Шәреҡ фәлсәфәһе, тәрәнлек хас04.04.2015
Шәреҡ фәлсәфәһе, тәрәнлек хас Эмом Али менән Мәскәүҙә әҙәбиәтселәр ҡоронда танышҡайныҡ. Башҡорт шағирҙа­ры­ның ижадын белә булып сыҡты ҡәләм­дәшебеҙ. Тормош юлына ныҡлап аяҡ баҫҡас килгән ул шиғриәткә. Тажик телендә яҙылған шиғырҙарын яҡта­шы­быҙ Светлана Чураева урыҫ теленә тәржемә итте, улар Санкт-Петербургта китап булып баҫылып та сыҡты. Шағир Өфөлә лә булғаны бар, бында әҙиптәр менән осрашып, шиғри ҡор ҙа ойошторҙо.
Халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара алдынан башҡорт уҡыусыһына ла тәҡдим итмәксемен уның бер нисә шиғырын. Шәреҡ фәлсәфәһе, тәрәнлек барлығын тойҙом уның яҙмаларында.


Шиғриәт анаһы
Тик бер мәлгә фекер юғалтҡанда,
Шиғыр илай, имсәк ташлатҡандай.
Ирендәре тойһа уй күкрәген,
Юлында ул ҡеүәт тапҡандай.

Бәхет тажы
Яҡшы кешеләрҙе тап иткәндә,
Осрамаһа миңә ямандар,
Шул мәлдә үк минең башымда
Бәхет тажы балҡып торғандай.

Йәшел ҡан
Ялан-ҡырҙа ҡыҙыу мәл етте,
Ыңғырашыу арбай йыраҡтан.
Үлән яраһынан, шишмәләй,
Ураҡ киҫкәс, аҡты йәшел ҡан.

Ураҡ һыҙғырыуы аҫтында
Ҡабул ҡыла ҡорбан яҙмышын.
Йәшел ҡан татында бирелә
Бәндәләргә икмәк табышы.

Йылға осошо
Ҡая өҫтәренә сәсрәп осоп,
Аҡ ҡанаттар йәйҙең тамсынан.
Күк аҡланы сәскә атһын тиеп,
Тау өҫтөнә сарсап ашығаң.
– Бейеклеккә ағымымды ҡыуам –
Болот булып күктә осһондар.
Йәнә ергә төшөп, тамсылары менән
Ер-әсәне үбеп, ҡосһондар.

Неваның доғаһы
Тиңһеҙ тәҡәт Нева күкрәгенән
Күккә бағып, күпер айыра –
Ике ҡулы өҫкә һонолған да,
Төпһөҙ киңлектәре ҡуйыра.

Күҙәтәм мин ҡулдар хәрәкәтен:
Йылға ялбарғандай Алланы,
Һаҡлаһын тип, мәңге ошо Ерҙә
Йөҙөк ҡашы булған ҡаланы.

Эмом Али МИРЗОЕВ.


Вернуться назад