Кисер беҙҙе, китап...27.03.2015
Кисер беҙҙе, китап... Рәми Ғарипов яҙғанса, әҙәбиәтте өс кеше тыуҙыра: беренсеһе – шағир, икенсеһе – уҡыусы, өсөнсөһө – тәнҡитсе. Икенсеһен төп төркөм тип әйтер инем, сөнки ҡалғандары уның өсөн эшләй, ул уҡыуҙан туҡтаһа, әҙәбиәттең дә кәрәге ҡалмаясаҡ. Мин үҙемде лә ошо төркөмгә индерәм. Бер ҡараһаң, бурыс еңел – кеше яҙғанды уҡып ҡына барыу, йәғни ҡулланыусы булыу. Ләкин әҙәбиәт уҡыусылар сафы бик тиҙ һирәгәйә бара. Ни өсөн?

Мауыҡтырғыс
донъяла үҫтек


Беҙҙең бала саҡ китаптан айырыл­ғыһыҙ булды. Әҙәби әҫәр уҡымаған тиҫтерҙәрем булыуын хәтерләмәйем дә. Бала саҡты иҫләй башлаһаң, урамда мауығып уйнау, мәктәптәге дәрестәр, донъяңды онотоп сана шыуыу һәм мотлаҡ ҡулдан-ҡулға йөрөп туҙып бөткән китаптар күҙ алдына килә. Бөгөн класташыңдан уҡырға алып торған китаптың эйәһе кем икәнен дә белмәйһең әле, ул да кемдәндер һорап торған, бөтөн теләк – әҫәрҙәге геройҙарҙың донъяһына сумыу. Атай-әсәй һаман йоҡламағаныбыҙҙы һиҙмәһен өсөн ҡайһы саҡ юрған аҫтында фонарь яҡтыртып та уҡый торғайныҡ. Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Бүләков, Рәйес Ғабдрахманов һәм башҡа әҙиптәрҙең яңы әҫәрҙәре сыҡҡанын көтөп ала инек. Ҡайҙан килгәндер инде ундай ҡыҙыҡһыныу... Хәҙерге йәштәр быны аңламаясаҡ та.
Беҙ ҡараған кинофильмдар ҙа кү­бе­һенсә әҙәби әҫәрҙәрҙе экранлаштырыу аша тыуҙырылғайны. Фурманов “Чапаев” романын яҙмаһа, шул исемдәге фильм булыр инеме? Фадеевтың “Йәш гвардия”һы һәм башҡалар буйынса ла шуны уҡ әйтергә мөмкин.
Әҙәбиәткә бәйлелек ғәҙәтен мәктәптә лә тәрбиәләргә тырышҡандарҙыр, сөнки кластан тыш сәғәттәрҙә вожатыйҙар беҙгә ҡысҡырып китап уҡый ине. Дәрестә шаярып ултырырға күнеккән балалар ҙа ундай саҡта тын да алмай уҡыусының ауыҙына төбәлә. Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙәң йәме”н шулай күмәкләп уҡып сыҡҡаныбыҙ хәтерҙә ҡалған.
“Донъялағы иң күп уҡыусы халыҡ”. Беҙҙең илде элек шулай тип йөрөтә торғайнылар. Мәскәү метроһында барған һәр пассажирҙың тип әйтерлек ҡулында – китап. Скверҙа эскәмйәлә ултырыусылар, поликлиникала сират көтөүселәр һәм башҡалар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Ә бына кемгә һуңғы йылдарҙа Мәскәү метроһында булырға тура килгән, әйтһендәр: исмаһам, берәй әҙәмдең ҡулында китап күрҙеләрме икән? Күп йәштәр планшетҡа йә смартфонға текәл­гән, ләкин унда әҙәби әҫәр уҡып барыу­ҙары икеле, йә sms-хәбәр ебәрә, йә социаль селтәрҙә “йөҙә”, йәғни был фәҡәт иптәштәре менән элемтә генә.

Интернет юҡҡа сыҡһа...

Ә хәҙер ни өсөн әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу шулай насар һуң?
Китап уҡыуҙың кәмеүе барлыҡ донъяның алдынғы йәмәғәтселеген борсоуға һала. Италияла, мәҫәлән, яңыраҡ типографияларға китап баҫҡан өсөн 19 процентҡа тиклем һалым ташламаһы булдырҙылар. “Левада-үҙәк” белдереүенсә, рәсәйҙәрҙең 23 проценты ғына китапты даими ҡулында тота. Дөрөҫ, әҙәби баҫмамы улар, әллә юғары уҡыу йорто өсөн дәреслектәрме – уныһы асыҡланмай. Дәреслек булһа бер хәл – күптәр уны уҡырға мәжбүр, сөнки имтихан бирергә кәрәк, ә бына әҙәби әҫәрҙе кеше үҙ теләге һәм рухи зауығына ярашлы ғына уҡый башлай. “Ижтимағи фекер” фонды яҙыуынса, рәсәйҙәрҙең 44 проценты йыл буйына бер китапты ла асып ҡарамай (бында ла теләһә ниндәй баҫма күҙ уңында тотола).
Дөрөҫ, күпселек шунда уҡ: “Интернет ғәйепле!” – тиер. Эйе, мәғлүмәт алырға теләгән кеше өсөн ул – алыштырғыһыҙ сығанаҡ. Ләкин әле беҙ көн-төн барған яңылыҡтар “ағымы” түгел, ә әҙәбиәт яратыусылар тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ бит. Интернеттан файҙаланыусылар, бигерәк тә йәштәр нигеҙҙә социаль селтәрҙә ултыра, әҙәбиәт яңылыҡтары менән Интернет аша танышыусылар бик аҙҙыр, моғайын.
Хәйер, әҙәби әҫәрҙе электрон вариантында уҡырға теләгән кеше өсөн Интернет – бик уңайлы ысул. Өйөнә үк кил­те­реп бирелгән гәзит-журналдарға ла бик яҙыла һалып бармаған заман­даш­тарыбыҙ китапханаға йөрөргә бөтөнләй “ваҡыт тапмай”. Ә Интернет сайттарында ул теләһә ниндәй яҙыусының әҫәрен тотҡарлыҡһыҙ уҡый ала. Күҙ талмаһын өсөн ундайҙарға хәҙер компьютер ҡушымтаһын – электрон китапты – ҡулланыу форсаты ла бар. Интернеттың тағы бер уңайлы яғын иҫкә төшөрмәй булмай: ул арзан. Китап иһә бик ҡиммәт тора, Интернет өсөн бер айлыҡ түләү хаҡына кибеттән бер генә ҡалын китап алырға мөмкин.
Бер нисә танышымдан: “Әгәр ҙә Интернет менән телевидение кинәт юҡҡа сыҡһа, халыҡ әҙәби китап уҡырға тотонор инеме?” – тип һорағайным. Һәр береһе саҡ ҡына уйланып тора ла: “Юҡтыр, нисектер күҙ алдына ла килмәй”, – тип ҡуя. “Оло йәштәгеләр араһында ундай уҡыусылар бер аҙға ғына артыр ине, бәлки, ә йәштәрҙә – юҡ!” – тине кемдер.
Сәбәптәре тәрәндә

Китапты күп уҡыған кеше белемле, әлбиттә. Ләкин юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестең йылдар буйы бәләкәй генә хеҙмәт хаҡына йөрөүе, фатирһыҙ интегеүе, көнкүрешенең фәҡир булыуы (бай китапханаһын иҫәпкә алмағанда), шул уҡ ваҡытта завод эшсеһенең хатта ғаиләле булғас та ятаҡтан сағыштырмаса еңелерәк юл менән бушлай бүлмә алыуы, уға әленән-әле предприятие иҫәбенә шифаханаға түләүһеҙ путевка биреүҙәре, төҙөлөштә эшләүселәрҙең бер нисә йылдан һуң уҡ яңы биҫтәлә фатирлы булыуы һ.б. – ошолар барыһы ла белемле булырға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы тиһегеҙме? Ә ни өсөн юғары уҡыу йорттарында, нигеҙҙә, ауыл балалары уҡыны, ә ҡаланың үҙендәге йәштәрҙең күпселеге завод-фабрикаларға барып аҡса эшләү, донъя малы туплау яғын ҡарай ине? Тимәк, беҙҙең дәүләттә белемле кешенең ҡәҙере бик булмаған, уны идеологик пропаганда ярҙамында совет дәүләтен нығытыу маҡсатында файҙаланғандар. Павлик Морозов, Павел Корчагин, Алексей Стаханов, Паша Ангелина кеүек идеалдар үҙенең эш хаҡы күпме буласағы тураһында уйланмағандыр, әлбиттә, улар халыҡтың яҡты киләсәге өсөн көрәшкән. Китап та беҙҙең аңға шуны һеңдерергә тырышты. Ә бит алдынғы сит илдәрҙә етештереүҙең һәм технология­ларҙың йылдам үҫеше нигеҙендә барыбер матди ҡыҙыҡһыныу ята. Икенсе төрлө әйткәндә, унда белем алыуҙың төп маҡсаты – үҙеңдең шәхси тормош кимә­леңде яҡшыртыу.
Ә иң аҙ эш хаҡы алыусылар кем ине ул заманда ла? Дөрөҫ, белем сығанағы булған китапҡа яҡын тороусылар – уҡытыусы менән китапханасы ине. Был һөнәрҙәрҙең баһаһы ныҡ төштө. Кино һәм телевидение тормоштан айырылған юғары төшөнсәләрҙе ҡулланып һөйләүсе уҡытыусының һәм ҡалын күҙлек аша китапҡа текәлгән, тирә-яғында ни барын да шәйләмәгән китапханасы ҡыҙҙың сатирик образдарын тыуҙырырға керешкәйне инде.
Китап уҡыуҙан төңөлөү ҙә шул дәүерҙә башланманымы икән?
Хыялыбыҙ –
рухи аҙыҡ ҡына


Ә артабан инде баҙар иҡтисады үҙ көсөнә инде, тиҙ үҙгәреүсе ысын­барлыҡта юғалып ҡалмау, аҡса эшләү, ғаиләне аҫрау зарурлығы өҫтөнлөк иткәндә китап ҡайғыһы онотолоп торҙо. Хәйер, эшлеклелек һәм йүнселлек элек тә китап уҡыусыны үҙ итмәне тип уйлайым. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: “китап уҡып ултырыу – эшһеҙ кешенең шөғөлө” тип әйтмәйҙәр инеме ни элек? Йәнәһе, йүнсел кеше китаптағы хыял донъяһына сумып ултырырға түгел, ә ысын тормоштағы мәсьәләләрҙе хәл итергә, һөнәргә өйрәнергә, ата-әсәһенә ярҙам итергә тейеш. Һәр саҡ әҙәби китап уҡып ултырыусы был аяуһыҙ тормошҡа әҙерлекһеҙ аяҡ баҫа, ауырлыҡтарға тиҙ бирешә. Бында инде уға романдар һәм повестар ярҙам итә алмаясаҡ.
Барыһы ла нисек тә булһа күберәк аҡса эшләргә ынтылған йәки хыял­лан­ған заманда ысын әҙәбиәт һөйөү­се­ләр­ҙең ҡырҡа кәмеүе объектив сәбәптер, бәлки? Был ауыр һәм аңлайышһыҙ дәүер үтер ҙә кешелек үҙ рухи ҡим­мәт­тәрен иҫкә төшө­рөрмө икән? Ә, бәлки, ҡағыҙ китап­тарға артыҡ йәбешеп ят­маҫҡа, Интернетта әҙәби сайттарҙы (шул иҫәптән – башҡорт телендә) арттырыу яғын хәстәрләргә кәрәктер? Уйлап ҡараһаң, китап уҡыу ҙа – виртуаль донъяға инеп китеү. Тик бында фекерләү, күҙ алдына килтереү ҡеүә­һен нығыраҡ эшкә ҡушырға тура килә.
Хәҙерге йәмғиәттә яҙыусыларҙың да абруйы төшә барыуы алдынғы йәм­ғиәтте борсоуға һалмай ҡалмайҙыр. Бында иң ғәжәбе шул: был уларҙың эшмәкәрлеге сифатына бәйле түгел. Хатта киреһенсә лә: түбән сифатлы детективтар күберәк һатыла. Әҙәбиәт­селәрҙе баҙар иҡтиса­дын­да “эшләй белергә” өйрәтепме-өйрәтәләр һуңғы йылдарҙа. Бер саҡ Өфө районының “Нижегородка” станцияһын­дағы почтала: “Һеҙ, почтальондар, туҡ­мас менән консерва һатыусыға әйләнеп бөттөгөҙ инде, ә гәзит-журналдарығыҙ бик күренмәй ҙә”, – тигәнемә, ундағы хеҙмәткәр: “Туҡмас та тауар, консерва ла, гәзит тә – ҡайһыһы үтемле, шуны күберәк һатырға тырышабыҙ”, – тип кенә яуап бирҙе. Китап тураһында ла хәҙер “текә” кешеләр шулай уйлай.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә йыл элек А.С. Пушкиндың дәүләт музейында яҙыусылар менән осрашҡанда шулай тигәйне:
– Элекке заманда яҙыусыларға фатирҙар, дачалар, премиялар даими бирелә килде, сөнки уларҙан идеология өлкәһендә йоғонтоло ярҙам көткәндәр, хатта шуны талап иткәндәр ҙә. Хәҙер быны бер кем дә көтмәй, талап итмәй, уның ҡарауы, ярҙам да күрһәтмәй. Ахыр сиктә барыһы ла сығымдарға, дотацияларға барып тоташа. Беҙ бында бүтән юл уйлап таба алмаясаҡбыҙ.
Әҙәбиәт йылының иғлан ителеүе лә юҡҡа түгел. Ул йәмәғәтселектең дә, дәү­ләттең дә китапҡа иғтибарын арттырыуға, кешелектең баһалап бөткөһөҙ ҙур рухи ҡиммәтәрен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Тимәк, китап ҡәҙимге тауар түгел, уны туҡмас менән консерваға тиңләп булмай. Нисек тә тамаҡ туйҙырыуҙы ғына уйлаусы йән эйәһе мал тип атала. Ә кеше рухи аҙыҡты беренсе урынға ҡуйырға тейеш, сөнки ул – кеше.
“Яҡшы китап уҡымаған кешенең хәреф танымаған наҙан алдында бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ”, – тигән Марк Твен. Хәйер, бөгөнгө йәштәргә ошо бөйөк яҙыусының бер нисә әҫәрен генә булһа ла яттан (Интернетҡа ҡарамай ғына) атарға ҡушһаҡ, ай-һай, барыһы ла әйтә алыр инеме икән? Шулай ҙа хәлде төҙәтергә һуң түгелдер, тип уйлайым. Китап уҡып үҫкән быуын әле иҫән саҡта.







Вернуться назад