“Теге. Бит инде”10.02.2012
“Теге. Бит инде”(Телевизорҙағы һөйләшеү)
— Берегеҙ — төньяҡтан, теге, икенсегеҙ көньяҡтан бит инде.
— Теге. Ниндәй проблемаларығыҙ бар? Эшләгәндә, теге, халыҡ менән эшләйһегеҙҙер бит инде.
— Беҙ бит инде. Теге. Халыҡ менән аралашып эшләйбеҙ бит инде. Шунда таныштарыбыҙ беҙҙең күп бит инде. Улар, теге, әйтәләр бит инде. Уларҙы, теге, күп маҡтамағыҙ тип.
— Һеҙ халыҡ йырҙарын, теге, күп башҡарҙығыҙ бит инде.
— Эйе, халыҡ йырҙары, теге, моңло бит инде.
— Халыҡ йырҙарын, теге, башҡарыуы ауырмы?
— Халыҡ йырҙарының, теге, оҙоно, ҡыҫҡаһы, теге, уртасаһы була бит инде.
— Теге. Оҙонон, теге, ирҙәр генә йырлаймы?
— Оҙонон, теге, ҡатындарҙан Флүрә Килдейәрова, теге, “Буранбай”ҙы йырлай бит инде. Теге, ҡыҫҡа көйҙө лә, оҙон көйҙө лә, теге, уртасаһын да йырлар өсөн, теге, башҡорт булып тыуыр кәрәк бит инде.
Юнир САЛАУАТОВ ишетеп торҙо.


Вернуться назад