр барҙыр тип уйлағайным. Йәп-йәш ҡыҙ икән. Әгәр үҫергә теләһәң, берәй прозаик менән аралаш. Ә былай яҙғандарың насар түгел.
– Әҙәби әҫәр кешене үҙгәртергә тейеш. – Светлана Ғафурованың был кәңәштәре лә яҙа үтмәгәндер. – Ижад ҡәләм менән ер ҡаҙыуға тиң.
Гөлдәр Моратова ла өгөттәрен бирҙе.
Артабан осрашыу китапханала дауам итте. Башҡорт, урыҫ, татар китаптарының күргәҙмәһе ойошторолған ине. Татьяна Кондогина райондың әҙәби һәм мәҙәни тормошо менән таныштырҙы, ауыл китапханаларының бигүк шатлыҡлы булмаған хәле тураһында һөйләне.
Гөлдәр Моратова республикала егерме әҙәби музей эшләүе хаҡында әйтеп үтте: “Әҙәбиәт – мәҙәниәттең нигеҙе ул. Бында ата-әсәләр ултыра. Компьютерға ҡаҙалған балаларҙы нисек китапҡа йәлеп итеү тураһында уйларға кәрәк”.
Китапхананан һуң мәҙәниәт һарайына юлландыҡ. Бында талантлы драматург Флорид Бүләков иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Яҡташ яҙыусыны хөрмәт иткәндәре күренеп тора мишкәләрҙең. Уның бер туған ҡустыһы Рәүеф ағай ҙа килгәйне. “Районыбыҙҙың бөйөк улына хөрмәт күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт!” – тине ул.
Бөйөк Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Талантлы Бабич, ҡанатлы Бабич” тигән кисә башланды. Шағирҙың тормош һәм ижад юлын сағылдырған сәхнәне ҡарап, тәндәр семерҙәне. Артабан Гөлдәр Моратова мишкәләргә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың тәбрикләү хатын уҡыны.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Булатов Йылъяҙма-китапты Мишкә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Александровҡа тапшырғандан һуң, район мәҙәниәт һарайы артистары күркәм концерт ҡуйҙы.