Остаздар майҙаны03.04.2015
Һөнәри эскерһеҙлек, үткәрәсәк дәресеңдең темаһын көтөүҙән тыуған тулҡынланыу, тантаналы, етди кәйеф... 25-се тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы-2015” бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың йөҙҙәрендә ошо сифаттар, хис-тойғолар асыҡ сағылһа, маҡсаттары – мәртәбәле конкурста лайыҡлы сығыш яһап, еңеү тауын артылыу.

30 марттан 4 апрелгәсә барған бәйгене асыу тантанаһы Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү инс­титутында булды. Унда төбәктең Мәғариф министр­лығы етәкселеге, Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты вәкилдәре сығыш яһаны.
Быйылғы конкурста 41 райондан муниципаль ки­мәлдә еңеүгә өлгәшкән 59 уҡытыусы ҡатнашты, шуларҙың 53-ө – ҡатын-ҡыҙ, алтауһы – ир-егет. Күләмле сара барышында улар баш ҡалалағы белем биреү учреждениелары менән танышты, бәйгенең төрлө, үҙенсәлекле этаптарында көс һынашты, республикала танылған уҡытыу технологияларынан тыш, үҙҙәренең шәхси концепцияларын, эште һөҙөмтәлерәк итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын табып, башҡаларға еткерҙе. Белем, тәрбиә биреүҙең яңы, өҫтөнлөклө алымдарын билдәләү, педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу күренештәре – “Йыл уҡытыусыһы” кон­курсының төп асылы.
– Яҡты киләсәккә етди маҡсаттар ҡуйып, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа көс һынауға ынтылып йәшәйек, – тигән йөкмәткеле сығышы менән мәғариф министры Әлфис Ғаязов бәйгене лә, республиканың белем биреү системаһын да алға, камиллашыуға әйҙәне.
“Йыл уҡытыусыһы-2015”-тең еңеүсеһе иртәгә “Баш­ҡортостан” концерт залында иғлан ителәсәк.







Вернуться назад