“Әҙәби нағыш” – араларҙы нығытыр күпер ул27.03.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған “Әҙәби нағыш” республика марафонының әһәмиәте хаҡында фекер әйтеү ниәтенән алдым әле ҡулыма ҡәләмде. Яҙыусыларҙың төбәктә йәшәп ижад итеүселәр менән осрашыуы, фекер алышыуы, күңел төпкөлөндә ятҡан һорауҙарға яуап эҙләүе – маҡсатлы йылдың төп эштәренең береһе ул.
Райондарға сығыр алдынан, ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, “Башҡортостан” гәзите төбәк авторҙарының бер шәлкем шиғырын, проза әҫәрҙәрен баҫтыра. Эйе, ҡулъяҙмаларҙың һәр береһе асыш, табыш түгел, әммә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр республика матбуғатында ижад емеше сыға икән, был да – ҡәләм тибрәтеүсе өсөн этәргес көс. Таланттар балҡып тыуа, күҙгә ташланып тора, уларҙы төбәктәр буйлап эҙләп йөрөү мотлаҡ түгел, тиеүселәр ҙә табылыр. Был сараның маҡсаты һәләтле авторҙарҙы табыу ғына түгел бит, ә йылдар дауамында емерелгән рухи күперҙәрҙе нығытыу. Һәр кем үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаһа, һөҙөмтә нисек булыры көн кеүек асыҡ. Бөгөн шәхси нәшриәттәр ҙә, музыка студиялары ла һәүәҫкәр ижадсылар өсөн эшләй. Әммә профессиональ яҙыусының фекерен ишетмәй, үҙ яҙғандарына баһа алмай тороп, башлап ҡәләм тибрәтеүсенең үҫеп китеүе лә икеле. Шуға күрә был марафондың ауыл-ҡалаларҙа йәшәп ижад иткән халыҡсан авторҙар өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңлатып та бөтөрөрлөк түгел. Бөтәһе лә ижадта океан да, диңгеҙ ҙә була алмай, әммә һәр төрлө шишмәләр, йылғалар һуғара ҙур даръяларҙы!
Кемдер: “Ҡәләм оҫталары йәшерәктәргә ҡаты ҡағыла”, – тиер. Эйе, ундай осраҡтар ҙа булғандыр. Тәнҡит һүҙе лә кәрәк. Әммә ул аяҡтан йыға торған жанр булмаһа, яҡшыраҡ. Тәнҡитсе – ул иң тәү сиратта яҙыусы менән уҡыусы араһына күпер һалыусы, ижадҡа анализ биреүсе. Балаҡатай, Архангел, Нуриман райондарында фекер алышыуҙа ҡатнашып, шуны әйтә алам: халыҡ әҙиптәр менән аралашыуға, ҡанатлы һүҙгә тилмерә. Осрашыу мәлендә һәр кем йөрәген асып, яҡты ниәт, шиғыр телендә һөйләшә. Әллә ниндәй донъяуи проблемалар артынан ҡыуып, нимәгә аҡса еткерәйем тигән заманда рухиәт усағы эргәһендә йыйылып, йылынып алыу үҙе үк Урал батыр васыятына тоғролоғобоҙҙо күрһәтә түгелме? Әллә ниндәй ҡыйралыштар, ихтилалдар, аслыҡтар кисергән башҡорт халҡы, бөгөнгө цивилизация үҙәгендә һаман үҙ йырын һуҙып, моң менән йәшәй икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда. Тимәк, милләттәштәребеҙ үҙенең кешелек асылына тоғро.
“Әҙәби нағыш” республика марафонына мөмкин тиклем күберәк әҙиптәр йәлеп ителеп, халыҡҡа кәрәк фекерҙе, терәк булырҙай иман һүҙен әйтергә бурыслы. Бигерәк тә бөгөнгө рухи ҡиблалар юғалған, инаныстар ҡаҡшаған осорҙа яҙыусылар үҙҙәре “Халыҡ ниндәй уй-ниәт менән йәшәй икән?” тип борсолорға тейеш. Классик әйтмешләй, дәүерҙәр үткәс, был осорҙа кем батша булған, ниңә халыҡ михнәт сиккән, тип һорамаҫтар, ә шағирҙары ниңә өндәшмәгән, тиерҙәр! Тыйылғанда зарланырға ярата беҙҙә халыҡ, иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында әйт, Әҙип, һүҙеңде!