“Әҙәби нағыш” – Ҡариҙелдә25.03.2015
Иртәгә Ҡариҙел ерендә ҙур байрам. Ҡырмыҫҡалынан баш алып, Йылайыр, Балаҡатай, Ауырғазы, Архангел, Иглин, Нуриман райондары аша үткән “Әҙәби нағыш” республиканың төньяғына күсә.
Ҡариҙел — таланттарға бай төбәк. Әҙәбиәткә ул төрлө йылдарҙа Ғаян Лоҡманов, Мөхәммәт Закиров, Рәйес Риян, Александр Банников, Нәби Зарипов, Заһит Аҡбүләков, Йомабикә Солтанова, Заһит Мурсиев, Гүзәлиә Тимершина, Әлфәрит Яҡупов, Борис Илеев, Рафиҡ Мостафин, Фидаил Сафин кеүек яҙыусы һәм шағирҙарҙы бүләк иткән. Районда сатирик Заһит Мурсиев етәкселегендә “Иҙел” әҙәбиәт һөйөүселәр клубы эшләп килә. Уларҙың бәләкәй генә ижади күстәнәсен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ.
Әҙәп уят
Әҙәбиәт, әҙәбиәт,
Кешеләрҙә әҙәп уят.
Һин бирәһең инсандарға
Йәшәр өсөн рухи ҡеүәт.
Әҙәбиәт, әҙәбиәт,
Инсандарҙа иман ҡуйырт,
Был донъяны йәшәргә көс
Бирә торған нурға буят.
Әҙәбиәт, әҙәбиәт,
Әйтмәһендәр — был тормош ят.
Мөғжизәһен күрһәт ерҙең —
Ниндәй күркәм был тәбиғәт.
Әҙәбиәт, әҙәбиәт,
Юғалма һин, халыҡҡа ҡайт.
Телебеҙҙе, йәнебеҙҙе
Һаҡлай торған ҙур көс уят,
Әҙәп уят, иман уят,
Бары һиндә рухи ҡеүәт.
Гүзәлиә ТИМЕРШИНА.
* * *
Яҙмыш һалған йөрәк яралары
Бөтәйә лә йәнә асыла.
Һөйөү менән бәйләгәндә генә
Һыҙлауҙары бер аҙ баҫыла.
Иҙел буйлап иҫкән көҙгө елдәр
Көсәйә лә ҡабат баҫыла.
Бер ҡараһаң, тормош шундай
татлы,
Бер ҡараһаң, иллә асы ла.
Ҡәҙер кисендә гел Күк ҡабағы
Теләк теләр өсөн асыла.
Етер-етмәҫ кенә
бир барыһын,
Илата ул күбе, аҙы ла.
Фидаил САФИН.
Ейәнем килеп өндәшкәс…
Оҙаҡлап күккә ҡараһаң,
Күңелде биләй Йыһан.
Күктең айлы яланында
Йондоҙҙар сәскә атҡан.
Ҡушылаһың йәнең менән
Болоттар ағышына.
Ай ҙа беҙҙе һала һымаҡ
Мөхәббәт һағышына.
Матурлыҡҡа һоҡланыуҙан
Күңелдәр бит сафлана,
Яҙҙар менән ярышырлыҡ
Йәшлегем ҡабатлана.
Йөрәгемдә һөйөү хисе
Артҡандан-арта лаһа.
Һөйөү булып йондоҙ уйнай,
Серле итеп күҙ ҡыҫа.
…Уянып киткәндәй булдым,
Ейән килеп өндәшкәс.
Эсемдән һөйөүҙә янам,
Сәстәргә көмөш төшкәс.
Тәнзилә ЯҠУПОВА.
Етем нигеҙ
Яр ҡырында яңғыҙ бер йорт,
Гел бикле ишектәре.
Кергән-сыҡҡандар күренмәй,
Ҡайҙа һуң кешеләре?
Елдәр ҡаға тәҙрәһен,
Һыйпап үтә ҡапҡасын.
Ишек алды — кесерткән,
Йыйылмаған баланы.
Етем бала күҙҙәреләй,
Тәҙ(е)рәләр һағышлы.
Кәрәкмәй ул бер кемгә лә,
Аяныслы яҙмышы.
Хужалары мәрхүм булған,
Балалар йәшәй ситтә.
Ауылдарҙа күп нигеҙҙе
Ошондай яҙмыш көтә.
Ғәҙилә ҒИЛМАНОВА.
Бала бәхете
Өйөм буйлап сыр-сыу килеп
сапҡан
Сабыйҙарым ҡарап уйланам.
Рәхмәт, Хоҙай,
шундай ҙур бәхеткә,
Тиеп үҙем эстән ҡыуанам.
Бала бәхете — ғаилә
именлеге —
Шунан ҡәҙерлерәк нимә бар?
Күңелемдә ошо хазинанан
Мал-мөлкәткә урын күпкә тар.
Ҡорбан итә алам улар өсөн
Был донъяла барлыҡ нәмәне.
Бәхеттәре өсөн доға ҡылам,
Үтә алам бөтөн кәртәне.
Лилиә ТУҠТАМЫШЕВА.
Әгәр…
Әгәр бер көн кинәт үлеп китһәм
Был донъяла ниҙәр үҙгәрер?
Мин юҡлыҡтан тағы ни юғалыр,
Кемдәр ауыр ҡайғы күтәрер?
Еткән ҡыҙҙар киске урам буйлап
Йылмайышып шулай уҙырмы?
Таң былбылы йәнә тирәктәрҙә
Саф мөхәббәт йырын һуҙырмы?
Туғайҙарҙа һыйыр, һарыҡ малы
Әүәлгесә үлән утлармы?
Эңер төшкәс, ауылдарҙа тағы
Ҡабыҙырмы халыҡ уттарын?
Яҙғы елдәр килеп, сыбыҡтарҙа
Гобой булып көйҙәр уйнармы?
Мин булмағас, йәштәр өйләнерме,
Булып торор микән туйҙары?
Кәртә буйындағы кесерткәндәр
Һаман әрһеҙләнеп үҫерме?
Һаман көн артынан көн килер ҙә,
Көндәр йылды аҙлап һүтерме?
Күк йөҙөндә ҡояш элеккесә
Нурҙар һибеп ергә бағырмы?
Иҙел дә шул олпатлығын һаҡлап,
Һалмаҡ ҡына тулҡын ҡағырмы?
Барыһы ла элеккесә ҡалғас,
Минең үлеүемдән ни ҡыҙыҡ?
Улайһа, йәшәй бирәйем ул,
Эшләйем гел еңде һыҙғанып.
Заһит МУРСИЕВ.