“Телеп әйткән телемме, беҙгә тигән бүлемме?”24.03.2015
“Телеп әйткән телемме, беҙгә тигән бүлемме?” ИМЕН БУЛҺЫН ДОнЪЯЛАР

Тағы бер һуғышты күрмәй
Үлһәм, тиеп әсәй теләй.
Үткән һуғыш хәтирәһе
Мейе сүкеп, йәнде иләй.
Буръяҡ һыуҙай донъя, тиеп
Һөйләй-һөйләй илай әсәй –
Бала сағын һуғыш алған,
Күңелендә ҡурҡыу йәшәй.
Биш йыл тешкә икмәк элмәй,
Аслы-туҡлы йәшәнек, ти,
Ҡара эштән ергә сүгеп,
Ҡайғыларҙан сәсәнек, ти.
Телевизор ҡарай-ҡарай
Хәтирәләр ебен һүтә.
“Имен торһон донъялар”, — тип,
Доға ҡылып көнө үтә.
Имен булһын донъялары –
Әсәйҙәрҙән ҡалған доға.
Һуғыш күргән балаларҙың
Йөрәктәре набат һуға!

Көрсөк

Кеҫәлә – ел. Тишек-тошоҡ –
Ошоғалыр күңел бошоҡ.
Өмөт кенә ҡуҙланалыр,
Иң төбөндә уның боҫоп.
Күңелдәр – боҙ. Өшөк-мөшөк –
Битарафтар донъя тулы.
Ауыр саҡта һуҙылмаҫтыр
Бер-берәүҙең ярҙам ҡулы.
Илдә – көрсөк, тигәндәргә
Яуап әҙер инде хәҙер:
Күңелдәге көрсөк ҡаты –
Хәлде алыр, йәнде иҙер.

Ҡыҫҡарабыҙ

“Һөс” тигәнгә ҡыҫҡарабыҙ –
Күҙ менән ҡаш шул арабыҙ.
Ныҡышһаҡ та, беҙ – сараһыҙ,
Шуға сеп-сей бит ярабыҙ.
Уй оҙон да, буй ҡыҫҡа шул –
Йәшәүебеҙ бурысҡа шул.
Үтенестәр, үкенестәр –
Даръяға ашмаҫ инештәр.
Ҡыҫҡарабыҙ. Ҡыҫтыралар.
Ҡыҫып теште әйткән булам:
Тәртәләрҙе ватмаҫ һыйыр
Енләнһә лә, тулап-тулап...

Сәбәп

Эш юҡ, тигән ике һүҙ
Йөрәк үртәр ике ҡуҙ,
Наһыр телер бысаҡтыр,
Кемгә – сәбәп, ошаҡтыр.
“Эш юҡ” тигән заманда
Эш эшләүсе кеше юҡ.
Эсеүсеһе – миллион –
Берәүҙең бер эше юҡ.
“Эш юҡ” тигән лозунгы
Илдең билен күтәрмәй,
Хәйерселеккә тарта,
Байманлыҡҡа этәрмәй.
Эш юҡ, тип бер бушамай
Йыйылыш-ултырыштан.
Ҡатыу алды арҡаны,
Шеш сыҡты ултырышҡа.
Эш юҡ, тигән ике һүҙ
Тормош бәҫен ебәрҙе,
Ялҡау итте бисәне,
Мәмәй итте ирҙәрҙе.
Эш юҡ, тигән ике һүҙ
Эшләмәҫкә сәбәптер.
Тәүәккәлләп, Хоҙайға
Эш башларға сәғәттер!

Зар

Теҙгендәрҙе алыр хәлдәре юҡ
Ҡулдарына бөгөн ир-аттың.
Суҡмар, күҫәк түгел, ялтыр шешә
Эйәренән күптән ҡолатты.
Тышалды ла уның бәхет аты,
Бәкәлдәрен күптән һыҙырған.
Яңғыҙ тәртә тартмай – эй маташа
Донъя йөгөн тартып ҡыҙ-ҡырҡын.
Ғүмер кисеүҙәрен аһ-зар менән
Үтә парлы килеш яңғыҙ, аһ,
Өйөргә лә ул бит хәжәт түгел –
Ситкә тибәрелгән яңғыҙ ат.
Ҡыңғырауҙар сыңы танһыҡ ҡына –
Туйҙарҙағы бокал сыңылай.
Һыйыр тулап тәртә емерәме –
Шешкә тулһа, күңел сығынлай.
Бала хаҡы тиеп ғүмер иткән
Ҡатындарҙың хәле – шул сама.
Таянысы тайҙы, тиеп шайтан
Сәпәкәйләй утлы ҡулсала...

БАШҠОРТҠА
Тартымһаҡ түгелбеҙ, туған.
Битарафлыҡ беҙгә төҫ.
Берҙәм булмағас, тарҡаубыҙ,
Яңғыҙлыҡта түгел көс.
Йән тартмаһа, ҡан тарта, тип
Әйтһә лә ата-бабам,
Уларҙан тыуған вариҫтар
Тырым-тырағай ана.
Һеперткене бөгөп ҡара,
Һыңар сыбыҡ ҡына мурт.
Ошо сыбыҡ хәлдәренә
Ҡалмаһаң ине, башҡорт!

САУАП ЙЫЯМ

Яулыҡ ябынғас, һорайҙар:
“Сырманаһың ниңә, — тип, —
Әбей булырға иртәрәк
Түгелме ни һиңә?” — тип.
Аллаһ ҡушҡан ҡатын-ҡыҙға
Башты, түште ҡапларға.
Беҙгә күптән кәрәк ине
Был аятты ятларға.
Яулығым зыян килтермәй
Берәүгә-берәүгә лә.
Тик ниңәлер йәмәғәткә
Был сепрәк — оло бәлә.
Түштәр асыҡ, сәс болоттай,
Мини-итәк – модала.
Ир-ат нәфсеһен уятып,
Тәтәй ҡыҙҙар уҙалар.
Берәү бер туҡтатып әйтмәй:
“Итәгең ҡыҫҡа, — тиеп, —
Кендегең күренеп тора,
Үксәң уғата бейек...”.
Хоҙам ҡушҡанса йөрөйөм –
Шелтә алып кешенән.
Күңел тыныс, яулыҡ өсөн
Сауап йыям – төшөнәм!

Доға

Телеп әйтер телем был,
Белеп әйтер телем был,
Өлөшкә төшкән көмөш –
Йыйып әйтһәң, илем был.
Телеп әйткән ярамаҫ
Туғанына – башҡортҡа.
Тура һүҙҙән тайҡалап
Әйләндекме маңҡортҡа?!
Тура әйткән тыйылды,
Ситләтелде иленән.
Үҙеңдеке, яу булып,
Уны төйҙө килелә...
Телеп әйткән телемме,
Беҙгә яҙған бүлемме?
Телгә килгән яу бөгөн
Милләтемә үлемме?
Телгеләнгән телемдәр
Берекмәҫтәй заманмы?
Теленән биҙгән башҡортҡа
Ошо хәле таманмы?
Телеп әйтер телкәйем –
Теләп әйткән доғамда.
Һине Аллам һаҡлаһын
Фани ғына донъямда!

Еңеүгә мәҙхиә

Ҡан менән яҙылды был Еңеү,
Һан менән миллионлап баш һалған.
Дошманды еңеүсе дан менән,
Аң менән еңергә тип янған.
Һәр өйгә ҡағылды был һуғыш –
Шойҡаны теймәгән бар микән?
Һыҡраны етемдәр, тол ҡалды
ҡатындар –
Ул йылдар ҡайғы ла зар икән.
Миктәгән илемә наҙ булды –
Май айы 45-тең нур булды.
Хакимлыҡ көҫәгән фашистар
Бар донъя алдында хур булды.
Ватан тип баш һалған шәһиттәр
Ожмахта осрашыр, иншаллаһ!
Һеҙ булған өсөн дә йәшәйбеҙ,
Вариҫтар – беҙ ошо донъяла.








Вернуться назад