“Иман нуры – халҡыма!”07.04.2015
Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында “Иман нуры – халҡыма” тип аталған хәйриә концерты була. Унда Башҡортостандың йыр сәнғәте йондоҙҙары Светлана Арғынбаева, Альберт Шаһиев, Әлфиә Юлсурина, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Гүзәл Аҫылбаева, Рәдиф Зарипов, Вилдан Яруллин, Зилиә Бәхтиева, Азалия һәм Урал Рәшитовтар, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө ҡатнаша. Байрамды Флүрә Мурзина менән Таһир Вахитов алып бара.
“Иман нуры – халҡыма” хәйриә акцияһына килгән һәр кеше, сәхнәлә сығыш яһаған һәр артист мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Был ғәҙәти концерт йә тамаша түгел. Концерттан йыйылған килем билдәле дикторыбыҙ Флүрә Мурзина тыуған Балаҡатай районының Үрге Үтәш ауылында мәсет төҙөүгә күсерелә. Беренсе хәйриә акцияһы 2012 йылда ойошторолғайны. “Ҡурай” йыр-моң каналы тарафынан алып барылған был саранан килем мәсеттең нигеҙен һалыуға күсерелде. Бөгөн иман йортоноң диуарҙары күтәрелеп, ҡыйығы ябылған.
Ойоштороу эштәрен “Башҡортостан” телеви­дениеһы үҙ өҫтөнә алды: продюсеры – Айгөл Әх­мәҙиева, сәхнә режиссеры – Франгиза Илбәкова. Иншаллаһ, иманыбыҙға, динебеҙгә мөнәсәбәт күҙ­гә күренеп нығына. Мәсеттәр ҡалҡып сыға, манара­ларынан яңғыраған аҙан тауыштары быуын­дарҙы, дәүерҙәрҙе, тарих менән хәҙерге заманды бәйләй кеүек. Һуңғы йылдарҙа республика ҡалаларында, Өфөлә бик күп ғибәҙәтханалар төҙөлә. Халыҡҡа абруйлы кешеләрҙең өлгөһө кәрәк. Бәлки, был эште ҡеүәтләп, башҡалар ҙа изге ғәмәлдәргә тотонор. Беҙҙең һәр беребеҙ ил бәҫен күтәрә ала.




Вернуться назад