Беҙҙең замандың геройы тип атаһаҡ та була Юрий Шевчукты. Һәр сығышы, аҙымы менән егетлеген күрһәткән был ижадсы битарафтарҙы, биләгән вазифаһына йәбешеп ултырған етәкселәрҙе лә яҙғанына иғтибар иттерерлек ҡеүәт, моң менән әйтте һүҙен. Өфөлә ойошторолған рок төркөмө хәҙер бөтөн донъяға танылыу яуланы.Яңыраҡ Юрий Шевчуктың әсәһе 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Фәниә Шевчуктың графика һәм тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән күргәҙмәһе асылды. Тормоштоң бик күп ауырлыҡтарын кисергән, әммә һынмаған, һәр саҡ йөрәгендә тыуыр көнгә өмөт йөрөткән ханымдың рәсемдәрендә лә – йәшәү көсө, рух тантанаһы, талғын йыр.
Әйткәндәй, был күргәҙмәнең идея авторы – улы. Сара “ДДТ” төркөмөнөң Башҡортостан буйлап гастролдәре тамамланған көндә ойошторолдо.
– Әсәйем ғүмер буйы рәссам булырға хыялланды. Күп ҡыйынлыҡтар кисерһә лә, унда һәр саҡ ижадҡа ынтылыш йәшәне. Был һүрәттәрҙә – уның мөхәббәте. Һуғыш ваҡытында Төньяҡ диңгеҙ юлында радист булып эшләп, уның бар михнәтен күргән ул. Ленинград блокадаһы хаҡында күптәр тарих аша белә, ә әсәйем – ана шул мәлдәрҙең тере шаһиты, – тине Юрий Юлианович. Ул шулай уҡ Башҡортостандың тәбиғәте, халҡы, райондарҙа йорттарҙың күркәмлеген билдәләне. Һүнеп барған Рәсәйҙә беҙҙең төбәк йәнле бер утрау кеүек тойолған уға.
Фәниә Әкрәм ҡыҙының күргәҙмәләре Өфөлә генә түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ла ойошторолғаны бар. Сарала ҡатнашҡан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хөрмәтле замандашының күкрәгенә “Еңеүҙең 70 йыллығы” миҙалын таҡты.
Ыҡсым йыйынтыҡҡа ла тупланғайны Фәниә Шевчуктың һүрәттәре. Уларҙа – шундай тәрәнлек, тормошҡа һөйөү, ғүмерҙең миҙгеллеге. Бына-бына ҡулың менән көнбағыштарға ҡағылһаң, йә сәскәләре, йә орлоҡтары ҡойолоп төшөр кеүек. Ижад – ул тере организм. Йөрәгенән сыҡҡан кисерештәрен һалған Фәниә ханым һүрәттәренә, шуға ла улар тәьҫирһеҙ ҡалдырмай.
Байрамдың аҙағында тағы ла бер ҡыуаныслы мәл көтөп торҙо ҡунаҡтарҙы. Наил Мәхмүтовтың “По следам легенд уфимского рок-н-ролла. Юрий Шевчук и ДДТ” китабының исем туйы үтте. Уҙған быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән ижади йүнәлеш хаҡында бик бай мәғлүмәт туплаған китап. Был Наил Мәжит улы туплап сығарған тәүге йыйынтыҡ түгел, әммә үҙенсәлеге шунда: унда халыҡ араһында популярлыҡ яулап өлгөргән рок төркөмөнөң бай тарихы ғына яҙылмаған, ә тотош донъяның рок музыка йүнәлеше сағылдырылған. Эйе, китап кисерештәр, тәьҫораттар менән мауыҡмай, әммә уның бар ҡиммәте лә шундалыр. Һәр кем уҡый һәм һығымталарҙы үҙе яһай.
1000 дана тираж менән сыҡҡан йыйынтыҡты Наил Мәхмүтов байрамда ҡатнашҡан һәр кемгә бүләк итте. Ике сәғәттән ашыу автограф таратты Юрий Шевчук ижадын үҙ иткәндәргә. Сиратҡа икешәр, өсәр тапҡыр баҫып рәхәтләнде “ДДТ”-ның фанаттары. Бында ни әйтәһең инде – Шевчук, рок!..