“Илһам” ҡанат нығыта03.04.2015
“Илһам” ҡанат нығыта “Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр” тигән бик тапҡыр мәҡәлде күҙ уңында тотоп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты мәктәп йәшендәге балалар өсөн “Илһам” ижади семинарын ойошторҙо.


Башҡортостандың төрлө райондарынан 45 егет һәм ҡыҙ аҙна буйы ижад серҙәренә, тележурналистика үҙенсәлектәренә төшөндө. Се­ми­нар­ҙы ойоштороуға универ­ситеттың мәктәптәр менән эшләү үҙәге директоры Зиннәт Аллаяров күп көс һалған. Уҡыусылар юғары уҡыу йор­тоноң шифахана-профилакторийын­да бушлай йәшәне һәм туҡ­ланды.
Лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре программалары балаларҙың йәшен, ҡыҙыҡһыныусанлығын һәм ижади эшмәкәрлеген күҙ уңында тотоп төҙөлгәйне. Шиғриәткә арналған дәрестәрҙә “Нисек шиғыр яҙырға?”, “Нимә ул поэтик образ?”, “Шиғыр структураһы” кеүек дәрестәр бик йәнле үтһә, тележурналистика буйынса “Нисек сценарий яҙырға?”, “Нимә ул сюжет?” һәм башҡа бик күп темалар балаларҙың күңелен яулап алды. Уҡыусыларҙың теләге буйынса ижадсылар ҙа үҙ тәжри­бә­һе менән ихлас уртаҡлашты. “Ватандаш” журналының баш мө­хәр­рире Азамат Юлдашбаев заман йәштәре, шәхес проблемаһы тирәләй диспут үткәрһә, шағирҙар Лариса Абдуллина менән Дамир Шәрәфетдинов З. Вәлиди исе­мендәге Милли китапханала шиғриәт нескәлектәре ха­ҡын­да һөйләне. Уларҙың шиғри күс­тә­нәс­тәре бары­һына ла хуш килде. “Ағи­ҙел” жур­на­лының мөхәррир урын­баҫары Әхмәр Үтәбай, “Аҡ­бу­ҙат”тың баш мөхәррире Тамара Юлдашева, “Ама­нат”тың баш мөхәррир урын­баҫары Мансур Ҡаҙаҡаев, “Та­мыр” телеканалы журналисы Р. Мин­дия­рова, шағирә Зарина Бағы­шае­валар менән осра­шыуҙар ҙа эҙһеҙ үтмәне. Уҡыу­сыларҙы ҡы­ҙыҡһындырған һо­рау­ҙарҙан тыш, һәр осрашыу шиғри бәйге, сәсән оҫталығы кеүек матур йолалар менән үрелеп барҙы. Баш­ҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясовтың оҫталыҡ дәрес­тә­рендә балалар заман төпкөл­дәренә сәйәхәт итте, тарихи шәхестәр хаҡында бай мәғлүмәт алды.
“Илһам” семинарының төп маҡ­саты – уҡыусы йәштәрҙе ижадҡа ылыҡтырыу, артабан улар менән системалы эш алып барыу. Һәр кис уларҙың ижады менән танышыу ғына түгел, ә тикшереү, тейешле кәңәштәр еткереү ҙә ойошторолдо. Уҡыусылар бер-береһенең ижадына бик ентекле анализ бирҙе, тәнҡиттән дә ҡурҡманы. Баймаҡ районынан Заһит Ғүмәровтың, Әлшәйҙән Әлиә Хәйруллинаның шиғырҙары юғары баһаланды. Йәш авторҙарҙың әҫәр­ҙәрендә хис-тойғо, фекер тәрән­леге лә һиҙелә. Ә тележурналистика буйынса Сибай гимназия-интернатынан Байрас Азаматов, Республика башҡорт лицей-интернатынан Азат Хоҙайғолов һәм Дәүләкән районы­ның Ҡаҙанғол мәктәбенән Лилиә Миңлемөхәмәтова башҡарған эш­тәр­гә етеүсе булманы. Был төр­көм­дә Айнур Асҡаровтың “Әсә” фильмы буйынса әңгәмә лә бик ҡыҙыҡлы барҙы. Етәксе доцент Э. Рәхи­мова һәр сараны йөкмәткеле итеп ойошторған.
“Илһам” республика семинары ижади һуҡмаҡтарҙың төрлөлөгөн, үҙенсәлеген асыҡлап ҡына ҡал­ма­ны, уҡыусыларға ошо өлкәлә ныҡлы аҙымдар яһарға хыял ҡанаттары ла бүләк итте.

Зәки ӘЛИБАЕВ,
семинарҙы ойоштороусы.


Вернуться назад