Юмореска
Сираттағы ялымды быйыл да ауылда үткәрергә булдым. Йәй айының иң күңелле, ҡыҙыу мәле — бесән ваҡытына тура килдем. Үҙемдең бесәнлегем бер ҡасан да булмаһа ла, башҡа иптәштәргә, тиң-тоштарға ярҙамлашырға әүәҫмен. Шулай бер мәл өмә ойоштороп, кемгәлер бесән сабабыҙ. Эш араһында минең һәр төрлө мәҙәктәремде тыңлап, эстәре ҡатҡансы көлөп алырға ла яраталар. Егеттәр ялға туҡтаған саҡта:
— Ағай, йә берәй армейский анекдотыңды һалдырып ебәр әле, — тине кемеһелер.
Мин ни, анекдот тиһәң, кеҫәлә һәрмәнеп әллә ни оҙаҡ эҙләнгәндәрҙән түгел. Егеттәрҙең барыһы ла үҙемә иғтибарын йүнәлткәнен көтөп алғас, сираттағы лаҡапты һөйләй ҙә башланым:
— Армейскийҙарын һуңыраҡҡа ҡалдырайыҡ, егеттәр, хәҙер бесән мәле булғас ни, шул тирәнәнерәк башлап һөйләйем. Бер татар ҡыҙы башҡорт ғаиләһенә килен булып төшкәс, күп тә тормай, бесән мәле еткән. Әлбиттә, йәш килен өйҙә ятмаҫ инде, башҡалар менән бесәнгә барған. Бер талай бесән сабып, элегерәк сабылып кипкәндәрен йыйып күбәләгәс, былар ярайһы ғына арып, сәй эсергә ултырған. Бер аҙ ял иткәс, татар килен һүҙ башлай. “Сездә, башкортларда, печән эшләүләр, ай-һай, авыр икән дә ул. Печәнгә барарга кирәк, чабарга кирәк, жыярга кирәк, аннары тағы ла кайтарга кирәк. Ә бездә, татарларда, бик тә жиңел: барасың да, чабасың да, жыясың да, кайтасың да китәсең...”
Был көләмәсте егеттәр элегерәк ишеткәнме-юҡмы, әммә барыһы ла тәгәрәп ятып көлә. Тик арала Айсур исемле егет кенә ни өсөндөр миңә ғәжәпләнә биреберәк ҡараны, көлөргә уйы ла булманы. Көлөп тынысланғас, егеттәр салғы, яныуыстарын алып йәнә эшкә кереште.
Киләһе перекурҙа йәнә кемеһелер көләмәс һөйләүемде үтенде. Тик шул саҡ Айсур исемле теге егет:
— Ағай, һин тәүҙә баяғы анекдотыңдың мәғәнәһенә төшөндөрөп кит әле. Шуны тәки аңламаным: нисек инде татарҙарға бесән эшләүе еңелерәк булһын, ти. Уларға ла бит нәҡ беҙҙең һымаҡ бесәнгә барырға кәрәк, сабырға кәрәк, йыйырға кәрәк...
Шул саҡ егеттәр Айсурҙың был һүҙҙәренә баяғы көләмәскә ҡарағанда ла нығыраҡ итеп, тыйыла алмай көлә башланы...
Айсур берсә миңә, берсә башҡаларға аптырабыраҡ ҡараны ла башҡаса өндәшмәне.
Ошоноң менән был мәҙәк тамамланыр ҙа ине, бәлки, әммә ҡапылда юморҙы аңлап еткерә алмаған был егет тағы бер көләмәсте иҫемә төшөрҙө һәм мин уны һөйләмәйенсә булдыра алманым:
— Бер батша үҙенең вәзирҙәре менән һәр саҡ мәҙәк хәлдәр тураһында һөйләшеп, кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан. Бер көн уларҙың береһе ошо хәлде һөйләй: “Бөгөн баҙарҙа бер ахмаҡты осраттым. Кәпәсемдең аҫтына биш йомортҡа йәшерҙем дә тегегә: “Йә, әйт әле, минең кәпәсем аҫтында нимә йәшерелгән? Әгәр нисәү икәнен әйтә алһаң, шундағы биш йомортҡаның барыһын да үҙеңә бирәм”, — тинем. Теге бер аҙ уйлап торғандан һуң: “Мин бит һиңә күрәҙәсе түгел, кәпәсең аҫтында нимә ятҡанын белергә, етмәһә, нисәү икәнен...” — тине.” Вәзирҙең был лаҡабын тыңлағандар һындары ҡатҡансы көлгән, ти. Барыһы ла көлөп тынысланғас, батша теге вәзирҙән һорай икән: “Ә шулай ҙа теге ахмаҡтың башын ҡатырырҙай ни нәмә ине ул кәпәсең аҫтында?..”
Егеттәр рәхәтләнеп көлә, ә мин Айсурға иғтибар итәм. Ул был юлы ла көлмәй, ә саҡ ҡына йылмайғандай итә. Шунан бер аҙҙан:
— Нимә булған? — тип һорап ҡуйҙы.
— Нисек инде, “нимә булған?” — тим мин тегегә.
— Теге вәзирҙең кәпәсе аҫтында нимә булған?
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.