“Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ” китабында Башҡортостандағы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең, милли-мәҙәни берекмәләрҙең эшмәкәрлеге хаҡында ентекләп һөйләп бирелә, башҡорт еренең күркәм этносәйәси тормошо — күп милләтле халҡы күҙ алдына килтерелә.
Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереү, нығытыу өсөн арымай-талмай эшләгәндәрҙең уртаҡ уйлы һәм маҡсатлы булыуы, бөтөнлөгө һоҡланыу тыуҙыра. Был китап республикала йәшәгән халыҡтарҙа, милләт-ара дуҫлыҡ сығанаҡтарын аңларға теләгән һәм шул изге мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен ҡаҡшатмау өсөн даими хәстәрлек күргән төрлө йәштәге, телдәге һәм диндәге кешеләр күңелендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм һәр кемдең күңелен байытыр, рухын нығытыр.
Халыҡ улын данлапКүренекле кешеләребеҙ тормошо хаҡында китап-альбомдар сығарыу йолаһы, хәҙергесә әйткәндә, “Китап” нәшриәтенең брендына әүерелде. Күҙ яуын алып торған береһенән-береһе матур һәм әһәмиәтле был китаптарҙы уҡыусы һәр саҡ көтөп ала.
Яңыраҡ сыҡҡан “Хөкүмәт рәйесе Зәкәриә Аҡназаров” китап-альбомын да халыҡ шатланып ҡабул итер. Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров — Башҡортостан тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Халыҡ уны үҙ еренең, иленең ысын улы итеп белде һәм ихлас яратты. БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе булып сирек быуат тиерлек эшләү осоронда ул Башҡортостандың социаль-иҡтисади тормошон үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индерҙе.
Китап-альбомда дәүләт эшмәкәрҙәренең, замандаштарының һәм төрлө быуын журналистарының күренекле шәхес хаҡында төплө мәҡәләләре, йылы иҫтәлектәре тупланған. Китапты күренекле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов һәм нәшриәт ветераны Ғәлиә Ғәлимова төҙөгән.
Әһәмиәтле
Антологиялар“Балалар әҙәбиәте антологияһы”ның беренсе томын сығарыу әҙәбиәтебеҙ һәм рухиәтебеҙ тормошонда күптән хыялланған ваҡиға булғайны.
Бына был антологияның икенсе томы ла баҫылып сыҡты. Унда халыҡ шағирҙары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары менән бергә төрлө быуын яҙыусыларының һәм шағирҙарының балалар өсөн әһәмиәтле әҫәрҙәре тупланған. Киләһе йылға был кәрәкле антологияның өсөнсө томы ла әҙерләнә. Үтә лә әһәмиәтле баҫмаларҙы күренекле балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина төҙөй.
“Башҡорт әҙәбиәте тарихы” – урыҫсаРәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты байтаҡ йыл элек “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н алты томда башҡорт телендә баҫып сығарғайны.
Хәҙер уның урыҫ телендә дүрт томлығы сыға башланы. Яңыраҡ “Китап” нәшриәтендә икенсе баҫма донъя күрҙе. Башҡорт совет әҙәбиәтенең 1917 – 1955 йылдарҙағы осорон үҙ эсенә алған ул. “Башҡорт әҙәбиәте революция һәм граждандар һуғышы осоронда”, “Егерменсе йылдар әҙәбиәте”, “Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте”, “Бөйөк Ватан һуғышы осоро әҙәбиәте” һәм “Һуғыштан һуңғы ун йыллыҡтар әҙәбиәте” бүлектәрендә әҙәбиәттең үҫеше һәм торошо фәнни ҡараштан яҡтыртылған.
Әҙәбиәт йылында был томдар — киң ҡатлам уҡыусылары өсөн ҙур бүләк.