“Аҡ тирмә”нең моң бишегендә25.03.2015
“Аҡ тирмә”нең моң бишегендә Ҡалала беренсе тапҡыр уҙған “Аҡ тирмә” балалар ижады фестиваленән һуң “йәш быуын күңелендә рух самалы” тигән уйҙан тулыһынса арындым. Уҡыусыларҙың ошондай сараларҙа йәнә ҡатнашырға ихлас теләк белдереүе, үҙ-ара тик башҡортса һөйләшеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы күңелгә майҙай яғылды.

Ике йыл элек Баймаҡ районында ойошторолған “Урал батыр” республика конкурсында ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ уҡыусылары үҙ төбәгендә лә ошондай сара үткәреү хыялы менән янып ҡайта. Изге ниәтте ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, 3-сө башҡорт лицей-интернаты коллективы шунда уҡ күтәреп ала. Һөҙөмтәлә “Аҡ тирмә” фестивале уҙғарырға ҡарар ителә. Уның төп маҡсаты – ҡаланың һәләтле балаларын бергә туплау.
“Аҡ тирмә”нең моң бишегендәӘ талантлыларға ифрат бай ул Стәрлетамаҡ! Әлеге фестивалдә генә лә 150-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Кемдер йырланы, икенселәр бейеп күрһәтте, ҡобайыр һөйләне, музыка ҡоралдарынан башҡорт моңдарын яңғыратты. Мәҫәлән, Салауат Шәйәхмәтов атлы егет “Абдрахман”ды һуҙһа, Алина Вәхитова “Сыбай ҡашҡа” менән тетрәндерҙе, Салауат Ибәтуллин башҡары­уын­да ҡобайыр яңғырағанда, зал тын ҡалды. Айым Сөләй­мә­нованың, Камилә Фазылованың, 2-се ли­цей-интернат­тағы “Ирәндек” бейеү ансамбленең сығыштары ла көс­лө алҡышҡа күмелде. Шуныһы айырыуса ҡыуа­ныс­лы: башҡорт фестивалендә ҡатнашҡандар араһында Виктория Шубина, Виктория “Аҡ тирмә”нең моң бишегендәЛоктионова, Дарья Андрусенко, Екатерина Лукьянова, Кристина Суслова, Ирина Попкова кеүек башҡа милләт вәкилдәренең дә булыуы сараның әһәмиәтен арттырҙы, уға йәм өҫтәне. Тимәк, телебеҙҙе йәш быуын ихлас өйрәнә, башҡортса кинәнеп һөйләшә һәм күкрәк тултырып йырлай! Аҡ юл һиңә, “Аҡ тирмә”!





Вернуться назад