Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы яҙыусы һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаға бирелде. Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин – ғүмерен башҡорт милли шиғриәтен үҫтереүгә арнаған иң сағыу һәм үҙенсәлекле шағирҙарҙың береһе. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға ул “Ямғыр тамсыһы” китабы өсөн лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылдың 1 октябрендә булдырылды. Премия лауреаттары араһында балалар яҙыусылары һәм шағирҙары Гөлфиә Юнысова, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибаев бар.
Р. ХӘБИРОВ.