Журналистика — күңел талабым10.02.2012
Журналистика — күңел талабымБашҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Тамаша” журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаевтың тормош юлы Башҡортостан журналистикаһынан айырылғыһыҙ. Ул оҙаҡ йылдар Башҡорт АССР-ының Телерадиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында (һуңынан “Башҡортостан” ДТРК-һы) тәржемәсе, мөхәррир, баш мөхәррир, генераль директорҙың беренсе урынбаҫары булып эшләне. Уның ҡатнашлығында республиканың радио һәм телевидениеһы төрлө яҡлап үҫеште, абруй ҡаҙанды, яңы алымдар үҙләштерелде. 1995 — 1997, 1998 — 2004 йылдарҙа Фәнил Шәмсетдин улы Башҡортостандың матбуғат министры урынбаҫары булды. 2004 йылдың майынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Ҡыҫҡаһы, дәүерҙәр ағышын матбуғатһыҙ барлап булмағандай, Фәнил Шәмсетдин улының да тормош юлын журналистикаһыҙ күҙаллау мөмкин түгел. Хатта бөгөн дә юбилей сәбәбе менән ойошторған әңгәмәбеҙ дәүер, кешеләр, матбуғат даирәһендә беректе. Юбилярҙың: “Журналистика — күңел талабым”, — тигәне шулдыр, күрәһең.

Әллә ниндәй бер мөғжизә булып, иҫтәремә төшә бала саҡ...

— Фәнил Шәмсетдин улы, һеҙ бәләкәй саҡта ниндәй булдығыҙ: шаянмы, әллә етди малай инегеҙме?
— Шаян булдым тип әйтә алмайым. Мин, ғөмүмән, үҙемде йомоҡ кеше тип иҫәпләйем, шулай ҙа яҡындарым бер ваҡиғаны әле булһа ҡыҙыҡ итеп иҫкә ала. Биш-алты йәштәр тирәһендә булғанмындыр. Күрше Зәйнәп әбейгә һөт һорарға ебәргәндәр. Әбейебеҙ һөт юҡ бит әле тигәс, мин: “Һөт булмаһа, ҡаймаҡ булһа ла ярай”, — тип яуаплағанмын икән.
Мәктәп-интернатта уҡыған осор ҙа һағынып та, ғорурланып та иҫкә алырлыҡ үҙе бер тарихи арауыҡ булды. Етди ҙә, уҫал да, шаян да инек, сөнки бындай коллективта үҙеңде тота белмәһәң, ниндәйҙер яғың менән абруй яуламаһаң, һине ҡабул итмәйҙәр, хатта “аҡ ҡарға” рәүешендә ҡалырға мөмкинһең. Лидерлыҡ сифаттарыңды эшең, уҡыуың, спорттағы ҡаҙаныштарың менән раҫлай алһаң, һине класташтарың да, уҡытыусы-тәрбиәселәр ҙә ихтирам итәсәк, һиңә һәр саҡ таяна аласаҡ.
— Ә ниндәй фәндәрҙе яратып өйрәндегеҙ?
— Миңә тәүҙә уҡыу еңел бирелде, әммә өлкән кластарҙа математика, химия кеүек фәндәрҙән уртаса өлгәштем, күберәк тарих, әҙәбиәт, география дәрестәре яҡын һәм ҡыҙыҡлы ине, уларға өҫтөнлөк бирҙем. Мәктәпте тамамлағас, киске бүлеккә булһа ла, география факультетына уҡырға индем. М. Хафизов, Ә. Әсфәндиәров, М. Яппаров, С. Зайлалова, М. Байгилдина кеүек абруйлы уҡытыусыларҙың йоғонтоһо ла ҙур булғандыр, тип уйлайым. Тәрбиәсебеҙ Ә. Исҡужиндың тәбиғәт ҡосағына алып сыҡҡаны, кистәрен усаҡ яҡтыһында ҡурай уйнап йырлағаны һәр ваҡыт хәтерҙә. Туғыҙынсы кластан һуң беҙ, бер төркөм, уҡытыусыларыбыҙ Р. Мостафин, Ф. Ҡолшәрипова етәкселегендә В. Блюхер партизандарының хәрби юлы буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. Белорет — Үрге Әүжән — Петровский — Маҡар — Красноусол — Архангел аша үткән саҡта күп тарихи урындарҙы күрҙек, граждандар һуғышы ветерандары, элекке партизандар менән осраштыҡ, республикабыҙҙың иҫ киткес гүзәл тәбиғәте менән таныштыҡ.
Әммә яҙмыш барыбер әҙәбиәткә, журналистикаға алып килде. Әрменән ҡайтҡас, БДУ-ның филология факультетына уҡырға индем, ләкин тарих менән ҡыҙыҡһыныуым, сәйәхәт итергә яратыуым ғына һүрелмәне.
— Фәнил Шәмсетдин улы, һеҙҙең булмышығыҙға оптимизм хасмы, әллә пессимизммы? Бәлки, һеҙ алтын урталыҡҡа өҫтөнлөк бирәһегеҙҙер?
— Бөтә эштә лә алтын урталыҡты эҙләргә кәрәк, әлбиттә. Был хаҡта боронғо философтар ҙа әйтеп ҡалдырған, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ошо хәҡиҡәткә таянып тәрбиәләргә тырышҡан. Ләкин һәр ваҡыт алтын урталыҡты табыу мөмкин түгелдер ул. Юғиһә тормошобоҙ ал да гөл булыр ине. Хәйер, кеше ғүмере шуныһы менән айырыла: ул төрлө кисерештәрҙән тора, хәл-ваҡиғалар әҙәмдең булмышына йоғонто яһай, уның хатта яҙмышын үҙгәртеп ебәреүе ихтимал. Ҡайғы-хәсрәте лә бар тормоштоң, шатлыҡ-ҡыуанысы ишелеп килгән саҡтары ла. Килеп тыуған кәртәләрҙе, проблемаларҙы уңышлы үтеп, артабан йәшәүҙе дауам итеү... Был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе лә, ниндәйҙер кимәлдә хатта ҡыҙығы ла ошондалыр, моғайын.
— Ә бит һеҙҙең бала саҡ, йәшлек йылдары оптимизм менән һуғарылған совет дәүеренә тура килгән. Ул да бит XX быуаттың бер өлөшө...
— Ысынлап та, беҙҙең бала саҡ бик матур ваҡытҡа тура килде. Бөтә ил һуғыштың аһ-зарынан тын алып, иркен, тыныс тормошто, шиғри һүҙҙәр менән әйткәндә, барлыҡ киңлегендә солғап, биш, ете йыллыҡтар заманына аяҡ баҫҡан, ауыл хужалығында, сәнәғәттә ҙур күтәрелеш кисергән мәл ине. Ауылдарҙа тормош ысын мәғәнәһендә гөрләп торҙо. Мәктәптәрҙә балалар күп. Мәҫәлән, беҙҙең бәләкәй генә ауылда, Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында, әллә нисә тиҫтә бала уҡый торғайны. Мин үҙем хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алдым. Бында түңәрәктәрҙең ниндәйе генә ойошторолманы! Һүрәт төшөрөү булһынмы, йыр, музыка түңәрәгеме, спорт секциялары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Мәктәбебеҙҙә гөрләп эшләгән “Шишмә тауышы” әҙәби берекмәһе үҙе генә ни тора ине. Ғөмүмән, ул йылдарҙа яҙышмаған, ижадҡа ынтылмаған бала булмағандыр. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҙыусы-шағир, журналист булып китмәне, ләкин ниндәй генә өлкәлә эшләһәләр ҙә, иманым камил, бөгөн улар ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы, күңеле менән ижадсы. Әлбиттә, ул йылдарҙа ниндәйҙер ҡалыптар, әмерҙе мотлаҡ үтәү кеүек артыҡ талаптар ҙа булғандыр, ләкин дөйөм матур тормош тулҡынында киҫкен боролоштарҙы тойманыҡ.
— Ҡасан журналист булырға ҡарар иттегеҙ?
— Яңғырауыҡлы һүҙҙәр тип уйлай күрмәгеҙ, әммә журналистика — бала саҡтан килгән хыялым. Атайымдың дуҫы бар ине. Хәҙер мәрхүм инде — Фирүз ағай Мәҡсүтов. Ул ғүмер буйы Санкт-Петербургта йәшәне. Полковник, хәрби фәндәр кандидаты. Яҙыша ла торғайны. Бер нисә хикәйә авторы. Улар беҙгә ҡунаҡҡа йыш килде. Шулай бер ваҡыт һөйләшеп ултырабыҙ. Фирүз ағай минән: “Фәнил, һин үҫкәс кем булаһың?” — тип һорай ҡуйҙы. “Геолог булам”, — тим. “Геолог нимә инде ул. Тау-таш араһында, эҫе далала, кеше күрмәй, кеше ишетмәй йөрөрһөңмө? Журналист булырға кәрәк. Төрлө кешеләр менән аралашырһың, донъя күрерһең”, — тине ул. Фирүз ағайҙың был теләге тип әйтәйемме, фатихаһымы, күңелемә шул тиклем ныҡ һеңеп ҡалды. Башҡорт дәүләт университетының география факультетын ташлап, филологияны һайлауым да, аҙаҡ радиоға эшкә урынлашыуым да ошо маҡсаттың, хыялдың шауҡымы булғандыр, күрәһең.
— Тимәк, барыбер журналист булыр инегеҙме?..
— Һис һүҙһеҙ.
— Ә тәүге мәҡәләгеҙ хәтерегеҙҙәме?
— Иҫләмәй буламмы ни! VII класта уҡый инем, буғай. Спорт темаһына мәҡәлә яҙҙым. Бәлки, үҙемдең дә спорт менән ныҡлап шөғөлләнеүем сәбәпсе булғандыр. Һәр хәлдә сәләмәт йәшәү рәүеше, мәктәбебеҙҙә эшләгән секциялар тураһында бик тәфсирләп һүрәтләнем. Геройым да — үҙем кеүек спорт менән ихлас шөғөлләнгән егет. Әйткәндәй, ул аҙаҡ спорт мастеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры булып китте.
— Белеүемсә, ҡыҙҙарығыҙ ҙа журналистиканы һайлаған. Улар һеҙҙең кәңәш менән ошо юлдан киттеме, әллә үҙҙәренең теләге булдымы?
— Ҡыҙҙарым икеһе лә журналист тип әйтә алмайым. Олоһо Айгөл, ысынлап та, журналистика бүлеген тамамланы, әле Башҡортостан радиоһында эшләй. Кесеһе Әлфиә филология факультетын бөтөрҙө, хеҙмәт юлын телевидениела режиссер ярҙамсыһы булып башлағайны, тормошҡа сығып, әле ейәнсәребеҙҙе тәрбиәләй.

Уҡыусыһы булған баҫма юҡҡа сыҡмаясаҡ

— Фәнил Шәмсетдин улы, һеҙҙең тормош юлығыҙ Башҡортостан журналистикаһынан айырылғыһыҙ. Бында мин тәү сиратта һеҙҙең һуңғы егерме йылда радио, телевидение, матбуғат өлкәһендә яуаплы вазифаларҙа эшләүегеҙгә баҫым яһап әйтәм, сөнки, ни тиһәң дә, һүҙ халыҡтың милли, рухи үҫеше хаҡында бара...
— Журналистикаға уҙған быуаттың 70-се йылдарында килдем. Был ваҡытҡа хеҙмәт “багажыма” балта оҫтаһы, һалдат, студент кеүек “һөнәр-вазифаларҙы” тейәп өлгөргәйнем инде. Ғөмүмән, журналистика кеүек ҙур даирәгә нәҡ радио-телевидение аша килеп инеүем минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Айырыуса 90-сы йылдар иҫтә ҡалған.
...1991 йылдың 16 сентябрендә Юғары Совет Президиумының ултырышында “Башҡортостан ДТРК-һын ойоштороу тураһында” ҡарар ҡабул ителде. Әлбиттә, был ваҡытлы һәм мөһим аҙым ине, телевидение, радио кеүек көслө мәғлүмәт сараларын, уларҙы хеҙмәтләндереүсе техниканы һәм ҡорамалдарҙы бер йоҙроҡҡа туплауҙы заман үҙе талап итте. Сөнки Радиотелеүҙәктең ҡайһы бер етәкселәре дәүләт милкендәге ҡорамалдарҙы шәхси кешеләргә һатыу, башҡа ойошмаларға ҡуртымға биреү кеүек ниәттәр менән йөрөнө. Аллаға шөкөр, Юғары Советтың ҡарары телевидение һәм радионы республика, халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыу, милли тапшырыуҙарҙы арттырыу, халҡыбыҙ зарығып көткән тапшырыуҙар ойоштороу өсөн этәргес булды. Тап ошо осорҙа телевидениела “Сәсән”, “Хазина”, “Шәжәрә”, “Тай-тулаҡ”, “Уҙаман”, “Шәхес” кеүек милли рухты уятырлыҡ, башҡорттоң мәҙәниәтен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалаусы шәлкемдәр һәм рубрикалар барлыҡҡа килде, балалар өсөн бынамын тигән “Тамыр” телерадиостудияһы ойошторолдо.
— Көн дә һәр кем донъялағы үҙгәрештәр менән ҡыҙыҡһына. Илдә ниндәй мөһим яңылыҡтар бар? Ер шарының бөтөн ҡитғаларында ла тынысмы? Хәбәр ителгән ваҡиғалар хаҡында ни яҙалар? Ошондай һәм башҡа һорауҙарға яуапты ваҡытлы матбуғаттың төрлө материалдарынан табырға мөмкин. Күп яҡлы тормоштоң барлыҡ өлкәләрен дә белергә ынтылыу — заман талабы. Әммә талап менән генә эш бөтмәй бит әле, уны ҡәнәғәтләндерергә лә кәрәк... Был йәһәттән республика матбуғатына, айырыуса милли матбуғатҡа баһағыҙ ниндәй булыр?
— 15 йылдан ашыу Матбуғат министрлығында хеҙмәт иткән чиновник булараҡ яуап бирәйемме? (Көлә). Ҡыҙыҡ бит, заманында радио, телевидение, гәзит, журналдарға мин вазифа талаптарынан сығып ҡарарға тейеш инем. Ниндәйҙер кимәлдә уларҙың эстәлеген, темаларҙың төрлөлөгөн, биҙәлешен, финанс хәлен күҙ уңында тоторға тура килде. Етешһеҙлектәре өсөн ҡайһы бер мөхәррирҙәрҙе тәнҡитләй ҙә инек, язалар ҙа ҡулландыҡ (иҫкәртеү, премия бирмәү). Әммә уларға, ғөмүмән, барлыҡ журналистарға, полиграфия хеҙмәткәрҙәренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға, методик, матди йәһәттән булышлыҡ итергә тырыштыҡ. Уларҙың һөнәри белемен күтәреү, төрлө ижади бәйгеләр, семинарҙар үткәреү ғәҙәти күренеш булды. Мин хәҙер үҙем баш мөхәррир вазифаһында, хәл-ваҡиғаларға чиновник түгел, ә ижадсы булараҡ ҡарайым. Дөйөм алғанда, республикала матбуғат, телевидение, радио ныҡ үҫте, алға китте, һәр баҫманың үҙ сайты бар, электрон версиялары сыға. Мин эшләгәндә телевидениела үҙаллы бер генә канал булып, республика өсөн эфир ваҡыты 4-5 сәғәт кенә тәшкил итте, хәҙер телевидениела ла, радиола ла өсәр канал эшләй, “Ҡурай”, “Ашҡаҙар” барлыҡҡа килде, балалар өсөн махсус тапшырыуҙар каналы асылды. Гәзит-журналдарҙың биҙәлеше, эстәлеге яҡшыра, хатта район һәм ҡала гәзиттәренең 75 проценты бөгөн төҫлө сыға, китап баҫыу күләме йылдан-йыл арта. Ә бит заманында беҙ был хаҡта хыяллана ғына инек.
Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Киләсәктә гәзит-журналдарҙың иҡтисади хәлен артабан нығытыу сараһын күрергә кәрәк. Гел дәүләткә генә ышанып ултырыу ҙа ярамай. Хәйер, мөмкин дә түгел. Матбуғат баҫмалары иҡтисади үҙаллылыҡты үҙҙәре алға һөрөргә тейеш — хеҙмәт хаҡын арттырыу, матди-техник базаны нығытыу һәм үҫтереү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү ошоға бәйләнгән. Интернет селтәрен файҙаланыуҙы әүҙемләштерергә кәрәк, был бигерәк тә милли баҫмаларға, башҡортса сайттарға ҡағыла. Башҡа илдәрҙә, күрше төбәктәрҙә көн иткән милләттәштәребеҙ улар аша республика тормошо менән даими тынышып торорға, рухи яҡтан үҫергә, аң-белемен камиллаштырырға тейеш.
Әлбиттә, бөгөн традицион журналистиканың әһәмиәте элеккесә түгел. Сәбәбе әлеге лә баяғы Интернетҡа, “һары” матбуғатҡа, еңел-елпе яҙылған материалдарға, аҡсаға һатылған (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа ундайҙар ҙа бар) журналистарға бәйле. Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу болғансыҡ була бит, әле лә шундай күренеште күҙәтәбеҙ, минеңсә. Шулай ҙа кешеләрҙең үҙаңы үҙгәрә бара, улар мәғлүмәтте һайлап ала башланы, сайтта яҙылғандарҙы “һөҙөп” уҡырға, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәнәләр. Икенсенән, ошо йүнәлештәге ҡануниәт камиллаша бара, әгәр сайт мәғлүмәт сараһы итеп теркәлгән икән — рәхим ит, тик законды боҙма.
Ҡайһы берәүҙәр классик журналистика юҡҡа сығасаҡ, гәзит-журналдарҙы Интернет алмаштырасаҡ тип иҫәпләй, мин был фекер менән ризалашмайым, һәр хәлдә һуңғы 20 – 30 йылда. Дөрөҫ, классик журналистиканың бәҫе төштө: хәбәргә өҫтөнлөк бирелә, жанрҙар төрлөлөгө кәмене, төплө, анализға ҡоролған материалдар юҡ кимәлдә, реклама баҫты... Әммә аң-белеме юғары йә иһә мәғлүмәтте ҡағыҙҙан уҡып өйрәнгән кешеләр, һәр бер хәл-ваҡиғаның төбөнә төшөргә, сәбәбен белергә теләүселәр бөтмәйәсәк. Интернетты үҙ итмәгән, унан файҙаланмаған халыҡ тураһында ла онотмайыҡ. Тимәк, техник мәғлүмәт саралары менән бер рәттән гәзит-журналдар ҙа заманға яраҡлаштырып камил нәшер ителергә, биҙәлешен үҙгәртергә, материалдарҙы төрләндерергә һәм ошоноң менән уҡыусыларҙы йәлеп итергә тейеш. Уҡыусыһы булған баҫма юҡҡа сыҡмаясаҡ. Уҡыусыһы булған журналистика бөтмәйәсәк!

Алтмыш йәш ир-егет өсөн икенсе һулыш ҡына

— Фәнил Шәмсетдин улы, шулай ҙа әйтегеҙ әле, алтмышты артылған ир-егеттең күңелен бөгөн ниндәй хис-тойғо, уй-маҡсат йәшәтә. Дөрөҫөрәге, йәшәртә?
— 60 йәш ир-егет өсөн икенсе һулыш ҡына, минеңсә. Шул уҡ ваҡытта тормошҡа, үткәндәреңә, кисергән ғүмер юлыңа үҙеңсә һығымта яһап, тағы ла яуаплыраҡ (был юлы инде атай, олатай бурыстарын да йөкмәп) артылышҡа аяҡ баҫыуың тулҡынландыра ла. Ә пландар ҙур. Һигеҙ йыл инде район тураһында китап сығара алмай яфаланабыҙ. Ҡулъяҙма әҙер, тағы бер ҡат тикшереп, баһалап, нәшриәткә тапшыраһы ғына ҡалды. Ауылым тураһында ла китап әҙерләй башлағайным. Был маҡсатымды ла теүәлләп ҡуйырға ниәт бар. Мәсетебеҙ төҙөлөп бөтмәгән, быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрергә торабыҙ, уға ла әҙерләнәһе, шәжәрәләр эшләйһе, ырыу-нәҫелдәрҙе барлайһы бар. Ҡыҫҡаһы, эш күп. Ауылдаштарым әле булһа утын яғып өй йылыта. Төрлө ойошмалар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, әлбиттә. Әммә мәсьәлә еңел генә хәл ителерлек түгел. Һыу проблемаһы ла бик киҫкен тора ине, ауылда хәҙер ҡойолар ҡаҙыла — “боҙ” ҡуҙғалды тиергә мөмкин.
— Тыуған ауылығыҙҙа мәктәп тә һалдырырға ярҙам иткән кеше бит әле һеҙ...
— Бер кешенең генә ҡулынан килерлек эш түгел инде ул мәктәп һалдырыу. 2005 йылда урындағы белем усағы янып, көлгә әйләнгәс, Башҡортостан Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең, ауыл Советының, ауылдаштарымдың ярҙамы, тырышлығы менән дүрт ай эсендә белем усағын һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алған матур бина төҙөлдө. Ғөмүмән, мәктәп менән араларҙы һыуындырған юҡ. Әле ғинуар айында ғына ҡайтып, иң яҡшы уҡыған өс уҡыусыға исемле стипендиямды тапшырып килдем.
— Фәнил Шәмсетдин улы, әгәр бала сағығыҙға кире ҡайтырға тура килһә, ҡайһы осорҙо һайлар инегеҙ?
— Мәктәп-интернатта уҡыған дәүерҙе. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр “бәхетле бала саҡ” тигән һүҙҙәрҙе Совет заманынан ҡалған буш һүҙбәйләнеш тип раҫларға маташа. Ә мин бының киреһен иҫбатларға әҙермен. Ҡайҙа булһам да, кем менән бәхәсләшһәм дә.
— Тормошоғоҙҙан, яҙмышығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
— Традицион һорауға ғәҙәттәгесә яуап бирергә кәрәктер — ҡәнәғәтмен. Бына тигән ғаиләм бар. Ҡатыным Хәлимә Хәбир ҡыҙы менән интернатта бергә уҡыныҡ, донъя ҡороуыбыҙға ла 35 йыл. Былтыр оло ҡыҙым да тормошҡа сыҡты. Ҙур шатлығым — ейәнсәрем Әминә. Әле уға туғыҙ ай ғына, әммә дүртебеҙҙе лә (ата-әсәһен, өләсәһен, мине) “бейетә”. Ә мин быға бик шат, сөнки дәүләт эшендә үткән ғүмер эсендә үҙебеҙҙең балаларҙың үҫкәнен күрмәнем дә кеүек.
— Тимәк, һеҙ бәхетле?
— Әлбиттә! Бөтә күңелем менән бәхетлемен. Балаларым беҙгә ихтирамлы, үҙ юлдарын тапты, ейәнсәрем матур булып үҫеп килә, яҡындарым, туғандарым иҫән-һау. Атай-әсәйемә рәхмәт. Бәхетле тормошома нигеҙҙе улар һалған. Ә былар киләсәккә ҙур бурыстар ҡуйып, маҡсаттар билдәләп йәшәр өсөн тулы нигеҙ бирә.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.


Вернуться назад