Данлы юлы сағыла Темәстең07.04.2015
Данлы юлы сағыла Темәстең Республикала иң ҙур ауылдарҙың береһе булған Темәстең тарихы ифрат бай. Йылъяҙманың иң сағыу биттәре Башҡорт Автономияһы төҙөлөү менән бәйле. Төбәгебеҙҙең беренсе баш ҡалаһы республикаға бик күп шәхес бүләк итте, бихисап әһелдең эҙҙәрен һаҡлай.


Бөгөн Темәстә 17 милләт вәкиле, дүрт мең са­маһы кеше йәшәй. Мәғлүм булыуынса, унда 1994 йылда республикалағы тәүге тарихи-мәҙәни үҙәк асылды. Учреждение туғыҙ йыл элек Башҡортос­тандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы итеп үҙгәртелде.
Үҙәк етәксеһе Нур Ҡалмырҙин әйтеүенсә, “Те­мәс” тарихи-мәҙәни үҙәге ауылдың бай тарихын, урындағы халыҡтың рухи ҡомартҡыларын һаҡ­лауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Унда Те­мәстә йәшәгән Бөрйән ырыуы вәкилдәре араһынан 12 нәҫелдең ҙур шәжәрәһе төҙөлгән. Тамырҙарын юллап мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ярҙам итергә әҙер үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
Темәстә бихисап архитектура ҡомартҡыһы һаҡ­ланған. Мәҫәлән, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы (унда 1919 йылда I Башҡорт хәрби съезы үткән, Башревком эшләгән, һуңынан Бөрйән-Түңгәүер кантоны үҙәге урынлашҡан), XIX бы­уаттың 50-се йылдарында төҙөлгән беренсе баш­ҡорт-урыҫ башланғыс мәктәбе, республика­быҙ­ға бик күп шәхес тәрбиәләп биргән элекке Темәс педагогия училищеһы, Әбүбәкер хәҙрәт Хөсәйеновтың йорто (унда Әхмәтзәки Вәлиди йыш туҡтар булған), композитор Рәүеф Мортазин тыу­ған һәм йәшәгән өй, Мозафар байҙың XIX быуат уртаһында төҙөлгән келәттәре, 1900 йылда һа­лынған балалар йорто биналары һәм башҡалар.
2001 йылда музей алдында Әхмәтзәки Вәлидигә бюст ҡуйылды. Ошо уңайҙан Темәскә шәхестең балалары ла килгәйне. Республикала даими уҙға­рылған “Вәлиди уҡыуҙары” тап Темәстән башланды.
Ауылдағы тарихи-мәҙәни үҙәк моделле китапхана, мәҙәниәт йорто, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге музыка мәктәбе, музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәмғиәт тормошон йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжә­рә байрамы кеүек саралар, милли байрамдар ойоштороуҙы алдан башлап йөрөй. Үҙәктең методисы Лилиә Ишбаева етәкселегендәге “Ғилмияза” фольклор ансамбле уңышлы эшләй, ауылдағы һәр сараның биҙәге ул. Төркөм ағзалары республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Былтыр улар араһынан Рәмзиә Солтанова “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә төп бүләкте яулаған.
Лилиә Ишбаеваның тырышлығы менән үҙәктә “Оҫтабикәләр” клубы ла булдырылған. Унда шө­ғөл­ләнеүселәр бәйләргә, милли аш-һыу әҙерләргә өйрәнә, халҡыбыҙҙың онотола барған көнкүреш йолаларын тергеҙеүгә күп көс һала. Ғөмүмән, тарихи-мәҙәни үҙәктең рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡ­лау­ҙа, үҫтереүҙә, халыҡтар араһында берҙәмлек, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ.






Вернуться назад